Йәмғиәт
10 Август 2021, 06:30

Яңы закон кешеләр мәнфәғәтендә эшләй

Хәтерегеҙҙәлер, Дәүләт Думаһы депутаттары бысраҡ һауалы ҡалаларҙа зыянлы ташландыҡтарҙы көйләү тураһындағы законды ҡабул иткәйне. Һөҙөмтәлә, “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, атмосфера һауаһы бысраҡ булған ҡала биләмәләренә бысратыусы матдәләрҙе сығарып ташлауҙы квоталау системаһы барлыҡҡа киләсәк.

Әлеге ваҡытта бындай квоталар 12 ҡалала ғәмәлдә. Ташландыҡтар Братск, Красноярск, Липецк, Магнитогорск, Медногорск, Түбәнге Тагил, Новокузнецк, Норильск, Омск, Силәбе, Череповец һәм Чита ҡалаларында сикләнгән. Күренеүенсә, Башҡортостан әлеге исемлектә юҡ. Был ҡалалар 2024 йылға тиклем зыянлы ташландыҡтар күләмен 20 процентҡа кәметергә тейеш. Законға индерелгән үҙгәрештәр Рәсәй Хөкүмәтенә был исемлекте киңәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.

Башҡортостан өсөн яңы закон көнүҙәк. Төбәктә 200-ҙән ашыу сәнәғәт ойошмаһы эшләй, нефть һәм газ эшкәртеү предприятиелары байтаҡ. Уларҙың күпселеге – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Благовещен ҡалаларында. “Роспотребнадзор” идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала тирә-яҡ мөхитте яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары бигерәк тә ныҡ бысрата.

“2020 йылда иң бысраҡ биләмәләр тип (ПДК артыҡ булған) Салауат (0,52 процент), Стәрлетамаҡ (0,47 процент), Ишембай (0,45 процент), Өфө (0,36 процент), Благовещен (0,25 процент) ҡалалары табылды, – тине “Роспотребнадзор”ҙың төбәктәге идаралығы етәксеһе Анна Казак. – Конституцияға ярашлы, һәр кеше таҙа тирә-яҡ мөхиткә һәм уның тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыуға хоҡуҡлы. Законға үҙгәреш санитар һәм экологик ҡануниәт талаптарын тулыландырасаҡ”.

Анна Казак белдереүенсә, федераль закон аныҡ предприятиены күҙәтеү һәм уларҙың ташландыҡтары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирә. Уларҙың һәр береһенә ҡарата кире тәьҫирҙе бөтөрөү сараларын күреү мөмкинлеге биреләсәк.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында билдәләүҙәренсә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат был исемлеккә инәсәк. Бының өсөн ике ҙур бурысты үтәргә кәрәк: атмосфера һауаһын мониторинглау системаһын үҫтереүҙе дауам итергә һәм ошо ҡалаларҙа бысраныу кимәлен иҫәпләргә. Был эштәр бер йыл самаһы ваҡытты үҙ эсенә аласаҡ.

“БСК”-ның генераль директоры Эдуард Давыдов белдереүенсә, бындай квоталарҙы индереү төбәктәге экологик хәлгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

“Иғтибар үҙәгендә – кеше ғүмере һәм һаулығы, ә был – ҙур предприятиеларҙың социаль яуаплылыҡ күрһәтеүе. БСК-ға әлеге квоталау зыянлы ташландыҡтарҙы кәметеү мөмкинлеген бирәсәк, өлөшләтә беҙ ошо эш менән шөғөлләнә башланыҡ та инде. Закон 2021 – 2030 йылдарға компания үҫеше программаһы маҡсаттарына тура килә. Предприятиела бысраҡ ташландыҡтарҙы кәметеү өҫтөндә эшләйбеҙ”, – тине ул.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәт­тән файҙаланыу комитеты рәйесе урын­баҫары Руфина Шаһапова әйтеүенсә, әлегә беҙҙә экология өлкәһендә контроль механизмы әллә ни яҡшы эшләмәй.

“Ҡайһы берҙә экология проблемаларын хәл итеүгә кешеләр тәьҫир итә ала. Мәҫәлән, онлайн рәүешендә мониторинг приборҙары эшен күҙәтеү. Һәр кем ниндәй һауа менән тын алыуын реаль ваҡыт тәртибендә күрә алыр ине. Ҡайһы бер предприятиелар зыянлы матдәләрҙе күпләп сығарып ташлай, – ти ул. – Экологияны һаҡлау туранан-тура кешеләрҙең аң кимәленә бәйле. Ни тиклем күберәк иғтибар бирһәк, яуаплылыҡ та ҙурыраҡ буласаҡ. Законға үҙгәрештәр – ошо йүнәлештә ҙур аҙым”.

Яңы закон 2022 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инәсәк.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас