Йәмғиәт
11 Август 2021, 13:00

Балалар Торатауға артылды

“Торатау” геопаркын хәҙер “үҙенсәлекле” балаларҙың да барып күреүе – ҡыуаныслы

Балалар Торатауға артылдыБалалар Торатауға артылды
Балалар Торатауға артылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы төрлө яҙмалар менән даими таныштыра. Сираттағы хәбәре, ғәҙәттәгесә, иғтибарҙы йәлеп итте.

– Беҙҙә “Торатау” геопаркын хәҙер “үҙенсәлекле” балаларҙың да барып күреүе – ҡыуаныслы, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан Радий Фәрит улы. – “Ломая барьеры” социаль технологиялар үҙәге һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен уникаль тәбиғәт объектына беренсе тапҡыр экскурсияға алып сыҡты. Улар өсөн Торатау тауын артылыу ойошторолдо, әлбиттә, геогид ярҙамында. Улар шихан тураһында һөйләне, сәй һәм бүтән төрлө тәмлекәстәр менән һыйланы.

Радий Фәрит улы билдәләүенсә, ошо социаль проектта потенциаль ҡатнашыусылар бихисап, ундай акциялар киләсәктә лә даими үтәсәк. Экскурсияға барырға теләүселәр “Ломая барьеры” үҙәгенең электрон адресына (info@stereotipov.net) һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитетының (unescorb@yandex.ru) электрон адресына заявка ҡалдыра ала. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-917-741-8069. Шул уҡ ваҡытта ЮНЕСКО глобаль селтәренә “Торатау” геопаркын индереү өсөн күп эштәр башҡарыла. Ул территорияны уңайлы һәм экологик йәһәттән таҙа итеү өсөн эшләнә.

Беҙгә билдәле булыуынса, экскурсия “Погуляй со мной” социаль акция сиктәрендә ойошторолған. “Ломая барьеры” социаль технологиялар үҙәге директоры Алина Хәбирова һөйләүенсә, ғәҙәттә, балалар Өфөлә уҙған сараларҙа ҡатнашҡан, ә ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты экскурсияға саҡырғас, сәфәргә сығыусылар бик күп булған.

 

Фото: Радий Хәбировтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас