

1 августан Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды. Был осорҙа ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың шәхси ярҙамсыл һәм башҡа индивидуаль хужалыҡтары, коммерциялы булмаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәре тураһында мәғлүмәт тупланасаҡ. 2021 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың маҡсаты булып ауыл хужалығында булып үткән структур үҙгәрештәр тураһында рәсми мәғлүмәт алыу, ауыл хужалығы етештереүселәре категориялары буйынса мәғлүмәт алыу, ауыл хужалығы үҫешен күҙаллау тора.
Районда иҫәп алыу буйынса уполномоченный һәм уның 2 урынбаҫарынан тыш, 8 инструктор һәм 48 иҫәп алыусы йәлеп ителгән. Бер ай эсендә уларға 22883 шәхси ярҙамсыл хужалыҡты йөрөп сығырға тура киләсәк. Шулай уҡ районда 85 крәҫтиән-фермер хужалығы, 31 ауыл хужалығы предприятиелары һәм ойошмалары, 97 баҡса ширҡәте буйынса мәғлүмәт тупланасаҡ. Иҫке Муса ауылында ла был мөһим эшкә әүҙем тотондолар. Был йүнәлештә ике кеше эшләй – улар урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре Рәмзиә Ҡунаҡаева һәм Гөлнара Шәғәлиева. Рәмзиә Сабирйән ҡыҙы ҡарамағында - 443 объект, ә Гөлнара Хамбал ҡыҙы бер ай эсендә 464 объект буйлап йөрөп, мәғлүмәт тупларға тейеш. Иҫәп алыусылар асыҡ йәшел төҫтәге махсус кейем менән тәьмин ителгән - “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу” тип яҙылған кепка, жилет, Росстат символикаһы төшөрөлгән портфель һәм планшеты бар.
- Быйыл иҫәп алыу беренсе тапҡыр электрон форматта үтә, был, әлбиттә, эште тиҙләтә һәм еңеләйтә. Һуңғы тапҡыр ауыл иҫәбен 2016 йылда алғайныҡ. Быйылғы йылда беҙҙең ҡарамаҡта бөтәһе 910 объектты теркәү күҙ уңында тотола. Уларҙың араһында Бекетов баҡсасылыҡ ширҡәте беҙгә беркетелгән, шулай уҡ 2 крәҫтиән-фермер хужалығы, 4 шәхси ярҙамсыл хужалыҡ буйынса мәғлүмәттәрҙе яҙып алырға кәрәк. Айгизәр Ғөзәйеров һәм Илшат Ураҙғоловтар малсысылыҡ менән шөғөлләнә, ә бына Рөстәм Мөхәмәтйәров менән Илсур Йосоповтар йәшелсә үҫтереү менән була. Кампания барышында уларҙың техникаһы, баҫыу-яландары, үҫтергән һәм етештергән продукцияһы һәм башҡалар иҫәпкә алына. Шулай уҡ һәр йортҡа йөрөп, ер биләмәһе майҙаны, пай ере, емеш биреүсе ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар, ҡош-ҡорт, мал һаны, бал ҡорто оялары һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт аласаҡбыҙ. Һорау алғанда иҫәп алыусыларға бер ниндәй ҙә документтар күрһәтергә кәрәкмәй. Мәғлүмәттәр һәр хужаның һүҙҙәре буйынса яҙып алына. Унда исем-фамилия һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәр күрһәтелмәй, - ти Рәмзиә Сабирйән ҡыҙы. - Көнөнә 16-20 объект буйынса үтергә тейешбеҙ. Бөгөнгө көнгә бөтәһе 76 объект үтелгән.
Ауыл халҡы ла был мөһим эште бик ыңғай ҡабул итә һәм йылы ҡаршы алалар.
- Ауылда йәшәгәс баҡса тултырып емеш-еләген дә, ағас-ҡыуаҡтарын да ултыртҡанбыҙ, йәшелсәһен дә үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡортон да аҫрайбыҙ. Ауыл хужалығы иҫәбен алыу бик тә кәрәктер тип уйлайым. Киләсәктә ауыл кешеһе өсөн ярҙамы булыр, тип ышанабыҙ, - ти Айгөл Ғәлиева.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы 30 авгусҡа тиклем дауам итә. Мөһим саранан ситтә ҡалмағыҙ, әүҙем ҡатнашығыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
сығанаҡ: https://dairagazite.ru/articles/novosti/2021-08-06/huzhaly-ta-ni-r-bar-2452162