Йәмғиәт
13 Августа 2021, 12:19

Айырылышыу менән донъя емерелмәй

Мөнирә – тормошта әсеһен дә, сөсөһөн дә байтаҡ кисергән ҡатын, тыныс холоҡло, һәр һүҙен үлсәп һөйләгән психолог. Ул шәхси тормоштан уңмаған, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында яратҡан кешеһе менән айырылышҡан парҙарға кәңәштәрен еткермәксе булды.

 “Айырыуса ҡатын-ҡыҙ һөйгәне менән айырылышыуҙы ауыр кисерә, эстән ныҡ һыҙлана. Күңел ҡайтыу, йәшәүҙән төңөлөү, ышаныс бөтөү, өмөтһөҙлөк баҫа, ҡайһы берәүҙәр тәрән депрессияға бирелә. Был тороштоң бер нисә айға, хатта йылдарға һуҙылыуы ихтимал.

Барыһынан да элек хәлгә яраҡлашырға һәм үҙеңде дөрөҫ тоторға, уйларға өйрәнергә кәрәк. Тәүге ҡағиҙә – хәлде бер нисек тә яҡшы яҡҡа үҙгәртә алмайһың икән, уға ҡарата мөнәсәбәтеңде үҙгәрт. Был саҡта бөтөнләй башҡа хис-тойғо кисерәсәкһең. Арағыҙ боҙолдо, үҙ-ара мөнәсәбәттәр тамамланды икән, нөктә ҡуйырға ла өйрәнегеҙ. Был яратҡан кешегеҙҙе тормошоғоҙҙан һәм хәтерегеҙҙән юйып ташларға кәрәк тигәнде аңлатмай, уны бары ...ысҡындырып ебәрегеҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә йәшәү еңелләшәсәк. Ниңә уға сытырман йәбешеп, үҙегеҙҙән ебәрмәү өсөн тырышырға? Күнергә, һөйгәнегеҙҙең хаталаныуын танып, артабан йәшәргә ынтылырға кәрәк.

Икенсе ҡағиҙә – үҙеңде йәлләргә һәм йәлләтергә ярамай. Өмөтһөҙлөккә төшөрөүсе бәйләнсек уйҙарҙан ҡотолоу өсөн ниндәйҙер шөғөлгә тотоноу мөһим.

Өсөнсө ҡағиҙә – күңелһеҙләнеп ултырыуҙан файҙа юҡ, кәйефегеҙҙе ыңғай тулҡынға бороғоҙ. Дуҫ-иштәрегеҙ менән осрашығыҙ, мауыҡтырғыс китап уҡығыҙ, матур көйҙәр тыңлағыҙ һәм башҡалар.

Дүртенсе ҡағиҙә – бер нәмәгә ҡарамай, үҙегеҙҙе яратығыҙ. Һөйгән кеше менән айырылышыу мөхәббәттең бөтөүен аңлатмай әле. Айырылышыу – кешене көслөрәк иткән тормош ғәмәле. Үткәндәге мөнәсәбәттәрҙе уңышһыҙ тәжрибә була­раҡ ҡабул итегеҙ. Киләсәктә һеҙҙе бик күп шатлыҡлы һәм бәхетле мәлдәр, яңы бәйләнештәр көтәсәк, бары бер үк  хаталарығыҙҙы ҡабатламағыҙ.

Иң мөһиме – үҙегеҙҙә асыу һәм үпкә һаҡламағыҙ. Төштә күргәндәге кеүек, барыһын да ғәфү итегеҙ, сөнки ауыр тойғолар артабан шатланып йәшәргә ирек бирмәйәсәк”, – ти Мөнирә. Уның кәңәштәре кемдәргә­лер аҙ ғына булһа ла ярҙам итер тигән ышаныстабыҙ.

Читайте нас