

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төҙөлөш тармағының бер төркөм алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә генә илебеҙ Төҙөүселәр көнөн билдәләгәйне, был һөнәр кешеләренең әлеге ауыр осорҙа ла эш тиҙлеген кәметмәүен барыбыҙ ҙа күреп тора һәм улар, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ.
Радий Фәрит улы төҙөүселәргә фиҙакәр һәм етештереүсәнле эштәре өсөн рәхмәт әйтте, юғары награда алыуҙары менән ҡотланы, төҙөүселәрҙең көсө менән республикала бер-бер артлы мөһим объекттар ҡалҡыуын билдәләне һәм уларҙың яңыраҡ файҙаланыуға индерелгәнен – Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында асылған “Цемикс” заводын әйтеп үтте. “Башҡортостан һеҙҙең менән ғорурлана!” – тине республика етәксеһе.
Тантанаға республиканың төрлө төбәктәренән төҙөлөш тармағы белгестәре йыйылғайны. Уларҙан “6-сы Сәнәғәт-төҙөлөш комплексы” компаниялар төркөмө директоры Андрей Носков Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды, Благовещен тимер-бетон заводы директоры Евгений Копытовҡа, 3-сө төҙөлөш фирмаһы машинисы Фәнис Саҙриевҡа һәм “Жилсройинвест” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Рабис Сәлиховҡа Хеҙмәт батырлығы өсөн миҙалы тапшырылды.
Республика етәксеһе ҡулынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын алырға сәхнәгә беренсе булып “Корунд” йәмғиәтенең баш инженеры Ғайса Әбсәләмов сыҡты. Был юғары награданы унан тыш тағы ла 37 кеше алды.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеменә лайыҡ булғандар тағы ла күберәк ине – ошо маҡтаулы исем 42 белгескә тапшырылды. Бынан тыш, бер нисә төҙөүсегә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исеме һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты бирелде.
Награда алған төҙөлөш алдынғылары Радий Фәрит улына үҙ хеҙмәттәрен шулай юғары баһалаған өсөн рәхмәт әйтте.
– Беҙ һуңғы йылдарҙа республикала яҡшы яҡҡа ҙур үҙгәрештәр булыуын күрәбеҙ, республика етәкселегенә ошондай хәстәрлек өсөн рәхмәтлебеҙ, – тине “Авиатрон” ғилми етештереү предприятиеһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Деев, награда алғанда сығыш яһап.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.