Йәмғиәт
13 Август 2021, 08:30

Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Республика менән идара итеү үҙәге бинаһы рекордлы ваҡытта – 5,5 айҙа төҙөлдө. Хәҙер уны яңы мәғлүмәттәр менән тултырыу, камиллаштырыу бурысы тора.

Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙБашҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ

Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Диалог” йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Гореславский ҡатнашлығында кәңәшмә үтте, унда власть органдарының социаль селтәрҙә граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү практикаһы ҡаралды.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Республика менән идара итеү үҙәге бинаһы рекордлы ваҡытта – 5,5 айҙа төҙөлдө. Хәҙер уны яңы мәғлүмәттәр менән тултырыу, камиллаштырыу бурысы тора.

"Үҙәктә бөтә төбәк буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тупланыҡ, был идара итеү буйынса ҡарар ҡабул итеүҙә бик кәрәк. Эшебеҙҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн уны алдынғы төбәк тәжрибәһе менән тулыландырыу талап ителә", – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

“Диалог” йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Гореславский һүҙҙәренсә, Республика менән идара итеү үҙәге – иң яҡшы кейстарҙы федераль кимәлгә еткереүсе төп сығанаҡ.

"Норматив-хоҡуҡи база буйынса ҙур эш үткәрәһегеҙ, вакцинация йәһәтенән чат-боттар индерәһегеҙ, урман янғындарын күҙәтеүҙе алып бараһығыҙ. Мәктәптә туҡланыуҙың сифаты, ваҡыты һәм ризыҡты биреү форматы туранан-тура күҙәтелә. Был йәһәттән һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәне. Әгәр 2021 йылда 150 мөрәжәғәт булһа, хәҙер – бары биш! Һанлаштырыу һәм процестың асыҡ булыуын тәьмин итеү иҫәбенә һорауҙарҙың 30 тапҡыр кәмеүен күрәбеҙ. Был тәжрибәне үҫтереүҙә ярҙам итәсәкбеҙ", – тип билдәләне Алексей Гореславский.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская Республика менән идара итеү эше нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне.

"Беҙ кешенең мөрәжәғәтен ҡабул итәбеҙ, райондарҙағы, министрлыҡтарҙағы хеҙмәттәштәребеҙ менән берлектә эшкәртәбеҙ, ошондай уҡ ялыуҙарҙы анализлайбыҙ, фокус-төркөм төҙөйбөҙ, идара итеү ҡарарҙарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан Башлығының эш сәфәрҙәрен планлаштырыуҙың бер өлөшө халыҡ мөрәжәғәттәренә нигеҙләнә. Кешеләрҙе тыңлау – был бер. Иң мөһиме – мәсьәләне хәл итеү өсөн нимә талап ителгәнен аңларға кәрәк. Мәҫәлән, Бәләбәйҙә ҡала паркы мәсьәләһе көслө шау-шыу тыуҙырҙы. Хәҙер төҙөкләндерелгән “Йырлаусы шишмәләр” ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ҡыуандыра, ә уның буйынса ялыу юҡ", – тине Елена Прочаковская.

Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Республика менән идара итеү үҙәгенең техник йөкмәткеһе менән таныштырҙы.

"Мәскәү өлкәһенән хеҙмәттәштәребеҙҙең эштәре нигеҙендә башланыҡ һәм даими рәүештә үҙебеҙҙең мәғлүмәт системаларыбыҙ менән тулыландырҙыҡ. Мәҫәлән, “ТКО-Башҡортостан” платформаһы, юл инфраструктураһы өлкәһендәге күҙәтеү һәм планлаштырыу системаһы махсус дашбордта һәр сүп-сар ташыған машинаны, сүплекте, һанлаштырылған соҡорҙо ғәмәлдәге ваҡытта күреү мөмкинлеген бирә. Ялыу булғанда, уны тиҙ хәл итергә мөмкин. Республика менән идара итеү үҙәге башҡа мәғлүмәт системаһы менән тулыландырҙыҡ, улар республика эшмәкәрлегенең барлыҡ йүнәлештәрен сағылдыра – ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау", – тип һөйләне Геннадий Разумикин.

"Коронавирус пандемияһы менән бәйле хәл эш барышын һанлаштырыу иҫәбенә власть органдарына йылдам идара итеү ҡарарҙарын һөҙөмтәле ҡабул итеүгә булышлыҡ ҡылды. Ошо ваҡыт эсендә телемедицина етди үҫеште. Эш һөҙөмтәһе буйынса Республика мәғлүмәт медицина системаһы илдең төбәктәре араһында иң яҡшы бишәү иҫәбенә сыҡты", – тине Радий Хәбиров.

Геннадий Разумикин белдереүенсә, быйыл булған 50 дашбордҡа тағы ла яңылары өҫтәләсәк.

Фото: Башҡортсотан Башлығы сайты.

Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Башҡаларға өлгө булырлыҡ тәжрибәгә эйәбеҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас