

“Күп фатирлы йорттарҙа комплекслы ремонт” киң масштаблы төҙөкләндереү программаһы һөҙөмтәһендә Башҡортостанда бөтәһе ике миллиард һум суммаға 6300-ҙән ашыу подъезд ремонтланған”, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Төбәк операторының генераль директоры Павел Сафронов.
“Халыҡтан дәғүәләр әллә ни юҡ. Подъездар сифатлы һәм ваҡытында ремонтлана. Ҡабул итеү комиссияһын борсоған төп мәсьәлә – подрядсылар артынан кабелдәрҙе яңы ҡаптарға һалып өлгөрмәгән провайдерҙарҙың әкрен ҡыбырлауы”, – тип өҫтәне Павел Сафронов.
Төбәк операторының йортта йәшәгәндәргә лә дәғүәһе бар. Ремонт эшләгән саҡта улар күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкенә ҡырағайҙарса ҡараш күренешенә ла тап була: быяла паркеттарҙы яралар, стеналарҙы, тәҙрә төптәрен, түшәмде, фасад, лифт кабиналарын бысраталар һәм һүрәт төшөрөп бөтәләр. Был күңелһеҙ хәлдәр йорттарҙа имен шарттар тыуҙырыу буйынса ҡуйылған бурысты үтәүгә ҡамасаулай. Вандализмға ҡаршы яза Рәсәй Енәйәт кодексының 214-се статьяһында ҡаралған. Дөйөм йорт милкенә зыян килтереүселәргә ҡарата сара күреүҙә Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителәсәк.
– Республика программаһының төп өҫтөнлөгө шунда, йорттарҙа йәшәгәндәр үҙҙәре айырым дизайнер ҡарарын билдәләүҙә ҡатнаша ала. Подъездарҙы ремонтлауҙы финанслау буйынса бындай программалар бер ерҙә лә юҡ. Ғәҙәттә, подъездарға ағымдағы ремонтты ойошма граждандар сараһына атҡара, йәғни “содержание” статьяһы буйынса йыйылған аҡсаға, бындай ремонт барышында эш исемлеге раҫланған стандарттар һәм кәрәкле эштәр күләменән сығып билдәләнә, – тип иҫәпләй Башҡортостан VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.
Программа сиктәрендә, биш йылдан ашыу ремонтланмаған подъездар яңыртыла. Ремонтҡа өс йыл гарантия бирелә. Программала ҡатнашыу мәсьәләһе йортта йәшәгәндәрҙең дөйөм йыйылышында хәл ителә.
Фото: pressaufa.ru