Йәмғиәт
12 Август 2021, 18:00

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

Хәйбулла районында сыҡҡан утты һүндерергә ҡайҙан ғына килмәйҙәр!

“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите
Фото:“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите

Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, Хәйбулла районында сыҡҡан утты һүндерергә ҡайҙан ғына килмәйҙәр. Афәт менән көрәшкә башҡортостандар ҙа, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡушылды.

"Кемгәлер ҡурҡыныс янағанда, беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ, был егетлек түгел, – ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Шайморатов исемендәге ирекмәндәр төркөмө ағзалары. – Ике тәүлек булды, ут ялмаған майҙанды байтаҡҡа кәметтек, хәҙер унда тыныс. 60-тан ашыу ҡыҙ һәм егет – ҙур көс. Хәйбулла районынан тыш, Ейәнсура һәм Йылайыр биләмәһендә лә янғын һүндерештек".

Ут менән көрәштә радиохәбәрселәр Азамат Нуриев, Айбулат Сәсәнбаев, Ғәзиз Әбделмәнов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм башҡаларҙы осраттыҡ. Ирекмәндәр Ураҙбай ауылы эргәһендәге Аҡ түн итәгендә булғандан һуң, төтөн күренгән башҡа яҡҡа юлланды.

Әйткәндәй, Ҡырымдан килгән ирекмәндәр ҙә ут менән көрәшә Хәйбулла районында. Мәҫәлән, Симферополь ҡалаһынан Илвир Ҡасимов – ирекмәндәр менән бергә. Илвир Ҡасимов һөйләүенсә, ул дуҫы Хәйбулла Хамматовҡа ҡунаҡҡа килгән, ҡаза тураһында ишеткәс, йөрәге түҙмәгән, ҡоралланып бында ашыҡҡан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас