

Эзбизләнгән үрсем (аскосфероз) – башлыса 3-4 көнлөк асыҡ үрсемдең йоғошло бәшмәк ауырыуы ул. Иң беренсе сиратта – әре ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтарын, ә унан иһә эшсе ҡорттарҙың ҡарышлауыҡтарын зарарлай. Ҡуҙғытҡысы – аскосфера аписы бәшмәге. Ул тышҡы мөхит йоғонтоһона һис бирешмәй, тупраҡта, умартала тиҫтәләрсә йыл һаҡлана.
Иғтибарлы булыу мөһим
Ауырыу кәрәҙҙең аҫтында йәки үрсем ишәйә торған рамдарҙың ситендә урынлашҡан ҡарышлауыҡтарҙы зарарлауҙан башлана. Күҙәнәктәрҙең өҫтөндә күгәргән аҡ таптар барлыҡҡа килә. Үлгән ҡарышлауыҡтар, кибеп, аҡбур киҫәген хәтерләткән ҡаты массаға әйләнә.
Аскосфероз Башҡортостан умарталыҡтарында бигерәк тә 1983–1985 йылдарҙа киң таралды, шул ваҡыттан бирле бөтә умарталыҡтарҙы солғап алды. Ҡорт ғаиләһендә ауырыу апрелдән башлап октябргә тиклем, йәғни үрсем булған саҡта күҙәтелә. Өлкән, осоп йөрөгән бал ҡорттары сирләмәй, ләкин ауырыуҙы таратыусы, ҡуҙғытҡыстарҙы йөрөтөүсе булып тора. Аскосфероздың таралыуына һыуыҡ, дымлы һауа булышлыҡ итә. 1990 йылдар уртаһында ул үҙенең “иң юғары нөктәһенә” барып етте, тип әйтергә мөмкин.
Ауырыуҙың төп сығанағы – сирле бал ҡорто ғаиләләре: ояның эсендә сир бәшмәкте ашаған ҡорттар аралашҡан саҡта тарала. Зарарланған умарталар, кәрәҙҙәр, аҙыҡтар һәм сирле умарталыҡтағы бөтә тотоноу кәрәк-ярағы ауырыуҙы таратыусылар булып һанала. Шик тыуған хәлдә кәрәҙ киҫәген 10–15 сантиметр ҙурлығында киҫеп алып, ауырыу һәм үлгән ҡарышлауыҡтарҙы район ветеринария лабораторияһына тикшереүгә ебәрәләр.
Дауалау. Ауырыу бал ҡорто ғаиләләренә шәкәр сиробына һыуҙа ауыр иреүсән антибиотик – нистатин – ҡушып дауа бирәләр, йәғни өҫтәмә аҙыҡландыралар (1 литр һутҡа 500 мең берәмек нистатин ҡушыла). Өҫтәмә аҙыҡландырыу өсөн 50 процентлы шәкәр һуты (1 өлөш шәкәргә 1 өлөш һыу), әҙерләйҙәр һәм ошо дозаға иретеп ҡуйылған нистатинды ҡушалар. Өҫтәмә аҙыҡты ҡорттарҙың йәнәш кәрәҙҙәр араһынан йөрөү юлына 100–150 миллилитр иҫәбенән өс тапҡыр, 4-5 көн аша кәмәшәүҙәргә һалып бирәләр.
Аскоцин – бик һөҙөмтәле дарыу. Ул ампулала район-ара, шәхси умартасылыҡ магазиндарында һатыла.
Аскоцин менән дауалау курсы үткәрер алдынан зарарланған үрсемле рамдарҙы умартанан алалар, инә ҡортто (мөмкинлек булһа) алмаштыралар. Ауырыу бал ҡорто ғаиләләрен таҙа яһалма балауыҙға, яҡшылап дезинфекцияланған кәрәҙҙәргә һәм умартаға күсерәләр. Иретмәне әҙерләү өсөн бер ампуланы 30 мл ҡайнаған һыуҙа иретеп болғатырға кәрәк. Был иретмә препаратын ашатҡанда 5 литр (кг) шәкәр сиробына (бер өлөш һыу иҫәбенән 1:1) дауа сифатында өҫтәмә аҙыҡ ҡушып бирәләр һәм 3,5 – 4 литр шәкәр сиробы (1:5) менән һуғарыу үткәрәләр йәки һиптереп еүешләйҙәр.
Ҡорттарға дауалау өсөн шәкәр сиробын йәки бал (1:1 нисбәтендә) ашатҡанда кәрәҙле рамдың аҫҡы яғына, өстән бер өлөшөнә һибәләр, аҙаҡ бал ҡорто ғаиләһенең ояһына ҡуялар. Бер рамға 60–70 мг (г) сироп кәрәк. Ә һуғарған саҡта “Росинка” һиптергесе йәки шприц менән асыҡ үрсемдәргә һәм кәрәҙле рамдарға 15 мл иҫәбенән йылы шыйыҡ иретмә рәүешендә һиптерәләр. Бал ҡорто ғаиләһен, барыһын да, 2-3 мәртәбә 3-5 көн аша эшкәртеп торорға кәрәк.
Был препаратты һатып алған саҡта иғтибарлы булығыҙ! Ампулаларҙа аскоцин төрлөсә күләмдә була. Мәҫәлән, 0,41 мл ампула өсөн ашатҡан саҡта 2 литр шәкәр сиробы (1:1), ә кәрәҙле рамдарҙы һуғарған саҡта 1,5 литр шәкәр сиробы (1:5) талап ителә. 1,2 мл аскоцинлы ампула өсөн ярашлы рәүештә 5 литр һәм 3,75 литр (2,4 мл аскоцинға 10 л һәм 7,5 л) сироп кәрәк.
Халат, алъяпҡыс, резина бирсәткәләр, һаҡлау күҙлеге кейеп эшләргә кәрәк. Тәмәке тартырға, ашанырға һәм һыу эсергә рөхсәт ителмәй. Дауалау ваҡытында балаларҙы яҡын килтерергә ярамай һәм уларҙың ҡулына препарат эләкмәһен. Эш бөткәс, ҡулдарҙы яҡшылап йыуыу талап ителә.
Балды ҡыуыуға, ҡорт ғаиләһен һуңғы тапҡыр аскоцин менән эшкәрткәндән һуң, 15 тәүлек кенә тотонорға кәрәк. Препараттың яраҡлылыҡ ваҡыты – ике йыл. Ғаиләләрҙе иртә яҙын, йәй көнө 10-15 июнгә тиклем һәм көҙгө осорҙа ашатҡанда ла ҡулланалар. Бал ҡорттарының аскосфероз менән ауырыуын иҫкәртеү өсөн һеҙгә норма буйынса яҙҙан (кәмендә 2 һитәле рам, 10-14 килограмм бал) тулы ҡиммәтле аҡһым запасы етерлек булған аҙыҡтар менән тәьмин ителгән көслө бал ҡорто ғаиләләрен тоторға кәрәк. Кәрәҙҙәрҙе даими яңыртып тороу мотлаҡ. Яҙ, ҡорттарҙы ҡышлау урындарынан сығарғас, күстәрҙе көсөнә ҡарап, ваҡытында ояларҙы кәметергә кәрәк. Ғаилә ояһы бик иртә, һыуыҡ көндәрҙә киңәйтергә ярамай. Бигерәк тә уларға яһалма балауыҙ биреү ояның эсен һыуытыуға ғына килтерәсәк, ә бәшмәк шундай түбән температурала тиҙ үрсей.
Умарталарҙы ҡоро, ҡояш нурҙары төшкән асыҡ урынға, 40 см, хатта 50–60 см бейеклектә ҡаҙыҡтарға йәки тимер ҡалҡытмаға ултыртыу талап ителә.
Шулай уҡ аскосферозды дауалағанда асконазол препараты ла ҡулланыла.
Бал ҡортоноң ҡоротҡостары
Бал ҡортоноң дошмандары — улар иҫәбенә йәшәргә тырышып, ҙур зыян килтереүсе йәнлектәр ул. Ундайҙар иҫәбенә ҡайһы бер бөжәктәр, талпандар, кимереүсе йәнлектәр һәм ҡоштар инә. Паразиттар бал ҡорто ғаиләһендә йәшәй, уның иҫәбенә туҡлана. Уларҙан тыш, йыртҡыстар ҙа умарталыҡтарға һөжүм итә, бал урлай, осҡан ҡорттарҙы аулай.
Бал ҡорто паразиттарына балауыҙ көйәһе, асаҡай (эҫкәк ҡойроҡ), ҡайһы бер ҡуңыҙҙар, талпан һәм сысҡан инә. Уларҙың бөтәһе лә даими рәүештә йәки оҙон-оҙаҡлап бал ҡорто ояһында йәшәй һәм балауыҙ, һитә, бал, ағас (рамдар, умарта), йылытылыусы материал, шулай уҡ үлгән ҡорттар һәм ҡарышлауыҡтар менән туҡлана.
Балауыҙ көйәһе
Ул кәрәҙҙәргә, ә ҡайһы саҡта үрсемгә лә ҙур зыян килтерә. Умарталыҡтарҙа көйәнең ике төрө осрай: бал һәм балауыҙ менән туҡланыусы ҙур һәм кескәй балауыҙ көйәһе. Көйә төнөн генә хәрәкәткә килә, умарталарға осоп инә, уларҙың төбөндәге ярыҡтарға, сүп-сар араһына һәм кәрәҙҙәргә йомортҡаларының бер ни тиклемен һалып ҡалдыра ла икенсе кискә хәтлем ағасына әйләнеп ҡайта.
Ҙур балауыҙ көйәһенең күбәләге үрсемлерәк тә, зарарлыраҡ та. Ул йәшәү осоронда (25-26 көн) 1500–2000 йомортҡа һала. Балауыҙ көйәһенең ҡарышлауығы йәшәй башлауының тәүге көнөндә – бал менән, унан һитә һәм кәрәҙ менән туҡлана. Балауыҙ көйәһенең ҡарышлауыҡтары рамдағы балауыҙға юлдар һала, уларҙы үрмәксе ауы менән ҡаплап ҡуя. Ҡарышлауыҡтар киндер япма аҫтына инеп, сигаретҡа оҡшаш көплө ҡортҡа әйләнә. Йыш ҡына ҡарышлауыҡтар, юлдар һалып, үрсемгә зыян килтерә, һөҙөмтәлә улар үлә. Йышыраҡ осраҡта көйәләр көсһөҙ ғаиләләрҙе, шулай уҡ иҫке кәрәҙҙәр менән йәшәүсе ғаиләләрҙе зарарлай. Ныҡ зарарланған хәлдә кәрәҙҙәрҙең үрмәксе ауы, ҡарышлауыҡтар ҡалдығы менән тулыуы мөмкин. Көйә шулай уҡ буш торған кәрәҙҙәрҙе лә, дөрөҫ һаҡламаған хәлдә, башҡа кәрәҙ араһын да зарарлай.
Көйәгә ҡаршы көрәш саралары. Көслө бал ҡорто ғаиләләрен генә тоторға кәрәк, ундай ғаиләләр көйәнең ҡарышлауыҡтарын үҙҙәре юҡ итә. Бындай көслө ғаиләләр аҫрау һеҙҙең үҙегеҙгә бәйле. Умартала таҙалыҡ һаҡлайҙар, иҫке, эшкә ашмаған кәрәҙҙәрҙе алыштыралар, ә көйә менән зарарланған кәрәҙҙәрҙе балауыҙ итеп иретеп алалар. Ғаилә бик ныҡ зарарланған булһа, уны яҡшы сифатлы, асыҡ һоро төҫтәге кәрәҙҙәр ҡуйылған, дезинфекцияланған таҙа умартаға күсерәләр.
Әгәр ҙә кәрәҙҙәрҙә ҡарышлауыҡтар (көйәнеке) барлыҡҡа килһә, уларҙы һалҡынлыҡ ярҙамында юҡ итәләр.
10 – 12 градуслы һыуыҡ температура, сәғәт ярым ваҡытта көйәне үҫешенең бөтә стадияһында ла үлтерә. Көйә үтә өрөп торған елгә сыҙамай, кәрәҙҙәр һаҡланған бинаны даими елләтеп торорға, һауаның үтәнән-үтә ағылып тороуын тәьмин итергә кәрәк. Шулай уҡ көйәне юғары температура менән дә үлтерәләр. Кәрәҙҙәрҙе 80 процентлы уксус кислотаһының пары менән эшкәртеп, дезинфекция үткәрәләр.
Рамдарҙа бал булған хәлдә, уларҙы көкөрт газы менән эшкәртеү (яндырып) рөхсәт ителмәй, сөнки көкөрт газы, балдың һыуы менән ҡатнашып, бал ҡорто өсөн зарарлы булған көкөрт кислотаһы барлыҡҡа килтерә.
Көйәгә ҡаршы көрәштә микроблы препарат – энтобактерин файҙаланалар. Ул иһә кешеләргә лә, ҡорттар һәм хайуандар өсөн дә зарарлы түгел. Балауыҙ көйәһе ҡарышлауыҡтары кәрәҙҙәрҙе дарыулап һиптергәндә үлә. Ҡайһы саҡта һатыуҙа (баҙарҙа, хужалыҡ тауарҙары магазинында) осратып була торған көйәгә ҡаршы антимоль препаратын балауыҙ көйәһенә ҡаршы көрәштә файҙаланыу рөхсәт ителмәй, сөнки уның составында ҡорттарға бик ныҡ ярамаған хлорофос бар.
Көйә бер-береһенә тейеп торған кәрәҙҙәргә йомортҡаларын ихлас һала, шуның өсөн уларҙы 12 – 15 миллиметр аралыҡлы, һауа үтеп, елләтелеп торорлоҡ урында һаҡлайҙар.
- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.