Йәмғиәт
10 Август 2021, 06:24

Был ҡала Өфө тип атала

drive2.rudrive2.ru
Фото:drive2.ru

Өфө (йәки Уфа) тип әйтеү менән, беҙ Ағиҙелдең бейек яр башында ҡалҡып ултырған күркәм ҡаланы, шулай уҡ Өфө (Уфа) тигән йылғаны (түбәнге ағымында икенсе исеме – Ҡариҙел) күҙ алдына килтерәбеҙ, ә был исемдең мәғәнәһе ниндәй икәнлеге тураһындағы һорауҙы махсус ҡыҙыҡһыныу тыуған саҡтарҙа ғына алға ҡуябыҙ. Бына хәҙер шул һорауға яуап табырға кәрәк.

 

 Ҡиммәтле фекерҙәр

 

Өфө (Уфа) тигән атаманың килеп сығышы тураһында күп кенә фекерҙәр әйтелгән. XVIII быуаттың икенсе яртыһында уҡ әле ҡайһы бер ғалимдар был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә тырышып ҡараған. Шул дәүерҙән башлап һуңғы ике йөҙ йыл эсендә баҫылып сыҡҡан аңлатмаларҙың һаны хәҙер тиҫтә самаһы. Уларҙың бер нисәһе менән таныштырып үтәйек.

П.И. Рычков 1762 йылда былай тип яҙа: “1574 йылда нигеҙ һалынған Уфа ҡәлғәһенең ул дәүерҙә лә өр-яңы бер атамаһы ла булмаған. Яңы ҡәлғә тәүге йылдарҙа Торатау, шулай уҡ Имәнҡала тип тә йөрөтөлгән. Башҡортостан Рә­сәйгә ҡушылғанға тиклем үк бында Торатау исемле ҙур ғына ҡала булған”. Артабан ул ҡала тураһында П.И. Рычков, элекке Нуғай юлы Ҡаратабын улысы старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев һүҙҙә­ренә таянып, былай тип дауам итә: “Хәҙерге Өфө ҡалаһы ултырған урында, – ти ул, – башҡорттар Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем үк олуғ ҡала булған; ул ҡала Ағиҙел йылғаһы буйлап үргә табан, Өфө йылғаһының тамағына тиклем ун саҡрым самаһы ергә һуҙылған. Башҡорттар яңы ҡәлғәне, ул имәндән төҙөлгән булғанға, Имәнҡала тип тә йөрөткән”.

Был исемдәр ҙә бик күркәм булған, әлбиттә. Әммә ҡәлғәнең (тиҙҙән ул ҡала булып китә) тағы бер исеме – Уфа тигәне рәсми рәүештә нығынып ҡалған, шул көйөнсә ул төрлө документтарға инеп киткән. Үкенескә ҡаршы, Уфа тигән атаманың ул дәүерҙә башҡорт телендә нисегерәк әйтелгәнен, уның шул саҡта башҡорт һөйләштәрендә ниндәй варианттары булғанлығын хәҙер инде аныҡ ҡына билдәләп булмай, ләкин шуныһы мөһим: был исемде лә, үрҙә телгә алынған Торатау һәм бик күп башҡа атамалар һымаҡ уҡ, Башҡортостандың уртаһына тәү башлап үтеп инеп, башҡорттарҙан алғандар. Башҡорттар Уфа йылғаһын “Уфа иҙел” (йәғни “Уфа йылғаһы”) тип атайҙар; был йылға буйындағы боронғо ҡаласыҡҡа ла шул йылғаның исеме күскәндер; шуға эйәреп, инде Ағиҙел буйындағы яңы ҡәлғәне лә урыҫтар шул исем менән йөрөтә башлағандыр, ти П.И. Рычков. Был ғалимдың ҡайһы бер фекерҙәре һәм тарихи мәғлүмәттәре бик ҡиммәтле. Шуның өсөн дә беҙ уның яҙмаларына киңерәк туҡталдыҡ. Әммә, күренеүенсә, ул барыбер Уфа тигән атаманың телдәге ниндәй, ҡайһы һүҙҙән килеп сыҡҡанлығын аңлатмаған.

Үҙ ваҡытында был атаманың килеп сығышы мәсьәләһенә М.В. Лоссиевский (1883 йылда), В.И. Филоненко (1957 йылда) мөрәжәғәт иткән. Ә 1930 йылда Ғәбделәхәт Вилданов, Өфө (Уфа) атамаһы башҡорттарҙың ырыу башлығы Әфтә бейҙең исеменән алынған, тип яҙған. Әммә автор үҙенең фекерен тарихи мәғлүмәттәр менән нығыта алмаған.

Башҡорт ғалимдары А.Ә. Камалов менән С.Ф. Ҡасимов 1967 йылда: “Өфө атамаһы өпәй тигән башҡорт ырыуының исеменән килеп сыҡҡан булырға тейеш”, – тип яҙҙы. Дөрөҫ, Өфө тигән топоним һәм өпәй тигән этноним килеп сығышы менән бер-береһенә бәйле булырға мөмкин. Ләкин ырыу исеме йылғаға, тауға, ҡалаға күскән түгел, бәлки, киреһенсә, йылға атамаһы ырыу исеме булып киткәндер, тип фараз итергә мөмкин. Шул күҙлектән ҡарағанда, өпәйҙәр ошо Өфө йылғаһы буйында йәшәгән һәм шул йылға исеме менән аталған боронғо бер ырыу булып сыға.

Мари тел белгесе Ф.И. Гордеев фекеренсә, Уфа атамаһы балт (балтик) телдәрендәге уупе “йылға”, упе “йылғасыҡ” тигәндән барлыҡҡа килгән булыуы ихтимал. Ләкин боронғо балт ҡәбиләләре хәҙерге Башҡортостанға тиклем килеп еткәнме, тигән мәсьәлә һуңғы ваҡытҡа тиклем асыҡлыҡ индереүҙе талап итә ине. Әммә бына 2004 йылда Калифорнияла йәшәгән билдәле тарихсы, археолог, этнограф, профессор Мария Гимбутастың “Балты. Люди янтарного моря” тигән китабы баҫылып сыҡты. Унда автор боронғо балттарҙың (протобалттарҙың) йәшәгән ерҙәре яңы эраға тиклемге икенсе мең йыллыҡтың икенсе яртыһында (бронза дәүерендә) тар һыҙат булып Ағиҙел буйына хәтлем килеп еткән булыуы тураһында яҙа. Шуның өсөн дә Уфа гидронимының, Тула өлкәһендәге Упа һымаҡ уҡ, боронғо балт ҡәбиләләренең теленән тороп ҡалған булыуы тураһындағы фараз бик ҡыҙыҡлы, әлбиттә.

 

Хикмәт нимәлә?

 

М.Т. Муминов версияһы буйынса иһә Уфа боронғо иран (скиф-сармат) телдәрендәге ап “һыу” һүҙенән килеп сыҡҡан. Күренекле топонимистар А.К. Матвеев һәм Е.М. Поспелов нәҡ ошо версияны ышаныслыраҡ тип иҫәпләй.

Йәнә бер автор, географик карталарҙа элек Ува тип яҙғандар, ә Ува иһә ва (коми телендә «һыу») һәм у (яҡут телендә ю, уу “һыу”), йәғни “һыу һыуы” тигән һүҙҙәрҙән тора, тип яҙҙы. Тик шуныһы: ҡайһы халыҡ йәки ҡәбилә һәм ҡасан был йылғаны “У” (әллә “Уу”) тип йөрөткән дә, тағы ҡасан һәм ниндәй сәбәптәр арҡаһында ошо “У” (“Уу”) янына уның “ва” тигәне өҫтәлде икән? Йә булмаһа, бер үк дәүерҙә берәүҙәр “У” (“Уу”) тип, икенселәр “Ва” тип йөрөтөп, шул ике һүҙ (“У-ва” була инде, йәнәһе), бергә әйтелеп алып киткән булып сығамы? Ул автор бына ошо “Ҡайһы? Ҡасан? Нисек? Ниндәй шарттарҙа?” тигән һорауҙарға яуапты эҙләүгә һәм үҙ фекерен ғилми яҡтан нығытыуға иғти­бар бирмәй, шуға күрә был аңлатма һис бер төрлө нигеҙләнмәгән көйөнсә ҡала.

Карталарҙа Өфө ҡалаһының һәм Өфө йылғаһының боронораҡ Ува тигән яҙылышы осрай икән, был бер ҙә ғәжәп түгел. Бындай яҙылыштың бүтән төрлө сығанаҡтары ла (йәки сәбәптәре) булырға мөмкин бит әле.

Хәҙер Өфө (Уфа) тигән атаманың этимологияһына ҡарата әйтелгән фекерҙәр араһынан тағы бер аңлатмаға туҡталмаҡсыбыҙ. Был ҡараш буйынса, Өфө (Уфа) үҙенең килеп сығышы менән боронғо башҡорт телендәге уба тигән һүҙгә барып тоташа. Хәҙерге башҡорт телендә уба “курган, насыпной (могильный) холм” тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Оба / ova һүҙенең төрки телдәрендә тағы бер мәғәнәһе: “равнина, долина”, “низина”, “низменность”.

Бындай фекерҙе иң беренсе булып 1876 йылда А.Н. Сергеев тигән тикшеренеүсе яҙып сыҡҡан. Беҙҙең ҡаланың атамаһы тураһында ул: “Был исем башҡорт телендәге “убэ” тигән һүҙҙән алынған (“убэ” русса “холмы” тигәнде белдерә); ысынлап та, ҡала Ағиҙелдән 100 сажин самаһы юғарылыҡта ятҡан бейек түбәләр өҫтөндә һалынған”, – тип яҙа.

А.Н. Сергеевтың аңлатмаһын ҡайһы бер авторҙар, башҡорт телендә, йәнәһе, ундай (йәғни “убэ” тигән) һүҙ юҡ, бары тик “түбә” һүҙе генә бар, шуның өсөн был фекер бөтөнләй нигеҙһеҙ, тип юҡҡа сығарғандар. Беҙҙең дәүерҙә үҙенең “Ҡыҫҡаса топонимик һүҙлек” (Мәскәү, 1966) тигән хеҙмәтендә күренекле белгес В.А. Никонов та, үткән быуатта уҡ әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡабатлап, был аңлатманы ҡәтғи рәүештә кире ҡаҡты. Шуныһы характерлы: А.Н. Сергеев фекерен кире ҡағыусыларҙың, “ундай һүҙ юҡ” тип әйтеүҙән башҡа, бүтән бер төрлө лә дәлилдәре юҡ. Ләкин хикмәт шунда: башҡорт телендә лә, беҙгә ҡәрҙәш булған бүтән телдәрҙә лә ундай һүҙ бар, был һүҙ ер-һыу атамаларында бик киң ҡулланыла, тик әлеге осраҡта, үрҙә әйтелгәнсә, А.Н. Сергеев уның урыҫса яҙылышында бик бәләкәс бер хата ебәргән – аҙаҡтағы а өнөн э хәрефе аша биргән. Был, әйткәнебеҙсә, ана шул хәҙерге рус телендәге “курган” тигән мәғәнәлә ҡулланылыусы “уба” тигән һүҙ.

Башҡортса һөйләшкән һәр кешегә яҡшы таныш урыҫса “курган, курганы” тип йөрөтөлгән убалар. Өфө ҡалаһы ултырған урындарҙа, Өфө тауҙарында бик  боронғо замандарҙан күпме убалар ҡалған! Шуға күрә, әйтәйек, һис юғында П.И. Рычков раҫлауынса, Ағиҙел буйлап Өфө (Ҡариҙел) тамағынаса һуҙылып киткән яр буйҙарындағы тауҙарҙы ла “Уба тауҙары” йәки “Уба” тип йөрөткән булыуҙары бик мөмкин. Шул тауҙар тапҡырында килеп ҡойған йылғаға ла ошо уҡ исем күскән тип ҡарарға була. Ә йылға һәм ҡала исеме ҡасандыр бер Ува тип яҙылған икән, был инде шул уҡ уба һүҙе, “уба”ның “ува” формаһында әйтелеше – башҡорт теле өсөн законлы күренеш.

Шулай итеп, йылға исеме ҡалаға түгел, киреһенсә, боронғо урын исеме (Уба, Уфа тауҙары) йылғаға һәм аҙағыраҡ ҡалаға күскән булып сыға.

 

Ҡыҙыҡлы фараздар

 

“Уба” һүҙенән яһалған атамалар һис тә яңғыҙ түгел. Мәҫәлән, Башҡортостан­да әле хәҙер ҙә Убалы, Убалар тигән ауылдар бар, ә инде Уба тауҙары һәм Уба тигән урындар тиҫтәләрсә иҫәпләнә. Тимәк, уба (бүтән ҡәрҙәш һәм алыҫыраҡ ҡәрҙәш телдәрҙә – оба, ова, обо, овоо) һүҙенән яһалған географик исемдәр Башҡортостандағы Өфө (Уфа) тигән исемдең дә шул уҡ тамырҙан булыуын раҫлар өсөн мөһим бер дәлил булып тора. Был – беренсенән. Икенсенән, тарихи күҙлектән ҡарағанда, Өфө һынлы Өфө ултырған урындарҙы, йәғни был тиклем убалы тауҙарҙы беҙҙең ата-бабаларға Уба тип атарға, әлбиттә, бик ҙур нигеҙ булған.

Хәҙер мәсьәләнең өсөнсө яғына асыҡлыҡ индерергә кәрәк. Был мәсьәлә шунан тора: Өфө (Уфа) атамаһы ниндәй юлдар менән “уба” тигән һүҙгә барып тоташа? Йә иһә, киреһенсә, элеккенән хәҙергегә төбәп фекер йөрөтһәк, был атаманың өндәр составы ниндәй үҙгәреш этаптары аша үткән? Тағы бер һорау килеп тыуырға мөмкин: ни өсөн башҡорт телендә (һөйләштәрҙә), әҙәби телдә ҡабул ителгән Өфө менән бергә, Уфа тигән форма ла йыш осрай, ә йылғаның үрге ағымында уны Өпө, Өфө тип йөрөтәләр?

Боронғо башҡорттарҙың телендә (айырым төбәктәрҙә) уба һүҙе оба (ова), шулай уҡ опа формаларында ла ҡулланылған булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта боронғо төрки яҙмаларында ла опа формаһы булған. Шунан ике һуҙынҡы араһында ф өнөнә күскән тип ҡараһаҡ, Өфә һәм артабан, алда торған ө өнө йоғонтоһонда Өфө формаһын алабыҙ. Ә Опа тигән боронғо варианттың йомшаҡ әйтелеше – Өпә (шунан өпәй тигән ырыу исеме) һәм артабан – Өпө.

Өфө (Уфа) атамаһы һәм уның баш­ҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә таралған варианттары (Өфә, Өпә, Өпө), шулай итеп, шаҡтай ҡатмарлы фонетик үҙгәрештәр аша боронғо башҡорт телендәге уба//оба һүҙенән килеп сыҡҡан тип әйтергә була. Әйткәндәй, профессор Т.М. Ғарипов яҙғанса, атаҡлы төркиәтсе, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Н.К. Дмитриев та, Өфө//Уфа атамаһы төрки телдәрендәге ова, оба//уба һүҙҙәренең бик ныҡ үҙгәргән бер формаһы булырға тейеш тигән ҡарашта торған.

Башҡорт тел белгесе Ш.В. Нафиҡов 2004 йылда Өфө гидронимының килеп сығышы мәсьәләһендә тағы бер ғәйәт ҡыҙыҡлы версия тәҡдим итте. Уның “Бореальные элементы в башкирском языке” тигән хеҙмәтендәге был фекерҙәрҙе оригиналдағыса килтереп үтергә булдым. “В литературе, помимо прочих версий, высказывались мнения о связи Өфө с балт. ире “вода” и древнеиран. ар “вода”, с башкирским уфа “темная вода”. Беру на себя также смелость отнести происхождение всем известного башкирского гидронима Өфө “р. Уфа”, диалектные варианты Өпө, Өфә (Ува, по Рычкову) к ностр. Huwa “поток воды”.

 

Ниһайәт, ошондай һығымта:

 

Беренсенән, уба, оба, ова опа һүҙенән килеп сыҡҡан тип ҡараһаҡ, Өфө, йәғни халыҡ йырындағы Өфө иҙеле тигән атама ошо йылға тамағындағы Өфө тауының исеменән алынған булып сыға. Ләкин, топонимистарҙың дөйөм фекере буйынса, тауҙар, ҡәлғәләр ғәҙәттә, киреһенсә, ниндәй йылға буйында ултырһалар, шуның исеме менән атап йөрөтөлә.

Икенсенән, Өфө гидронимын скиф-сармат (боронғо иран) телдәрендәге ир “һыу”, ностратик телдәрҙәге huwa “һыу ағымы” тип аңлатыу нигеҙлерәк күренә. Ә инде өпәй тигән башҡорт ырыуына килгәндә, был этноним, өпәйҙәрҙең Өфө йылғаһы буйында ултыраҡланыуына ҡарап, ошо йылға исеменән алынғандыр тип фараз итергә булалыр.

Аҙаҡ килеп, Рәсәй халыҡтарының этник тарихын өйрәнеүсе биолог-психофизиолог В.П. Путенихиндың ошондай көтөлмәгән бер версияһын килтереп, Өфө/Уфа этимологияһы мәсьәләһенә нөктә ҡуйып торорға булдыҡ.

Уның фараз итеүе буйынса, Уфа ҡалаһы – ул Ура, боронғо Ура империяһының баш ҡалаларының береһе. Әммә Өфө ҡәлғәһенең исемен яҙған ваҡытта, ти В.П. Петунихин, славян телендәге Р хәрефе Ф тип дешифровкаланған. Әгәр ҙә шуға ышанһаҡ, Өфө/Уфа топонимы тирәһендәге бәхәстәргә, ысынлап та, нөктә ҡуйырға булыр ине. Әммә, нисек кенә булмаһын, был бик ҡыҙыҡлы фараз, әлбиттә.

 

Рәшит ШӘКҮР.

Читайте нас