Йәмғиәт
10 Август 2021, 06:48

Йылдар үтһә лә, хәтирәләр онотолмай

“Ҡәһәрле һуғыш беҙҙе һындыра алманы...”

Яҡты донъяға килеп, күпме ғүмер үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Был ваҡыт эсендә әллә күпме һыуҙар аҡҡан, ваҡиғалар теркәлгән. Шулай итеп, оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң, фекерҙәремде төйнәп, ғүмеремде дөрөҫ үткәрҙемме икән, тигән уй-фекергә ҡалып, үткәндәремде замандаштарыма еткермәксе булдым.

 

“Биш-алты ғына йәш ине...”

 

Ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәндә беҙгә, Рыҫҡужа ауылы малайҙарына, биш-алты ғына йәш, ҡулыбыҙға туп һәм сәкән тотоп уйнар ғына саҡ ине. Был афәттең нимә икәнлеген күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Тәүҙә хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалғаны шул: мәктәп алдына кеше йыйылып, ҡулдарына әләм тотоп, йырлай-йырлай 1941 йылдың 1 Май байрамын үткәр­ҙеләр. Иҫтә ҡалған икенсе ваҡиға – ир-егеттәрҙе фронтҡа оҙатыуҙары. Мин дә әсәйем менән олатайымдың туры бейәһендә атайымды Асҡарға оҙатырға сыҡҡайныҡ. Ә фронтҡа оҙатылғандарҙың ылау башы – зыяратта, аҙағы Рыҫҡужа ауылында ине. Шулай итеп, Ҡаҙмаш ауыл советынан шул тиклем күп ир-егет яуға китте.

Ҡыш етте. Ә ауылда ҡатын-ҡыҙҙар ҙа дүрт бабай – Фәтхулла Баҡыев, Хисам Абдуллин, Ғәлләм Ҡотләхмәтов, Хәсән Ишмырҙанов һәм балалар ҡалды. Беҙ – Әхәт Әхтәмов, Вәрис Әхмәтов, Әнүәр Зыяев, Вәкил Мәһәҙиев, Мәжит Сөләймәнов, Ғәйнетдин Асҡаров, Зиннәт Камалов, Нәҙир Мостафин, Әнүәр Шәйәхмәтов һәм мин, Әфләх Мәхмүтов. Ошо дуҫтарымды иҫкә алып, гәзиткә яҙырға булдым. Ҡәһәрле һуғыш йылдары беҙҙе һындыра алманы.

Был йылдарҙы хәтерләү ауыр, әлбиттә. Ауылымда аслыҡ, яланғас­лыҡ бик көслө булды. Беҙҙең “Берлек” колхозы тау-урман зонаһынан торғас, унан әллә ни файҙа ла булманы, тип әйтерлек. Колхозсыларҙы бушлай, “бер таяҡ”ҡа эшләттеләр, килем юҡ ине. Бик күп яҡшы аттарҙы һуғышҡа алып бөткәйнеләр, ҡышын ферма малдарына үгеҙ йә һыйыр егеп, бесән йә утын ташынылар. Аслыҡтан йәки туңып үлгәндәр булһа, бәләкәй санаға һалып алып барып зыяратҡа күмделәр. Беҙ, бәләкәй малайҙар, шуны күреп үҫтек.

Март айында ялан аяҡ мәктәпкә уҡырға йөрөгәндәр ҙә бар ине. Ҡышын өйҙән сыға алмай кластарында икешәр, өсөшәр йыл ултырған апайҙар, ағайҙар менән бергә уҡырға тура килде. Яҙ етһә, Бабаш тауы асылһа, ҡарға бутҡаһы ашарға сыҡтыҡ. Ҡыҙыл йылғаһы буйына ҡуянтубыҡ, ҡуҙғалаҡ, ҡырҙа ҡар бөтһә, балтырған, әтлек, һарына йыйырға бара инек. Йәйен иркенлек килә торғайны, колхозда эшләнек.

Бесән ваҡытында ҡатын-ҡыҙ колхозсыларға “100 – 120 күбә бесән эшләргә” тигән задание бирелә ине. Кәбән ҡойғанда төшкөлөккә кәбән­селәргә – яртышар литр, күбә тарттырыусыларға берәр стакан айран эсерҙеләр. Ашарҙарыбыҙға өйҙән әтлек, һарына килтерә инеләр. Шулай итеп, өйҙән нимә бар, шуны ашарға тип әҙерләп алып килеп, тамаҡ ялғанылар. Ошолай төрлө михнәт күрә-күрә, һуғыштың тамамланғанын белмәй ҡалғанбыҙ.

 

Һуғыштан һуңғы осор

 

...1945 йылдың йәйендә беҙ, малайҙар, урамда “соҡор туп” уйнайбыҙ. Шул ваҡытта туҡталып ҡалдыҡ: ауыл осондағы зыярат яғынан бер нәмә килә, аңламайбыҙ. Уның урамға инеп килгәнендә, Мәжиттәрҙең ҡапҡаһы эсенә йәшендек тә шым ғына аҫтан күҙәтәбеҙ. Ул башняһы алынған “Т-34” танкы булып сыҡты. Аҙаҡ әйтеүҙәренсә, “Красная Башкирия” совхозы кешеләре булған. Ошонан һуң һуғыштың нимә икәнлеген ныҡлап төҫмөрләнек. Яуға киткән­дәрҙең яртыһы кире әйләнеп ҡайта алманы, иҫән ҡалғандарының да яртыһы инвалид ине. Һауҙарының күбеһе ялан яғына йәшәргә китте.

Ярлылыҡ, аслыҡ хөкөм һөрҙө. Мәктәптән бушаған ваҡыттарҙа яҙын иген сәсеүлектәрендә сүп-сар утаныҡ, йәйен бесән йыйҙыҡ, көҙөн әсәйҙәр менән бергә көлтә бәйләнек. Шулай итеп, аҙмы-күпме колхозға ярҙам итештек. Аҙаҡ VI-VII кластарҙа бесән сабыу буйынса өмәләрҙә ҡатнаштыҡ. V–VII кластарҙа уҡый алмағандар Рыҫҡужа бригадаһының “һапһыҙ ҡара балтаһы”на әйләнде. Ғөмүмән, малайҙар һуғыш осоронда ла, унан һуң да хәленән килгәнсә колхозда, үҙ йөҙҙәре ҡыҙармаһын өсөн, тырышып эшләне. Улар хаҡында гәзит аша белдермәксе булдым.

 

“Дуҫтарым бирешмәне...”

 

Вәрис Әхмәтов буй еткергәнсе колхоздағы төрлө эштә йөрөнө. Артабан, Йылайырҙағы ветеринария училищеһын тамамлап, Карл Маркс исемендәге колхозда алыштырғыһыҙ мал табибы булды. Ғүмеренең һуңғы йылына тиклем үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡалды. Исҡаҡ ауылы ҡыҙы Зәйтүнә менән ауылда ҡарағайҙан ҙур өй һалып ингәйнеләр, бына тигән өс ҡыҙ һәм өс ул үҫтерҙеләр.

Ғәйнетдин Асҡаров хәләл ефете Сәриә менән ауылыбыҙҙа ҙур йорт һалды. Ул алыштырғыһыҙ балта оҫтаһы ине. Колхоз буйлап, Амангилде, Гусевка фермаларын төҙөүҙә, өйҙәр һалыуҙа ҡатнашты, колхоз өсөн атҡармаған эше ҡалмағандыр. Алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Ауыр йылдарҙа Вәлит Хайсаров “Йәнгел” совхозының Таштуй ауылына ғаиләләре менән күсеп киткәйне. Бында ҡустыһы Рафаилде бәләкәй санаға ултыртып, ул төрлө эште башҡара, оҫта тракторсы-комбайнсы булып таныла. Буҙыҡайҙа Сәүҙә исемле ҡыҙға өйләнә Вәлит. Бына тигән өй һалып сығалар һәм өс ҡыҙ, бер малай үҫтерәләр.

Вәкил Мәһәҙиев – юғары белемле математик, Ҡаҙмаш мәктәбе директоры. Абҙаҡтан фельдшер Ҡифая исемле ҡыҙға өйләнде. Бер ҡыҙ һәм өс малай үҫтерҙеләр. Ҡыҙыл йылғаһы буйында өй һалалар. Аталы бала – арҡалы, тиҙәр. Атаһы һуғыш яландарынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты.

Нәзир Мостафин ауыл хужалығы училищеһын тамамлаған ине. Тыныс холоҡло, аҡыллы, абруйлы Нәзир, төрлө эштә эшләп, оло маҡтауға лайыҡ булды. Әбделғәзенән Хәснә тигән ҡыҙға өйләнде, һәм бер нисә ҡыҙ, малай үҫтерҙеләр.

Зиннәт Камалов 15 йәшенән ауылыбыҙҙа хисапсы булды. Үҙенең ауылын ташлап китмәне ул: төрлө эштә сыныҡты, ун йыл тирәһе ауылда бригадир вазифаһын атҡарҙы. “Заветы Ильича” колхозы рәйесе Исаак Пеннер Зиннәтте “мой сынок” тип йөрөттө. Ҡатыны Йәүҙә менән өс ҡыҙ менән ике малайға ғүмер бүләк иттеләр.

Мәжит Сөләймәновтың егет йылдары Тирмән лагерында эшләп үтте. Электрик һөнәренә эйә булғайны ул. Дуҫтарыбыҙ араһында үткәрелгән мәжлестәрҙә ул виртуоз скрипкасы булды, клубта йәштәрҙең йөрәген ошо уйын ҡоралында уйнап елкендерә ине. Ауылға килгән йәш уҡытыусы Зәйтүнәгә өйләнде. Күп тә тормай, уны Атауҙыға балалар уҡытырға ебәргәс, ғаилә ошонда йәшәне һәм эшләне. Аҙаҡ Зәйтүнәне тыуған ауылы Әбделмәмбәткә һоратып алғастар, ошонда төп­ләнделәр, ике малай, ҡыҙ үҫтерҙеләр.

Үҙемә килгәндә, 1951-1952 йылдарҙа – Ҡаҙмаш менән Рыҫҡужала баҫыу хисапсыһы, 1953 йылда фермала иҫәпсе булып эшләнем. Ат һәм үгеҙ егеп, һауынсылар һауған һөттө Ҡаҙмаш һөт заводына ташыным. 1954 йылда тракторға таҡтырыусы булып эшләргә тура килде. 1955-1956 йылдарҙа Нәзир дуҫым менән, Учалы районындағы Вознесенкала училище тамамлап, “киң профилле механизатор” дипломын алып, ауылда тракторсы булып эш башланым. 1957 йылда МТС РТС-ҡа әйләнгәс, тракторһыҙ тороп ҡалдым. Бер йәй тирәһе төрлө эштә йөрөнөм: Уралда звенола кәбән дә ҡойҙом, токта моторист та булдым. 1958 йылдың көҙөндә Рыҫҡужа ауылы һылыуы Рәйләгә өйләндем. Бөгөн дә бер-беребеҙгә терәк булып ғүмер итәбеҙ. Ике малай һәм ике ҡыҙыбыҙ бар. Ҡыҙҙарыбыҙ – Өфөлә, бәләкәй улыбыҙ ҙа улар эргәһендә. Өлкән улыбыҙ – үҙебеҙҙең янда, Йәнгелдә йәшәйҙәр. Балаларыбыҙ ҙа олатай-өләсәй була башланы инде.

Шулай итеп, һәр беребеҙҙең үҙ йорто, үҙ усағы булды. Районыбыҙҙағы, республикабыҙҙағы, илебеҙҙәге ауыл-ҡалаларҙағы әллә күпме бала оло хикмәт-михнәткә бирешмәй, өлкәндәр ыңғайына Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн барлыҡ көсөн һалды. Дуҫтарым 60 йәшен үткәргәндән һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ та йәшәй алманы, ике йыл эсендә ир-заттарҙан барыһы ла баҡыйлыҡҡа күсте.

 

Әфләх МӘХМҮТОВ.

 

Әбйәлил районы.

Читайте нас