Йәмғиәт
13 Август 2021, 10:27

Күмәк көс яу ҡайтара

Радий Хәбиров Хәйбулла районында ултырыш үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районында оператив штаб­тың күсмә ултырышын үт­кәрҙе. Унда Көньяҡ Уралда урман янғындарын һүндереү тактикаһы ҡаралды.

 Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 2021 йылда Башҡортостанда 6840 гектар майҙанда 310 урман янғыны теркәлгән. Уларҙы бөтөрөү өсөн, дөйөм алғанда, 271 берәмек техника, 1101 кеше йәлеп ителгән. Кешеләр араһында урман янғыны, федераль һәм төбәк янғынға ҡаршы хеҙмәттәр вәкилдәре, шулай уҡ ирекмәндәр бар.

– Быйыл урман янғындары былтырғы менән сағыштырғанда 184-кә, зыян күргән дөйөм майҙан 1840 гектарға артты, – тине Фәрит Ғүмәров. – 10 авгусҡа ҡарата төп усаҡтар Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура һәм Әбйәлил райондарында теркәлде. Уларҙы һүндереү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән урман янғынына ҡаршы хеҙмәттәргә ярҙам йөҙөнән ҙур тау-руда компаниялары көстәре һәм аҡсалары йәлеп ителде.

Көньяҡ Уралдағы янғын­дарҙы һүндереүгә төбәктең алдынғы сәнәғәт предприятиелары ла ҡушыласаҡ. Улар араһында – “Башҡортостан сода компанияһы”, “Газпром нефтехим Салауат” һәм башҡалар. Улар базаһында ауыр техниканың механизацияланған бригадалары булдырыла, 11 августан урмандарҙы һөрә һәм минералләштерелгән һыҙаттар яһай башлаясаҡтар.

– Урман янғындарына бәйле хәл ауыр тәьҫораттар ҡалдыра. Тик иң мөһиме – уттың ныҡлап таралыуын туҡтатып булды, янғындың ауылдарға күсеүенә юл ҡуйылманы. Хәл махсус контролдә. Бының өсөн бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Икенсе аҙна инде тәбиғәт стихияһы менән көрәшкән ҡыйыу кешеләргә рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Бында урман янғындары теркәлгән башҡа райондарҙы ла, өҫтәмә ресурстар ҙа йәлеп итәсәкбеҙ. Алдан һөйләшкәнсә, беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай­быҙ. Хәҙер, глобаль климат үҙгәрештәрен иҫәптә тотоп, киләсәккә саралар билдә­ләргә кәрәк. Урман сәнәғәте хәүефһеҙлегенең төбәк программаһын булдырыу бурысы бар.

Башҡортостан Башлығы Көньяҡ Уралда ашығыс хеҙмәттәр һәм ирекмәндәр эшен координациялау өсөн то­тороҡло эшләгән телефон һәм радиобәйләнеш ойошторорға ҡушты. Тейешле ҡорамалдар бында ошо аҙнала уҡ килеп етәсәк.

 – Урындарҙа филиалдары булған берҙәм республика ирекмәндәр үҙәге булдырабыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының уҡытыу-методика үҙәге көстәре менән уҡытыу үткәрергә кәрәк. Ирекмәндәрҙе махсус кейем, янғынға ҡаршы инвентарь, медицина ярҙамы менән тәьмин итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Улар әҙерлекле кешеләр булырға,   бер нисә сәғәт эсендә йыйылып, махсус хеҙмәттәргә ут менән көрәшергә ярҙам итергә әҙер булырға тейеш.

Шулай уҡ республика етәксеһе урмандарҙы махсус рәүештә ут төрткән кешеләрҙән яҡлау өсөн ҡануниәт башланғыстарын эшләргә, бындай ғәмәлдәр өсөн язаны ҡатыраҡ итергә ҡушты.

– Хоҡуҡ һаҡсылары социаль селтәрҙәрҙә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратып, халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырған кешеләрҙе табыр һәм уларға ҡарата сараһын күрер тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.

ИА "Башинформ"

Читайте нас