

Егерменсе быуат башында милли әҙәбиәттәр үҫеше, профессиональ театрҙарҙың барлыҡҡа килеүе, конфессиональ мәктәп реформаһы йәмғиәттә баҫма китаптарға ҡыҙыҡһыныуҙы уятып ҡына ҡалмай, сифатлы, күп тиражлы баҫмаларҙы заманса нәшер итеү ойошмалары асылыуға ла булышлыҡ итә.
Төргәктә – боронғо китаптар
Дөйөм алғанда, ХIХ–ХХ быуаттарҙа Рәсәйҙә дини әҙәбиәт 38 төрлө исем менән 119 мең дана баҫыла. Тәүге нәшриәтселәрҙең береһе булған ағалы-ҡустылы Кәримовтар башҡорт, татар, ҡаҙаҡ һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙың рухиәтенә, мәғрифәтенә, дини үҫешенә ҙур йоғонто яһай, сөнки “ҡаҙан телендә” тип баҫылған иҫке төрки телендәге китаптарҙы бик күп һанлы төрки халыҡтар уҡыған, шуға күрә ХХ быуат башында нәшерләнгән баҫмаларҙы, башҡа төрки телле халыҡтар менән бер рәттән, башҡорт халҡының да мәҙәни, тарихи, рухи мираҫы, тип әйтә алабыҙ.
Ҡулыма бик ҡәҙерле боронғо китаптар килеп эләкте. Төргәктә – иҫке төрки һәм ғәрәп телдәрендә яҙылған баҫмалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһенең башы йә аҙағы юҡ, шуға күрә авторын, баҫылған йылын белеп булмай. “Ҡөрьән” тәфсиренең баш бите бар. Унда “Казань. Типо-Литография. Т.Д. “Бр. Каримовы”. 1914 г.” тип яҙылған.
Кемдәр улар ағалы-ҡустылы Кәримовтар?
Мөхәмәтйән, Шәрифйән, Хәсән Кәримовтар Сембер губернаһы Ҙур Сирекле ауылында (хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Николаев районы) тыуған. Мөхәмәтйән менән Шәрифйән йәш кенә көйө Ҡазанға барып, билдәле мәғрифәтсе һәм ғалим Шиһабетдин Мәржәниҙән дин һабаҡтары ала. Дин әһеле, тарих, фәлсәфә, филология, археология, нумизматика, этнография, география ғилемдәрен, халыҡ ижадын өйрәнеүсе, Көнсығыш халыҡтары белгесе Шиһабетдин Мәржәни менән аралашыу ағалы-ҡустылы Кәримовтарҙың артабанғы яҙмышына ҙур йоғонто яһай.
Кәримовтар килем алыу, йәмғиәт алдында танылыу яулау өсөн түгел, ә халыҡтың рухи үҫешенә хеҙмәт итеү, аң-белем таратыу ниәтендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Еңелдән булмаған китап нәшер итеп һатыу сауҙаһына бына ошондай юғары маҡсаттар менән тотонғандар.
Кәримовтар 1898 йылда – “Ағалы-ҡустылы Кәримовтар Сауҙа йорто”, ә 1900 йылдың 1 мартында үҙҙәренең “Ағалы-ҡустылы Кәримовтар нәшриәте”н һәм словолитня, йәғни шрифттар һәм башҡа нәшер өсөн кәрәкле материалдар етештереүҙе ойоштороп ебәрә. Нәшриәттә төрлө тармаҡтарҙы үҙ эсенә алған китаптар баҫыла: дини, дини-дидактик һәм яңыса уҡыу әсбаптары, дәреслектәр, фәнни-популяр һәм нәфис әҙәбиәт. Шулай итеп, нәшриәтселәрҙең эше гөрләп алға бара. 1901–1917 йылдарҙа 1763 төрлө баҫма 20 миллиондан ашыу данала баҫыла.
Күренекле йәмғиәтсе, ислам дине белгесе Әхмәдһаҙый Мәҡсүди тәҡдимен хуплап, 1906 йылда Кәримовтар “Ислам китапханаһы”н аса. Шәхси китап нәшриәте комплексынан 150 урынлыҡ бина бүләләр һәм китапхана фондына 448 китап тапшыралар. Кәримовтарҙың даими финанс ярҙамы һөҙөмтәһендә китапхана тиҙ арала нығынып, популяр булып китә.
Уңышлы сауҙа нәшриәт һәм етештереү майҙанын киңәйтеүҙе талап итә. Кәримовтар, Апанаевтың Тихвин урамындағы йортон һатып алып, 1907 йылда Сенна урамына ҡараған ихата эсендә ике ҡатлы кирбес бина – магазин, 1910 йылда Тихвин урамында типографияның яңы өс ҡатлы кирбес корпусын төҙөй. Шулай итеп, ҙур китап баҫыу һәм сауҙа комплексы барлыҡҡа килә.
Китап нәшер итеп һатыу тиҙ һәм ҙур килем килтермәй, шуға ла Кәримовтар галантерея, парфюмерия, көнкүреш кәрәк-ярағы тауарҙары менән дә сауҙа итә. Сауҙа йортоноң бүлексәләре Ырымбур, Өфө ҡалаларында (Хәсән Кәримов етәкләй), Новгород, Минзәлә, Ирбит, Сембер, Хәсән һәм башҡа йәрминкәләрҙә барлыҡҡа килә.
Өфөлә Ленин урамынан Карл Маркс урамына боролһаң, үткән быуатта төҙөлгән йорттарҙы күрергә мөмкин. Элекке Үҙәк универмаг бинаһы – 1907–1908 йылдарҙа ағалы-ҡустылы Кәримовтар һәм сауҙагәр Шәмғолов тарафынан төҙөлгән йорт. XIX–XX быуаттарҙа Рәсәйҙең сауҙа йорттарында бер лавкала төрлө әйбер һатҡандар. Америкала, Бөйөк Британияла махсус бүлектәре булған ҙур универсаль магазиндар асылғас, Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында ла шундай сауҙа йорттары эш башлай. Сауҙагәрҙәр Кәримовтар һәм Шәмғолов та ошондай магазин асырға теләй. 1914 йылдың адрес-календарынан килтерелгән өҙөк: “Ағалы-ҡустылы Кәримовтарҙың сауҙа йорто. Төп сауҙа һәм контора – Ҡазанда. Өфөлә һәм Ырымбурҙа бүлексәләре бар. Өфө бүлексәһе – Александровская урамында, шәхси йорт. Модалы сит ил һәм галантерея тауарҙары, рус һәм сит ил фабрикалары парфюмерияһы, патефондар, граммофондар һәм уларға пластинкалар, канцелярия кәрәк-ярағы, рус телендәге китаптар һатыу бүлектәре бар”.
Магазинда һатып алыусылар гел күп була. Был Сауҙа йорто ҡалалағы популяр урындарҙың береһенә әйләнә. Архивта Кәримовтар ҡала етәкселегенән Ушаков паркы майҙанынан яңы ғына модаға ингән роликтарҙа йөрөр өсөн урын бүлеп биреүен һорап мөрәжәғәт иткән белешмә һаҡланған, ләкин ҡала хакимиәте үтенесте кире ҡаҡҡан.
Тап Кәримовтар нәшриәтендә шул ваҡыттағы күренекле сәйәси һәм әҙәби эшмәкәрҙәр яҙған мәҡәләләр менән иң популяр гәзиттәр, яңыса уҡытыуға күскән мәктәптәр өсөн дәреслектәр, фәнни-популяр, тарихи һәм нәфис әҙәбиәт, мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән Кәрим” баҫыла. Шулай уҡ, ул осорҙа киң билдәлелек яулаған яҙыусылар Мәжит Ғафури, Ризаитдин Фәхретдинов, Шиһабетдин Мәржәни, Мирхәйҙәр Фәйзи, Зариф Бәшири, рус әҙәбиәтенән Лев Толстой, Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Иван Тургенев китаптары нәшер ителә.
Мосолман мәғарифы реформаһына аҡсалата ярҙам итеү, яңыса методика буйынса әсбаптар, аң-белемгә әйҙәүсе әҙәбиәт, шәхси гәзит баҫтырыу сәйәси органдарҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай. Кәримовтар ун йыл дауамында губерна жандармдары күҙәтеүендә йәшәй. Революциянан һуң Кәримовтарҙың гөрләп сәскә атҡан эше юҡҡа сыға: совет власы шәхси китап нәшер итеүҙе тыя. Кәримовтарҙың барлыҡ мөлкәте тартып алына һәм уның нигеҙендә тәүге республика нәшриәттәренең береһе формалаша. Эшҡыуарҙар үҙҙәре Ҡазанды ташлап сығып китергә мәжбүр була.
“Китаптары сүплеккә ырғытылған илдең киләсәге юҡ...”
1914 йылда Кәримовтар типографияһында баҫылған “Әл-Итҡан. Ҡөрьән тәфсире” (“әт-тәфсир” һүҙе ғәрәпсә “фәсәрә” тигәндән килеп сыҡҡан “аңлатыу” мәғәнәһен бирә. – Р.К.) китабына килгәндә, ул Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Яҡшыбай ауылынан имам үә мөҙәрис Шәйхелислам бин Әсәдулла Әл-Хәмиди тәржемәһендә баҫылған. Әйткәндәй, Әл-Хәмиди – мосолман донъяһында тәрән эҙ ҡалдырған ғалим. Ул “Ҡөрьән” тәфсирен күренекле дин әһеле Сиразетдин Әбделхәсән Ғәли бит Усман Әл-Оши Әмәлиҙең ғәрәпсә китабынан иҫке төркисәгә тәржемә иткән. Был тәфсир үткән быуат башында халыҡ араһында әҙәби телгә яҡын булыуы менән киң танылыу яулай. Бынан тыш, “Итҡан” хеҙмәтен (ғәрәпсәнән “итҡан” һүҙе камиллыҡ, оҫталыҡ тип тәржемә ителә. – Р.К.) ғәрәп ғалимдары төрки телендәге иң камил тәфсир тип иҫәпләй. Тәфсир совет осоронда Истанбулда (1984), Катарҙа (1985) баҫылған.
Катарҙа баҫылған тәфсирҙәге баш һүҙ авторы Хәсән Әбделмәджид әл-Майерджиҙән өҙөк килтерәм: “Минең өсөн был бик һирәк осрай торған тәфсирҙе һеҙгә тәҡдим итеү ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡазан ҡалаһында тәүге ҡабат нәшер ителгәндән һуң, ҡаты режим ваҡиғалары өйөрмәһендә был тәфсир саҡ юғалмай һәм онотолмай ҡалды. Тәфсир ике өлөштән тора. Беренсеһе – 1907 йылда, икенсеһе 1911 йылда Кәримовтар типографияһында баҫылды. 1917 йылдан һуң ул яҡтарҙағы мосолмандар тураһында хәбәрҙәр килеүҙән туҡтаны, һәм ул телдәрҙә ислам китаптары бик һирәк осраны. Беҙ был тәфсирҙең күсермәләре барлығын белмәнек. Хельсинки китапханаһында ғына бер нөсхәһе һаҡлана, тип уйланыҡ. Истанбулда 1983 йылда Шәйех Хәнифә Алтай менән көтөлмәгән осрашыу ҡыуаныслы булды. Унда бөтөн килеш һаҡланған күсермә бар ине. Ул уны үҙе менән Ҡазандан Ҡытайға күсенгәндә алып сыҡҡан. Ҡытайҙа сыуалыштар башланғас, сүллек һәм тауҙар аша ул Афғанстанға ҡаса. Афғанстандан Төркиәгә килә. Һәм үҙе менән гел ошо тәфсирҙе йөрөтә. 1984 йылда Истанбулда тәфсирҙең 500 нөсхәһе баҫыла. Истанбул, Анкара, Сөләймәниә, Баязид китапханаларына таратыла, Бөтә донъя ислам союзына ебәрелә. Ғәрәп иле Катарҙың баш ҡалаһы Дохала Истанбул телендә 1985 йылда нәшер ителә. Дүртенсе баҫма иҫәпләнә. Был баҫмаларҙы көнсығыш, көнбайыш, көньяҡ төрки телдәрендә сыҡҡан Ҡөрьән тәфсире исемлегенә индерергә була. Был телдәр – бөтә Азия буйлап таралған төркиҙәрҙең теле. Төрки телдәр бер нигеҙҙе тәшкил итә һәм төрлө мосолман телдәренә тармаҡлана. Уларға Төркөстандың көнсығышы һәм көнбайышы халҡы, татар, уйғыр, үзбәк, ҡаҙаҡ, алтай, башҡорт һәм башҡа Хәнәфиәт мәҙһәбенә ҡараған халыҡтар инә”.
Бер аҡыл эйәһе: “Китаптары сүплеккә ырғытылған илдең киләсәге юҡ”, — тигән. Халҡыбыҙҙы диненән, тарихынан яҙҙырыу маҡсатында заманында күпме боронғо китап, шәжәрә яндырылды, юҡ ителде. Был сәйәсәт, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәне. Быуындар бәйләнеше өҙөлдө, аңдар томаланды, ләкин халыҡ, һуңлап булһа ла, үҙ асылына ҡайта. Ағалы-ҡустылы Кәримовтар нәшер иткән “Ҡөрьән”, “Ҡөрьән тәфсире” китаптары табыла, өйрәнелә.
Регина КАМАЛОВА,
Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы ғилми хеҙмәткәре.

