Йәмғиәт
13 Август 2021, 10:30

Ауылдарҙа кәрәҙле элемтә буласаҡ

zvondozvon.ruzvondozvon.ru
Фото:zvondozvon.ru

11 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең ҙур кәрәҙле элемтә операторҙары вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар Хәйбулла районының алыҫта урынлашҡан һәм кеше аҙ йәшәгән ауылдарында элемтә менән ҡапланған зонаны киңәйтеү мәсьәләһен тикшерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кәрәҙле элемтә менән тәьмин итеү мәсьәләһен республика етәксеһе эш сәфәре менән Хәйбулла районында булған саҡта урындағы халыҡ күтәргәйне.

Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин хәбәр итеүенсә, Башҡортостан халҡының 98 проценты кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителгән. Хәйбулла районы буйынса был күрһәткес 92 процент тәшкил итә. 2020 йылда операторҙар райондың биш ауылына кәрәҙле элемтә үткәргән, йәнә 15 ауыл ҡалған. Уларҙың етеһе Әбеш һәм Аҡъюл ауыл советтары биләмәһендә урынлашҡан һәм даими рәүештә янғын буйынса хәүефле зонаға эләгә. Уларҙа ике мең самаһы кеше йәшәй.

Мәсьәләне тиҙ генә хәл итеү юлы булараҡ Геннадий Разумикин был ауылдарҙа тәьҫир радиусы 150 метрлыҡ бәләкәй база станциялары ҡуйырға тәҡдим итте. Проект ваҡыт һәм финанс йәһәтенән аҙ сығымлы. Киләсәктә иһә был ауылдарҙы федераль программа сиктәрендә киң зоналы кәрәҙле элемтә менән тәьмин итәсәктәр. Башҡортостанда уны тормошҡа ашырыу 2022 йылда башланасаҡ һәм алыҫта урынлашҡан 400 самаһы ауылды үҙ эсенә аласаҡ. Элемтә операторҙары был тәҡдимде хупланы һәм кәрәгенсә ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ­ҡа тиҙ арала проектты финанслау ваҡытын һәм механизмдарын әҙерләргә ҡушты.

– Хәйбулла районы ауылдары республиканың Ырымбур өлкәһе менән сигендә көньяҡ форпост барлыҡҡа килтерә. Унда йәшәгән кешеләрҙең хәүефһеҙлеге йыш ҡына күрше төбәктәрҙәге ғәҙәттән тыш хәлдәргә бәйле. Беҙ мотлаҡ рәүештә унда кәрәҙле элемтә үткәрергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

 

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас