

Һуңғы ваҡытта Сибай ҡалаһында игеҙәктәрҙең йыш тыуыуы ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә Алина һәм Станислав Шараповтар икеләтә бәхет кисерҙе: уларҙың игеҙәк улдары донъяға килде. Ғаиләлә Маркел исемле улдары бар, уға әле - 3,5 йәш. Игеҙәктәргә Мирон һәм Леон тигән исем ҡушаҡандар. Малайҙарҙың ауырлығы - 2820 һәм 2710 кг, буйҙары 52 һәм 54 сантиметр.
- Исемде кәләшем менән икәүләшеп уйланыҡ, - ти ғаилә башлығы Станислав Юрьевич. – Алина ауырға ҡалып, беренсе ультратауыш тикшереүе үткәс тә игеҙәктәр тыуасағын белдек. Икенсе узи бәпестәрҙең енесен күрһәтте. Беҙҙең шатлығыбыҙҙы уртаҡлашып, фотоальбом бүләк иткәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа ҙур рәхмәт! - ти Алина Вәғиз ҡыҙы.
Бәхетле ғаиләнең беҙ ҙә шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашабыҙ һәм киләсәктә буласаҡ баһадирҙар һау-сәләмәт үҫеүен теләйбеҙ!
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.