

Арҡаланыр атаң, кәңәш бирер әсәң булһын, ти халыҡ.
Бөгөнгө заманға хас ҡына инде был әйтем – атайлыларға барыбер тормошта еңелерәк – донъя ҡорғанда ла, кәкерсәкле тормош юлын үткәндә лә. Әсәйлеләр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ: “әсәй – ҡаҙна” тип юҡҡа әйтелмәгән. Ошо ике пар ҡанаты булғандарға, шуларҙан айырмаһын, уларҙың ҡәҙерен белергә яҙһын, тиергә генә ҡала. Ә ошо ғәзиздәре булмағандарға, сабырлыҡ һәм үҙҙәренең балаларына пар һәм ныҡлы ҡанат булырға яҙһын, тиеүҙән башҡа сара юҡ...
Яуымбай ауылының халыҡ телендә Ленинград тип йөрөтөлгән гүзәл төбәгендә береһенән-береһе матур йорттар бар. Ике ҡатлы, замансалары ла ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй күтәрелде, урам йөҙөн йәмләне.
Кемдәрҙеке, тиһегеҙме? Шул Ҡарасуриндарҙыҡы инде. Мәжит Ғилфан улының балалары әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – теүәл бер урам ғына.
Ана бит, Әбделмәмбәт яғынан килгәндә, һул яҡтағы ике ҡатлы мөһабәт йорт – игеҙәктәрҙеке. Рәмил менән Рәилдең ғаиләләре көн күрә ошо хан һарайҙарында. Уларҙан бирерәк Мәүлит менән Ләйсәндең ҙур өйө, уларға күрше Заһир менән Ғәлиәнең (хас теге йырҙағыса) алты балаһы буй еткергән 12х12 кв.м. майҙанлы елле өй, уларға күрше – Хәлит менән Зәлиә Ҡарасуриндарҙың ихата тулы ҡош-ҡорт һәм мал булған биләмәһе. Урам аша, урман эсендәрәк, биш ағай-эне араһында ирәйеп үҫкән Мәүлиҙә менән Ишмораттың сынъяһау донъялары һәм уларҙан аҫтараҡ – аҡ йорт – төп нигеҙ, атай тайсаһы.
“Өй төҙөнөк тә өй төҙөнөк”, – ти Мәжит Ҡарасурин. Ул, уландарына донъя төҙөшөүҙән тыш, үҙенә икенсегә йорт һалып сыҡҡан. Был кәлимә һүҙ эсенә күпме хеҙмәт, тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр, ҡара тир сығарыр көндәр ингәнен үҙе өй төҙөгән кеше генә белә һәм шундай кешене баһалай ала.
“Малайҙар үҙҙәре белә төҙөлөш эшен, беҙгә бәлә һалып бармайҙар, беҙ шул ашатып-эсереп, кәңәш-төңәш менән ярҙам итешеп торған булабыҙ. Үҙҙәре ныҡыш, тырыш булмаһа, беҙ әйтеүҙән генә әллә ни фәтүә булмаҫ ине”, – тип һүҙгә ҡушыла Вәлимә апай.
Бөгөн ул, ҙур ғаиләне берләштереп, туплап тороусы төп көс булараҡ, мәктәптән ҡайтҡан һәр ейән-ейәнсәренә ашарға әҙерләп, ниғмәт-һыйын өҫтәленә теҙеп көтөп кенә тора. “Һаман да, ғәҙәт буйынса, ете икмәк һалам, 10 литрлыҡ көршәккә аш бешерәм. Балаларым төшкө ашҡа беҙгә һуғылмаһа, күңелем бошоп тора. Беҙгә ни, оло кешеләргә, шул балдан татлы ейән-ейәнсәрҙәреңде һөйөү, ҡарау, улар менән бергә булыу бәхет инде.
Мал-тыуар тотабыҙ, йәшелсәне күп итеп сәсәбеҙ. Йөҙләп банка компот ябам, салат-маҙар бихисап – ул сама ризыҡты икәү ашап бөтәһеңме ни?” – ти Вәлимә Сәйфетдин ҡыҙы.
Ғүмер буйы колхозда тир түккән Мәжит Ҡарасурин әрме хеҙмәтенә тиклем үк тракторсы булып эшләгән, әрменән һуң – шофер. Бригадир ҙа булған, һөт ташыу машинаһында ла йөрөгән, Байназарҙа механик та булып эшләгән. Тимер-томорға һөйөүе һүрәнәймәгән әле лә.
Хужалыҡтар тарҡала башлағас, бер ҙә аптырап тормаған – эшҡыуарлыҡҡа тотонған. Бер осор улдары менән арба тәгәрмәстәре эшләп һатыуҙы яйға һалып алғайнылар. 36 йыл хеҙмәт стажы булған ир-уҙамандан, һәр хәлдә, эш ҡалмаған.
Һауынсы, сепаратсы булып оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Вәлимә апай – хеҙмәт ветераны.
Һәр балаһын заманына күрә уҡытып, һөнәр ҙә алып бирешкән Ҡарасуриндар. Был ғаиләлә дүрт физкультура уҡытыусыһы бар – Рәмил, Рәил, Заһир (ике вуз бөткән), Мәүлиҙә (ике дипломлы белгес). Уландарының күбеһе фермерлыҡ менән мәшғүл – йәшәргә, эшләргә, ғаилә аҫрарға кәрәк.
Мәжит Ғилфан улы – үҙе бөтмөр, тырыш, йүнсел кеше. Төп ғаиләлә атай абруйы тайпылышһыҙ: атай һүҙе һүҙ булғас, уландары ла тормошта һынатмай – ҡандан күскәнде бер ни юя ла, үҙгәртә лә алмай.
Ҡарасуриндарҙың төп һыҙаты – тырышлыҡ. Ошо сифат үҙе – ырыҫ һәм бөтөнлөктөң, ғаилә именлегенең, ныҡлығының, ир һүҙе бер булыуҙың башы. Ошонан айырмаһын уларҙы киләсәктә лә!
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.