

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ике ирекмәндәр төркөмө Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары сиктәрендәге янғындарҙы һүндереүселәргә ярҙамға сыҡты тип хәбәр иткәйнек.
Улар бөгөн иртән Ейәнсура хакимиәте башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә ҡатнашты. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов төбәктәге хәл буйынса түбәндәгеләрҙе белдерҙе.
– Беҙ Биштирәк ауылы эргәһендә янғынды һүндерҙек. Кисә ел йүнәлешен үҙгәртте һәм ут Хәйбулла яғы биләмәһенә йүнәлде. Хәҙер ирекмәндәрҙең ярҙамы тап шунда кәрәк. Әлеге ваҡытта янғындың төп сығанағы Ураҙбай ауылы эргәһендә. Ирекмәндәр хеҙмәте ауыр техника эшләгәндән һуң талап ителә.
Беҙҙең 65 кешенән торған ут һүндереүселәр төркөмө тап шунда юлланды. Көн һайын төбәктә 150 кеше һәм 27 техника берәмеге эшләй.
Янғын майҙаны ҙур ине, шуға беҙ ярҙам һорап башҡа төбәктәргә, район-ҡалаларға мөрәжәғәт иттек. Күмертау, Мәләүез, Күгәрсен райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән ярҙамға техника килде.
Урындағы халыҡ та хәлдең етдилеген аңлай һәм янғын һүндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Хәҙер беҙ тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ – тораҡ пункттарға хәүеф янамай.
Әйткәндәй, урман янғындары Хәйбулла районындағы “Аҡсарлаҡ” балалар лагерына ла хәүеф менән янай ине. Шөкөр, балаларҙы ваҡытында оператив рәүештә эвакуациялағандар. Янғын һүндереүселәрҙең һәм ирекмәндәрҙең бер төптән эшләүе был хәүефте тиҙ арала бөтөрөргә ярҙам иткән.
Фото рәсми сығанаҡтан.