

Ауыл тормошон ныҡ яратҡандар ҙа, ҡайһы берҙә ялҡып китеп: “Их, ҡалала йәшәү күңеллерәк. Беҙҙең бында баш эштән сыҡмай, көн буйы йүгерәбеҙ, рәхәтләнеп ял итергә лә форсат юҡ. Ҡалала, исмаһам, театр-концерттарға йөрөргә мөмкин, тормош мауыҡтырғысыраҡ, кеше эш менән таушалмай”, – тип зарланып алалыр ул.
Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә ҡайһы саҡта шулай уйлайым. Ә инде баш ҡаланан районыбыҙҙың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Березовка ауылына күсеп ҡайтып, ауыл тормошонан шул тиклем кинәнес алып йәшәгән Оля Медякова менән осрашып аралашҡандан һуң, ауылда ғүмер итеүҙең барлыҡ ыңғай яҡтары киреләрен “һыҙып ташланы” тиерлек.
Ольга Өфө ҡалаһында тыуып үҫә, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлай һәм бер аҙ эшләп алғандан һуң бөтөнләйгә ауылға күсергә ҡарар итә. Березовкала олатай-өләсәһе йәшәгән була. “Ҡыҙым ауылға ҡайтыу менән күп ваҡытын йорт хайуандары менән уҙғара, олатаһына мал ҡараша торғайны”, – тип һөйләй Оляның әсәһе Марина Владимировна.
Оляны сәғәтләп тыңлап ултырырға мөмкин: ул ауыл тормошо тураһында шул тиклем йылы, ихлас итеп һөйләй, Березовканы, малдарын ныҡ ярата. Эйе, һыйыр, кәзәләр аҫрау эшен бар күңелен биреп башҡара кисәге ҡала ҡыҙы.
Кәзәләрҙең “заанен” һәм “англо-нубий” тоҡомлоларын үҙ итә ул.
– “Заанен”дар “англо-нубий” тоҡомона ҡарағанда һөттө саҡ ҡына күберәк бирә, әммә сифат яғынан бер аҙ ҡалыша. “Англо-нубий” тоҡомонан булған малҡайҙарҙың һөтө ҡуйы ла, файҙалыраҡ та, тәмлерәк тә. Кәзәләрҙе Силәбе, Һамар, Мәскәү, Новороссийск ҡалаларынан, Белореттан алдым. Уларҙың һөтө ни өсөн файҙалы? Сөнки үләнде һайлап, файҙалыһын ғына, өҫкө өлөшөн генә ашайҙар, – тип һөйләй Оля.
Тырыш ҡыҙҙың һыйыры иһә “айршир” тоҡомло. Тәүҙә Бестужев тоҡомлоно аҫрай, һуңынан өс айлыҡ ҡына “айршир” быҙауын һатып ала. Хәҙер инде Красуля исемле был малҡай көнөнә 35-әр литрлап һөт бирә. Төрлө сыр, ҡыҙыл эремсек, ҡаймаҡ, йогурт эшләй Оля. Был тәмлекәстәргә алдан заказ биреп, көтөп алалар икән. Уларҙы үҙе үк алып барып бирә. Тырыш ҡыҙ һәр эшен еренә еткереп, юғары кимәлдә башҡара. Шуның өсөн онлайн-форматта билдәле сыр яһау оҫтаһы Марина Каманинала курстар үтә. Бынан тыш, әлеге ваҡытта ветеринария буйынса белемен камиллаштыра, малҡайҙарҙы дөрөҫ рацион менән ашатырға өйрәнә.
Әлеге ваҡытта һөт миҙгеле булғас, эш етерлек. Етмәһә, Ольга әсәһе, атаһы менән бергә бесән дә әҙерләй.
– Ауыл ерендә ял юҡ, иртүк торорға кәрәк. Уның ҡарауы, көн һайын кискә тиклем эштә булыу менән сағыштырһаң, мәшәҡәтеңде бөтөрөп, ял итеп алыу мөмкинлеге барлығын билдәләмәй булмай. Ғөмүмән, ауыл ерендә йәшәүҙең ыңғай яҡтары бик күп. Саф һауа, тәбиғи аҙыҡ-түлек, хозур тәбиғәт, ҡояш сығыуын һәм батыуын күҙәтеү, яландағы хуш еҫле сәскәләрҙең еҫенән ләззәтләнеү, ҡоштар һайрауын тыңлау... Ә хайуандар, малдар – үҙе бер ғәжәйеп донъя. Быларҙы мин бер ҡасан да ҡалаға алыштырмаясаҡмын, – ти Ольга.
Шулай тормошоноң һәр миҙгеленән йәм табып, һәр миҙгел өсөн рәхмәтле булып, тормоштоң матурлығын күрә белеп йәшәй Ольга. Күңел ҡушыуы менән йәшәгәнгә күрә, уның йөрәге тулы бәхет.
- Эльнара ШӘЙМӘРҘӘНОВА.