Йәмғиәт
10 Август 2021, 10:30

Графитти-эштәр баһаланды

Башҡортостандан “Киләсәк – йөрәктә” эше лә еңеүсе тип табыла.

Графитти-эштәр баһаландыГрафитти-эштәр баһаланды
Графитти-эштәр баһаланды

Федераль һәм төбәк эксперттары стрит-арт «ФормART» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың графитти эштәрен баһаланы.

«ФормART» фестивале РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы вәкиле Игорь Комаров инициативаһы буйынса уҙғарыла. Уның маҡсаты – урам сәнғәтен үҫтереү, йәш граффитти-рәссамдарға ярҙам итеү, заманса ҡала мөхитен һәм округ төбәктәрендә яңы мәҙәниәт коды булдырыу.

Быйыл фестивальдә 14 субъекттан 161 ғариза килә, шуларҙың иң күбе Пенза өлкәһенән – 32 эш.

«ФормART»та 16 – 35 йәшлек профессиональ рәссамдар менән бергә, һәүәҫкәр рәссамдар ҙа үҙҙәрен һынай. Эштәр “Яңы технологиялар”, “Кеше һәм фән”, “Киләсәк донъя” йүнәлештәре буйынса ҡабул ителә.

Һөҙөмтәләр буйынса, Мари Иле, Мордовия, Татарстан, Удмурт, Сыуаш республикалары, Пермь крайынан, Киров, Нижегород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләренән килгән еңеүселәр араһында Башҡортостандан “Киләсәк – йөрәктә” эше лә еңеүсе тип табыла.

Фестиваль финалистары үҙҙәренең эштәрен округтың төбәктәре биналарында урынлаштырыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Граффиттиларҙы эшләү процесы фестиваль сайтында күрһәтеләсәк (formartpfo.ru). Еңеүсене тауыш биреп октябрь айында халыҡ үҙе һайлаясаҡ.

Конкурстың приз фонды быйыл ике тапҡырға арттырылған. 1-се, 2-се, 3-сө урындарҙы яулаусылар 100, 150, 200 мең һумлыҡ гранттарға эйә буласаҡ, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас