

Гүзәлиә ҠОТЛОГИЛДИНА – Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы һылыуы. Ул 1995 йылдың 6 сентябрендә донъяға килгән.
Маҡсатлы ҡыҙ бала саҡтан ҙур осоштарға ынтылып үҫә, ошо тырышлығы уны Мәскәүҙәге авиация университетына алып килә. Студент йылдары Башҡортостандан ситтә үтһә лә, күңеле башҡорт рухы менән һуғарылған Гүзәлиә төрлө сараларҙа бейеүҙәр менән сығыш яһай, “Мәскәү һылыуҡайы” конкурсында ҡатнашып, 1-се урын яулай.
Халыҡ бейеүҙәренә ҡарата һөйөүе ҡыҙға тағы ла бер еңеү бүләк итә – Гүзәлиә “Алтын Ай” башҡорт бейеү ансамбле менән “Байыҡ” телевизион бәйгеһендә 3-сө урынға лайыҡ була.
“Башҡортостан” гәзитенең “Башҡортостан” гүзәле” рубрикаһында баҫылыу күптәнге хыялым ине”, – ти Гүзәлиә.
Ул ҙур хыялдар менән яна. Мәҫәлән, тәбиғәттең кеше тарафынан тәләфләнгәнен, бысранғанын бала саҡтан күреп, йөрәге аша кисереп үҫкәс, сүп-сар эшкәртеү заводы асыу хаҡында хыяллана.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.
- Рубриканы Айгөл ЙӘМИЛЕВА алып бара.