

Республикабыҙға байтаҡ йылдар етәкселек иткән бер ағай, Белорет яҡтарына килеп сыҡҡан һайын, артылыштан-артылышҡа күтәрелеп һәм төшә торғас, әллә оҙон юлдан талсығыуынанмы, әллә һоҡланыуы шулай булғанмы: “Һай ҡәһәрең, был бит үҙе бер ил, ыбыр-сыбыр Европа дәүләттәренә торғоһоҙ!” – тип гел генә ҡабатлар булған.
Шыттырыбыраҡ әйтелһә лә, раҫ һүҙ был. Күҙгә эленерлек ағастары текә тау биттәрендә генә ултырып ҡалһа ла, әлеге тауҙар һаман да ҡымшанаһы түгел, балыҡҡа һаранланһа ла, йылға-шишмәләре яҙ һайын, йүгән тоймаған тай-тулаҡ һымаҡ үрәпсеп ала. Ни тимә, Белорет районы 11 мең 280 квадрат километрға йәйелеп ята, йәғни республикала иң ҙур административ берәмек тигән һүҙ.
Башҡорттар менән рустар нисәмә быуат ғүмер иткән ошо ерҙең өстән бер өлөшө диңгеҙ кимәленән ете йөҙ метр бейеклектә ята. Ә һуң уны тегеләй ҙә, былай ҙа бүлгеләгән Оло Урал һырты, ошо һырттан тармаҡланған Әүәләк, Баҡты, Баштау, Елмәрҙәк, Машаҡ, Нәре, Юрматау? Бәғзе ерҙең аҫты ла, өҫтө лә алтын тип һоҡланабыҙ. Бүтән яҡҡа йөрөмәгеҙ, ул ер – Белорет тарафтарында, йәғни Ҡатай илендә, Иҙел башында.
Ә алтын тигәндән... Дәүләттең ҡиммәте аҫылташтар менән билдәләнмәй, юҡ, уның баһаһы – аҫылдан-аҫыл, батырҙан-батыр халыҡта. Тик ошо ғәййәр ирҙәрҙең, гүзәл ҡатындарҙың исемен, хеҙмәттәрен онотмаһаҡ ине.
Белорет ҡалаһының тарихи үҙәгендә Точисский исемен йөрөткән бөхтә генә урам бар. Уға исем биреүгә сәбәпсе булған Павел Варфоломеевич Точисский тыумышы менән Екатеринбург ҡалаһынан, революционер, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Белоретта күп эш атҡарып, эсерҙар фетнәһе ваҡытында вафат булған. Миңә йәш кенә хәбәрсе сифатында ошо ҡалала эшләргә һәм урындағы халыҡтың Точисскийҙы ни ҡәҙәре лә хөрмәт менән хәтергә алыуына шаһит булырға насип итте.
Белоретҡа юл төшһә, ҡаланың Ленин һәм Карл Маркс урамдарын тоташтырған Точисский урамына килеп сыҡһағыҙ, “Металлург” кинотеатры эргәһендәге геройҙар аллеяһын күрмәй китмәгеҙ. Ул 1985 йылдың 9 Майында Бөйөк Ватан һуғышында фашизмды дөңкәйтеүгә 40 йыл тулыу айҡанлы асылғайны. Ҡалала әле лә йыш ҡына булғас, батырҙар һыны теҙелгән ошо аллея күңелемде ылыҡтырған үҙенә күрә Мәккәгә әйләнгәс, Советтар Союзы, Рәсәй Геройҙары, “Хәрби Дан” орденының тулы кавалерҙарының исемен тулыһынса әйтмәһәм, һүҙем һүҙ булмаҫ кеүек.
Павел Федорович Алексеев, осҡор, подполковник, Владимир Иванович Артамонов, осҡор, полковник, Федор Иванович Белов, рядовой. Иван Васильевич Оглобин, осҡор, полковник, Евгений Иванович Губин, осҡор, Зөбәй Төхвәт улы Үтәғолов, рядовой, Александр Георгиевич Серебренников, рядовой, Иван Степанович Сухов, осҡор, Павел Васильевич Кудимов, рядовой, Шаһит Ямалетдин улы Ямалетдинов, рядовой, Степан Александрович Пугаев, рядовой, Степан Михайлович Полуэктов, рядовой, Иван Иванович Масьянов, рядовой, Алексей Васильевич Пашкевич, осҡор, генерал-майор, Дмитрий Павлович Плотников, полковник, Вячеслав Юрьевич Аверьянов, һынаусы-осҡор, капитан.
Геройҙар аллеяһы тулылана, яңы һәйкәлдәр хасил була, тарих, тимәк, яҙылып бөтөүҙән алыҫ. Һәм был тәбиғи. Миңә ҡалһа, Белорет ҡалаһында, ошо уҡ исемде йөрөткән районда ҡанат нығытҡан, дандары тотош илгә таралған хеҙмәт батырҙарына арналған йәнә бер аллея ла асыла ҡалһа, унда, әлбиттә, Егәҙе ауылында тыуған, Магнитогорск металлургия комбинатында икеләтә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған Василий Дмитриевич Наумкин, Йөйәк ауылы ҡыҙы, ҡорос арҡан үреүсе Сәғиҙә Һашим ҡыҙы Мөхәмәтдинова, Туймазы районының Иҫке Арыҫланбәк ауылы егете, сым һуҙыусы Фәтих Ҡәйүм улы Сөләймәнов, Белорет районының Хөсәйен ауылынан ағас ҡырҡыусы Дәүләткирәй Сәлим улы Йәнгәрәев, ошо уҡ райондың төпкөлдәге Ноҡат ауылынан “Хеҙмәт даны” орденының тулы кавалеры Ғайсар Бәхтегәрәй улы Аҫылғужин һымаҡ кәттә ир-егеттәр һәм уларҙан да арттырған гүзәлдәр урын алыр ине.
Күреүегеҙсә, Иҙел башына ҙур илебеҙҙең төрлө тарафтарынан халыҡ тартыла торған. Мәгәр ошо ерҙең, уның хайран ҡалырлыҡ кешеләренең хеҙмәтен һәм яҙмышын сағылдырғандай китап яҙырға ниәтләһәләр, былар нисә томға һыйыр ине икән? Хәйер, халыҡ ихтирамы ҡағыҙ биттәренә һыя алмай, шуға күрә ул йөрәктәрҙә ярала һәм мәңгелеккә шунда ҡала.
Журналистикалағы яҙмышымда Белорет ҡалаһы менән районы айырым урын биләй. Ошонда Лев Черняев атлы ҡорос ҡайнатыусы, Әбүзәр Нуриев һәм Хәсән Шәрәфетдинов һымаҡ домнасылар, Татьяна Немкова, Рәйлә Гәрәева, Исмәғил Әхтәмов кеүек ябай ҙа, бөйөк тә кешеләр менән яҡынайҙым һәм дуҫлаштым.
Иҙел башы ябай ғына урын түгел. Ул илебеҙгә, уның төрлө хужалыҡ тармаҡтарына онотолмаҫ кадрҙар әҙерләп биргән. Бына, миҫал өсөн, Юрий Леонидович Пустовгаров, Өфө моторҙар берекмәһенең күп йылдар эшләгән директоры. Борис Сергеевич Малышев Күмертау вертолет заводына етәкселек итте. Ә Белорет металлургия комбинаты директорҙары Петр Петрович Осетров һәм Вадим Анатольевич Кулеша менән яҡынлыҡ дуҫлыҡҡа әйләнде. Осетров, Белореттан аҙаҡ, Кубала, Хосе Марти исемендәге металлургия заводында совет белгестәренә етәкселек итте. Ә әҙип һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Роман Алферов минең өсөн айырыуса ҡәҙерле ине. Роман Андреевичтың 50-се йылдарҙа “Прочнее стали”, ә һуңыраҡ “Юность Шагита” (Ш.Ә. Хоҙайбирҙин тураһында) тигән китаптары сыҡҡан. Был хеҙмәттәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотолған.
Белорет. Ҡатай ере. Иҙел башы. Башҡортостандың төп йылғаһы ошо тарафтан юлға сыға шул. Был яҡ – легендалар төйәге, уны һүҙ менән генә бәйән итеп еткереү мөмкин түгел. Бәғзе берәүҙәр тотош дәүләткә оҡшатҡан бай ҙа, тарихлы ла, гүзәл дә илде, ысындан да, нимәгәлер тиңләү урынһыҙ. Уны килеп күрергә, йөрәгең янында урын бирергә генә кәрәк.
- Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.