

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнөң Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспектын тоташтырған юл үткәргесенең беренсе сираты ваҡытынан алда асылды.
– Ремонт эштәре юл үткәргесте төҙөүҙән тормай, шулай уҡ иҫке юл үткәргесте һүтеү, коммуникацияларҙы, ағын һыу канализацияларын, һыу менән тәьмин итеү селтәрен, транспорт инеү юлын эшләүҙе лә үҙ эсенә ала. Шулай уҡ магистраль газ үткәргесте күсереү, ҡаланың мәҙәни ҡомартҡыһын һаҡлау өсөн археология эштәре... Былар өсөн республика бюджетынан 900 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк, – тип белдерҙе “Уралмостострой” йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе, Өфөнөң Почетлы гражданины Павел Рабухин.
“Юл үткәргесте асыу бөтә Өфө халҡы өсөн байрам, бигерәк тә ошо участка аша балаларын мәктәпкә йөрөтәсәк ата-әсәләр өсөн. Юл үткәргесте реконструкциялау буйынса хәүефләнеүҙәр артта ҡалды. Халыҡҡа уңайлыраҡ буласаҡ. Беҙҙең республика етәкселеге, төҙөүселәр тарафынан ҙур эштәр башҡарылды. Тыуған ҡалабыҙ үҙгәреүенә, ҡала мөхите бөтәһе өсөн дә уңайлыға әйләнеүенә шатмын”, – тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.
Фото: Башинформ.