

Был донъяла һәр кем бәхетен үҙе булдыра, тырышлығы, көслө рухлы булыуы, егәрлелеге, тормошон яҡшы, йәмле итеүгә ынтылышы менән төҙөй.
Абдулла ауылында йәшәгән Алһыу менән Радик Хәлитовтар үҙҙәрендә ошо матур сифаттарҙы туплаған. Шуға ла аҙымдары ышаныслы, бөгөнгөләре бәхетле, киләсәккә уй-ниәттәре лә яҡты һәм ҙур. Иҫке Бәпес ауыл советы биләмәһендәге иң күркәм, матур ғаиләләрҙең береһе ул Хәлитовтар.
Радик Рәжәп улы ошо ауылда тыуып үҫкән, Алһыу Фәнил ҡыҙы иһә күрше Иҫке Бәпестән килен булып төшә. Хәҙер инде Миникәй Яҡуп ҡыҙы менән килен-ҡәйнә һымаҡ ҡына түгел, әсәй һәм ҡыҙ кеүек яҡын кешеләргә әүерелгән улар. Шулай булмай ни, бер ҡыйыҡ аҫтында, бер уйлы, уртаҡ маҡсатлы булып 23 йыл татыу ғүмер кисерә ғаилә.
Миникәй Яҡуп ҡыҙы – йәштәр өсөн кәңәшсе лә, ауыр саҡта ҙур рухи терәк тә. Эйе, фермерлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә ауырлығы ла, һикәлтәләре менән дә осрашырға тура килә. Бер туған Радик һәм Рәйеф Хәлитовтар хәҙер инде 17 йыл фермерлыҡ эшендә.
Элекке колхоздар бөткәндән һуң, йәштәрҙең кемеһелер ҡалаға күсеп китә, кемдер ситкә йөрөп эшләй. Әммә Хәлитовтар бәхетте ситтән эҙләмәй – тыуған яҡтарының баҫыуҙарын эшкәртә башлай. 600 гектарға яҡын ерҙә иген культуралары үҫтерә улар. Йыл һайын мул уңыш йыйып алып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Бының артында күпме хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр, рухи көс ятҡанын яҡшы аңлап торабыҙ. Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалғанғалыр (Рәжәп Фәтҡулла улы вафат булғанда Радик өс йәшлек кенә булып ҡала), моғайын, икеһе лә егәрле, маҡсаттарына өлгәшеүсән, ныҡышмал булып үҫә Хәлитовтар. “Ағайым Рәйеф Рәжәп улына ныҡлы терәк булыуы, хәстәрлеге өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул – атайым урынына ҡалған яҡын кешем, минең өсөн ҙур өлгө”, – ти Радик Рәжәп улы. Мәрхүм булған атайҙары бөгөн булдыҡлы улдары менән ғорурланыр ине, моғайын...
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән кеүек, Радик Хәлитов ниндәй эшкә тотонһа ла, һынатмай. Кәрәк икән, техникаға йән өрә, ағас эшен дә белә, тимергә лә тотона. Ер эше булыу менән генә сикләнмәй, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрай – һарайында үгеҙҙәр һаны 7-8-ҙән дә кәм булмай.“Ауыл ерендә шунһыҙ булмай, һәр нәмәгә үҙеңә өйрәнергә тура килә”, – ти ул. Ҡатыны Алһыу Фәнил ҡыҙы әйтеүенсә, эште еренә еткерергә, бар нимәне ныҡлы, сифатлы итеп башҡарырға ярата Радик ағай. Быны инде Хәлитовтарҙың донъяһына, йорт-ихатаһына күҙ һалғас та аңлап була: һәр ерҙә тәртип һәм бөхтәлек.
Һәр ирҙең уңышы нигеҙендә уның ҡатыны тора, тигән аҡыллы һүҙҙәр бар. Үҙе уңған, үҙе гүзәл, бер һүҙ менән әйткәндә, баҫҡан ерендә ут сәсрәткән Алһыу янында Радик һымаҡ тырыш, егәрле булмау мөмкин түгелдер. Алһыу, һәр бөтмөр ҡатын кеүек, аш-һыуға оҫта, баҡса үҫтерергә ярата. Йәйен уңған хужабикәнең ихатаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелә, йыл һайын уларҙың төрҙәрен яңыртып тора ул. Үҙе үҫтергән йәшелсә, еләк-емештән әҙерләнгән салаттар, һуттар, ҡайнатмалар йыл һайын үҙҙәренә лә, дуҫ-туғандарға күстәнәс итеп бирергә лә етерлек була. Әйткәндәй, үҙҙәре асыҡ, киң күңелле булғас, ғаилә дуҫтары күп уларҙың. Бергәләшеп-гөрләшеп өмәләр үткәрәләр, республикабыҙҙың хозур мөйөштәренә ял итергә йөрөйҙәр.
Тормошта ниндәй генә уңышҡа өлгәшкән булһалар ҙа, атай һәм әсәй булған кешенең төп роле нәҡ балалар менән бәйле. Алһыу һәм Радик Хәлитовтар ике балаға ғүмер биргән.
– Радмир улыбыҙ Р. Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлап, әлеге мәлдә ӨДНТУ-ла уҡып йөрөһә, Раушаниябыҙ 7-се класта белем ала. Балаларыбыҙҙы, эшләгәнегеҙ беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн, тип хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтерергә тырышабыҙ, – ти ата-әсә.
Бер яҡтан ҡарағанда, минең геройҙарым – ауыл ерендә йәшәүсе ғәҙәти ғаилә. Икенсе яҡтан, тормошта үҙ урынын тапҡан, матур, күркәм йәшәүҙең серен белгән лайыҡлы замандаштарыбыҙ улар. Ошондай уңғандар булғанда ауылдарҙың киләсәге бар.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.