Йәмғиәт
13 Август 2021, 11:30

Бүздәк районында – ҙур байрам

Бүздәк районында тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһен ҙур сара итеп үткәрергә булғандар. Үҙәк майҙанға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, аҙыҡ-түлек етештереүселәр саҡырылған.

Бүздәк районында – ҙур байрамБүздәк районында – ҙур байрам
Бүздәк районында – ҙур байрам

Бүздәк районында тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһен ҙур сара итеп үткәрҙеләр. Үҙәк майҙанға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, аҙыҡ-түлек етештереүселәр саҡырылғайны. Аниматорҙар балаларҙың күңелен күтәреүсе уйындар, ярыштар ойошторҙо, халыҡҡа бушлай хоҡуҡи консультация тәҡдим ителде. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары ҡабул итеү ойоштороп, теләге булғандарға шунда уҡ вакцина эшләтеү мөмкинлеге тыуҙырҙы. Әйткәндәй, был көндө прививка эшләткәндәр “Табанлыкүл” бассейнына бушлай юллама менән бүләкләнде.

Сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты. Ул Бүздәк эшҡыуарҙарына “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

Йәштәр араһында футбол буйынса матч бик ҡыҙыу барҙы. Трибуналарҙа көйәрмәндәрҙең күплеге футболсыларҙы сәмләндереп ебәрҙе. Уйын бик көсөргәнешле барҙы.

Программа аҙағында үҙәк майҙанда Элвин Грейҙың сығыш яһауы халыҡтың күңелен тағы ла күтәреп ебәрҙе.

Сараға шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһының 7-се саҡырылыш депутаты Павел Качкаев килгәйне.

– Байрам бик оҡшаны. Айырыуса ауыл хужалығы йәрминкәһе күңелемә хуш килде. Йәшелсә-емешкә хаҡтар бик отошло. Июндә “борщ тупланмаһы”на хаҡтар бер нисә тапҡырға артҡайны. Ғаиләбеҙҙә борщ – яратҡан ашыбыҙ, уның өсөн йәшелсәне баҡсабыҙҙа үҫтерәбеҙ. Кәбеҫтә менән генә дуҫлаша алмайбыҙ. Бындағы йәрминкәлә йәнең теләгән аҙыҡ-түлекте табып була. Тоҙланған ҡыяр, помидор алдым. Урындағы умартасыларҙың балын тәмләп ҡарап алыу мөмкинлеге бар. Быйыл бал былтырғынан күберәк булды, тип тороуҙары ҡыуандырҙы, – тине Павел Качкаев.

Ҡунаҡтар араһында Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге кураторы Римма Үтәшева ла бар ине.

– Медик булараҡ, бөгөн Бүздәк районында “Һаулыҡ поезы”н күреүгә айырыуса шатландым. УЗИ аппараты, маммограф, вакцинация үҙәге эшләне. Район халҡының 67 проценты прививка һалдырған. Ҡыуаныслы хәл. Кәпәй-Ҡобау ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында булдыҡ. ФАП – ауыл халҡының һаулығы һағында торған төп ҡалҡан ул, – тине ул.

 

"Буздякские новости" гәзите сайтынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас