Йәмғиәт
13 Август 2021, 11:38

Асҡындар теүәллеккә саҡыра

1 августа Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды.

Асҡын районында был мөһим сараға етди әҙерлек эштәре алып барылды. Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреү мәсьәләләре буйынса белгес Винария Мөкәрәм ҡыҙы Кашапова беҙгә ошо хаҡта һөйләне.

 “Башҡортостанстат” 2021 йылдың 1 авгусынан 30 авгусына тиклем ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы уҙғара. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 29 авгусындағы “2021 йылда бәләкәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ойоштороу тураһында”ғы 1315-се ҡарарына ярашлы, микроперепись үткәреү ваҡыты тип тап ошо август айы билдәләнгәйне.

2005 йылдың 21 июлендәге “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу” федераль законы ауыл хужалығы иҫәбен алыуға нигеҙ булып тора.

– “Башҡортостанстат” район белгестәре менән уҡыуҙар ойошторҙо. Асҡын районында ошо мөһим сараға дүрт инструктор – Ләйсән Әхмәтйәнова, Резеда Кәлимуллина, Наҙгөл Ғәниева, Елена Сухорукова һәм 21 иҫәп алыусы йәлеп ителде. Һәр береһенә яҡынса – 486 объект, ә инструкторға алты иҫәп участкаһы тура килә.

Беҙҙең районда һигеҙ ауыл хужалығы ойошмаһын, 34 крәҫтиән (фермер) хужалығын һәм шәхси хужалыҡты, бынан тыш, 10222 шәхси ярҙамсы хужалыҡты яҙып алырға кәрәк. Ошо иҫәп алыу барышында ауыл хужалығы тармағында мәшғүлдәр һаны, ер биләмәләре, уларҙы файҙаланыу, ауыл хужалығы культуралары һәм күп йыллыҡ үҫенте майҙандары тураһында ла мәғлүмәттәр теркәлә.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың үҙенсәлеге шунда: иҫәпселәр бары шәхси хужалыҡтарға ғына инә. Шулай уҡ мал һаны ла иҫәпкә алынырға тейеш. 16 авгусҡа тиклем ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары электрон тикшереү бланктарын үҙаллы йәки статистика бүлегенә килеп, иҫәпкә алыу биттәрен үҙҙәре тултыра ала, – тип билдәләй Винария Мөкәрәм ҡыҙы.

Иҫәпкә алыусыларҙың махсус кейеме була (“Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу” тип яҙылған йәшел кепкаһы, жилеты). Шулай уҡ уларҙың таныҡлығы һәм паспорты булырға тейеш. Иҫәп алыусыларға бер ниндәй ҙә документ күрһәтергә кәрәкмәй. Мәғлүмәттәр һәр хужаның һүҙҙәренән яҙып алына. Унда исем-фамилия, шәхси белешмәләр күрһәтелмәй. Иҫәпкә алыусылар менән аралашыу өсөн 20 – 25 минут ваҡыт талап ителә. Күп осраҡта һорашыу планшеттарҙа алып барыла. Интернет булмаған ерҙә мәғ­лүмәттәр махсус иҫәпкә алыу бит­тәренә теркәлә.

Әлеге иҫәп алыуҙы ойоштороу ауыл хужалығы биләмәләрен үҫтереүҙең ныҡлы стратегияһын тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү өсөн кәрәкле рәсми статистика мәғлүмәттәре алыуҙы тәьмин итәсәк, шуға күрә августа уҙған был сарала республика халҡын әүҙем булырға һәм теүәл мәғлүмәт бирергә саҡырабыҙ.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға яҡынса йомғаҡ быйыл декабрҙә, ә тулыһынса 2022 йылдың аҙағында яһаласаҡ.

 

- Наилә ИМАЕВА.

 

Асҡын районы.

Читайте нас