Йәмғиәт
10 Августа 2021, 06:27

Хәл Башлыҡ контролендә

bashinform.rubashinform.ru
Фото:bashinform.ru

Һуңғы осорҙа баш ҡала халҡы, һауалағы насар еҫкә һәм һөрөмгә зарланып, күпләп мөрәжәғәт итә башлағайны. Сүп-сар полигонының яныуын һәм сәнәғәт предприятиеларының ташландыҡтарын насар еҫтәрҙең төп сәбәптәре тип билдәләнеләр. Был проблема иғтибарһыҙ ҡалманы һәм Республикаға идара итеү үҙәгендә ошоға бәйле брифингта ла күтәрелде.

“Роспотребнадзор”, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, баш ҡала хакимиәте, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәктәге вәкилдәре Өфөлә йәшәгәндәрҙең һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков белдереүенсә, баш ҡалалағы насар еҫ сүп-сар полигонында янғын сығыуға бәйле. Мәҫәлән, 20 июндә Яңы Черкассы ауылы янындағы полигонда ут сыға. Ошо сәбәпле, урамдарға насар еҫ тарала. Янғынды бер тәүлек эсендә һүндерһәләр ҙә, быҫҡып ятҡанын һүндереүгә ике көн ваҡыт кәрәк була.

“Ут тиҙ таралды. Һауа торошо ла быға булышлыҡ итте, эҫе көн һәм көслө ел торҙо. Янғын түбән төштө һәм оҙаҡ ваҡыт һыу һибергә тура килде, шуға быҫҡып ятҡанын ике көн буйы һүндерҙеләр”, – тине ул.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, һуңғы осорҙа Өфөлә насар еҫ сәбәпле дауаханаға һалыу йәки медицина ярҙамы күрһәтеүгә бәйле бер генә мөрәжәғәт тә булмаған.

– Беҙ республиканың медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында бындай мәғлүмәтте теркәмәнек, сөнки улар булманы, – тине министр. – Ашығыс медицина ярҙамы саҡырыу осраҡтарын анализланыҡ һәм химик еҫ сәбәпле саҡырыуҙар булмағанын билдәләнек.

“Роспотребнадзор”ҙың төбәктәге идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Өфөлә граждандар мөрәжәғәте буйынса көндөҙ ҙә, төндә лә һауа пробаларын үлсәү башҡарыла.

– Күсмә лабораториялар был үлсәүҙәрҙе көндөҙ ҙә, төндә лә башҡара. Беҙ, федераль орган булараҡ, федераль ҡануниәт талаптарын үтәргә тейешбеҙ, уға ярашлы мобиль лаборатория сыҡһын өсөн, граждандар йәки рәсми кешеләр, йәки ойошмалар мөрәжәғәт итергә тейеш. Башҡаса беҙ үҙебеҙҙең теләк буйынса сыға алмайбыҙ, шуға күрә бөтә мөрәжәғәттәр, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙән килгәне лә теркәлә, – тине ул.

“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә июндә һауалағы ПДК артыуы биш матдә буйынса теркәлгән.

– Башлыса ароматлы углеводородтар теркәлде. Уға ярашлы, был ташландыҡтарҙың, ысынлап та, нефть сәнәғәте предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булыуы бар, тип уйлайбыҙ, – тине Анна Казак.

Ведомство башлығы белдереүенсә, “Роспотребнадзор” матди-техник яҡтан тәьмин ителгән. Уларҙа үлсәү өсөн барлыҡ махсус ҡорамалдар етерлек.

Брифинг йомғаҡтары буйынса, ошо көндәрҙә “Росприроднадзор”ҙың төбәк-ара Көньяҡ Урал идаралығы пландан тыш тикшереү менән “Башнефть”кә сыҡты. Был турала тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров хәбәр итте.

Брифингта ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, килеп сыҡҡан хәл буйынса махсус эш төркөмө булдырыла. Улар һауа бысраныуын тикшереү һәм проблеманы хәл итеү менән шөғөлләнә. Контроллек итеү Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йөкмәтелә.

Шулай уҡ Урал Килсенбаев әйтеүенсә, был хәл – Башҡортостан Башлығының контролендә.

“Башлыҡ Хакимиәте көн һайын һауаның торошо, ойошторолған тикшереүҙәр һәм уның һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт биреп тороу бурысын үҙ өҫтөнә ала”, – тине ул.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас