

Өфөлә Йәмғиәткә булышлыҡ итеү республика штабында "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Унда йәштәр ойошма-ведомстволарынан килгән вәкилдәр Халыҡ программаһына тәҡдимдәр индерҙе.
Сараны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова алып барҙы. Унда шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫарҙары Эльвира Айытҡолова менән Рөстәм Әхмәҙинуров һ.б. ҡатнашты.
Рөстәм Әхмәҙинуров билдәләүенсә, ирекмәндәр үҙәге шундай булырға тейеш, ул бөтә ирекмәндәр хәрәкәттәрен үҙ ҡанаты аҫтына алһын. Ә Башҡортостан Йәштәр Хөкүмәте рәйесе Алексей Прокофьев белдереүенсә, электр транспорты менән ҡайҙалыр барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыу мөһим, шулай уҡ йәш әсәләр коляска менән йөрөгәндә лә тейешле уңайлыҡтар булдырыу зарур.
“Российские студенческие отряды” йәштәр дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Юлиә Назарова һәм “Рәсәй студент отрядтары” йәштәр дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе Ирина Сухарева студенттарҙы эшкә урынлаштырыу, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү мәсьәләһен күтәрҙе.
– Йәштәр – ҙур көс, – тине Зарина Ғәзизова. – “Берҙәм йәштәр – көслө Рәсәй” тигән "түңәрәк өҫтәл"дә йәштәр эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Беҙ “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының халыҡ программаһы үҫешенә үҙ өлөштө индерә аласаҡбыҙ.
Фото: Йәмғиәткә булышлыҡ итеү республика штабы.