Йәмғиәт
13 Август 2021, 11:30

Маҡсат – туған телебеҙгә яңы ҡараш тәрбиәләү

“Республика” блог-туры ла ошо изге ниәтте алға ҡуя.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВАГөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Фото:Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Йәмәғәтселеккә, айырыуса йәштәргә үҙ эшмәкәрлеген йылдан-йыл киңерәк таныта барған Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының эшмәкәрлеге хаҡында бөгөн күптәр хәбәрҙарҙыр. Исеменән үк күренеп тороуынса, ойошма туған телебеҙҙе һаҡлауҙы, үҫтереүҙе, уны киңерәк танытыуҙы, йәштәр, балалар араһында уға яңы ҡараш тәрбиәләүҙе үҙ эшенең төп маҡсаты итеп ҡуя. Фондтың миҫал итеп килтерерлек эштәре лә, әле башланып торған ҡыҙыҡлы проекттары ла етерлек.

 

Иң мөһиме – йәштәр ҡыҙыҡһына

 

Фонд хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы киңерәк танытыу өсөн “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тип аталған презентация саралары уҙғарып тора. Һуңғы осорҙағы санитар-эпидемиологик хәл-торошто иҫәпкә алып, улар оффлайн-форматта ла, ғәҙәти алымда ла ойошторола. Бындай сараларҙа йәмәғәт фекере алдынғылары, проекттарҙың авторҙары ҡатнаша.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопова яңы проект­тарҙан “Республика” блог-туры, “Балалар” проекты, “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” халыҡ-ара интернет платформаһы, “Туған тел донъяһы” порталы, “Беренсе+” төбәк-ара балалар проекты, “Башҡорт иле – башҡорт теле” мәҙәни-тарихи йәкшәмбе мәктәбе, “Сәләм PRO” мультимедиалы һәм интерактив мобиль ҡушымтаһы, “Белемал”, “Башҡорт телен һанлаштырыу” кеүек проекттарҙы билдәләп үтте. Әйткәндәй, барлыҡ проекттар Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Шуныһы мөһим – яңы башланғыстар менән йәштәр ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, “Аҫылташ” йәштәр форумын йәки шул уҡ исемдәге интернет-марафонды, социаль роликтар төшөрөү конкурсын алып ҡарайыҡ. Уларҙа күпме йәш кеше ҡатнашып, үҙен һынап ҡараны!

Фонд тарафынан быйыл тормошҡа ашырыла башлаған “Республика” блог-туры ла – шундай үҙенсәлекле проекттарҙың береһе. Яңы башланғыстың төп маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә ҙур аудиториялар менән эшләгән блогерҙар, төркөмдәр ярҙамында халыҡты республиканың һоҡланғыс урындары менән таныштырыу. Ошо нигеҙҙә, беренсенән, төбәгебеҙҙә туризмды үҫтереүгә, хозур тәбиғәт мөйөштәрен киңерәк танытыуға ярҙам күрһәтеләсәк. Икенсенән, интернетта башҡорт телендәге контентты арттырыуға өлгәшеләсәк. Әлегә тиклем блог-турҙа ҡатнашыусылар Нуриман, Белорет, Салауат, Дәүләкән райондарында булып, социаль селтәрҙәрҙә постар, стористар, вайндар эшләне.

 

Шарлап аға, йырлап аға Шарлама

 

Беҙгә йәш блогерҙар менән бергә Дәүләкән районына, асыҡ­лабыраҡ әйткәндә, йәмле лә, данлы ла Асылыкүл буйына барып, проектҡа ярашлы ойошторолған турҙарҙың береһендә ҡатнашырға насип булды. Әйтергә кәрәк, Дәүләкән район хакимиәте проектта ҡатнашыусыларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды һәм үҙенсәлекле, бай программа тәҡдим итте. Тәүге көндә ижади төркөм Асылыкүлдең эпос һәм легендалар менән бәйле иҫтәлекле урындары, Шарлама шарлауығы, Әлбәк шишмәһе, Ташлытау һәм Норатау тауҙары, Берҡаҙан һаҙлығы менән танышты.

Беҙҙе эш барышында район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Вәкил улы Әх­мәтрәхимов, мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Виктория Дамир ҡыҙы Шәүәлиева, спорт комитеты рәйесе Артур Марат улы Хәсәнов, “Асылыкүл” тәбиғи паркы хеҙмәткәрҙәре Ильмира менән Салауат Фазуллиндар оҙатып йөрөнө. Иң тәүге туҡталҡаларҙың береһе Шарлама шарлауығында булды. Ул Асылыкүлдән дүрт километр алыҫлыҡта урынлашҡан, һыуы 12 метр бейеклектән ағып төшә. Шарлауыҡ Асылыкүлгә ҡоя.

Бында беҙҙе район мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбле дәртле йыр, ҡурай, баян моңдары менән ҡаршы алды. Сапай ауылынан Илдуса апай Лотфрахманованың һирәк осраған халыҡ йырын башҡарыуы, Салауат Ғилметдиновтың – ҡурай, Рафаэль Дәүләтбаевтың баян моңдарын яңғыратыуы бейектән ағып төшкән шарлауыҡ шауына ҡушылып, иҫ киткес тамаша хасил итте. Ансамблдең етәксеһе Кифая Миңлеғолова, әүҙем ағзаларҙың береһе Фәнзилә Мөфтәхова йыр-моң һөйгән һәүәҫкәрҙәрҙе туплаған ижади коллективтың  эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Шулай уҡ улар Шарлама шарлауығы, уға бәйле риүәйәттәр, тарихтар тураһында ла ихлас һөйләне. Бына шуларҙың береһе.

Беренсе донъя һуғышы баш­ланғас, шарлауыҡтан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан Буранғол ауылынан һигеҙ ир-егет әрмегә алына. Уларҙың етәүһе китер алдынан ошо шарлауыҡ янына килеп, ҡарама ағасына ҡулъяулығын йәки билбауын бәйләй. Береһе ни сәбәптәндер килә алмай. Һөҙөм­тәлә ошо ете егет яуҙан имен-һау әйләнеп ҡайта, ә Шарламаға бара алмағаны яу ҡырында һәләк була. Ошо тарихҡа бәйле халыҡ ара­һында Шарлама шишмәһенең һыуы шифалы, үҙенә тартыу көсөнә эйә, тигән ышаныс йәшәй.

Халыҡ йыры оҫтаһы Илдуса апай Лотфрахманова дарыу үлән­дәре буйынса ла белгес булып сыҡты. Ул Асылыкүл һәм Шарлама буйында үҫкән дарыу үләндәре менән ентекле таныштырҙы. Беҙҙең төркөмгә шарлыҡты күрергә килгән башҡа туристар ҙа ҡушылды, улар Илдуса апайҙан дарыу үләндәренең исемдәрен, ниндәй осраҡтарҙа ҡулланылыуын ҡат-ҡат һорашты. Бына унан бер нисә кәңәш: “Ер еләгенең үҙе лә, япраҡтары ла аҙ ҡанлылыҡты яҡшы дауалай. Уны сәй урынына эсергә мөмкин. Туҡранбаш (клевер) юғары ҡан баҫымынан, нервы, йөрәк сирҙәренән ныҡ файҙалы. Меңъяпраҡтың сәскәләрен бер ай дауамында таҙартылмаған тәбиғи көнбағыш майына һалып ҡуйып, шифалы май эшләп алырға мөмкин. Оҙаҡ үтмәгән йүтәлдән, хроник бронхиттан яфаланғанда бер аш ҡалағы майҙы ауыҙға ҡабып, 3-5 минут самаһы тоторға, әммә йоторға ярамай”. Илдуса апай һәр үләнде сама белеп ҡулланыу, төнәтмәләрҙе эсер алдынан аҙ ғына тәмләп йәки ҡул һыртына һөртөп, аллергия ихтималлығына тикшереп ҡарау зарурлығын да әйтте.

Асылыкүл буйҙары – аҫыл мираҫ донъяһы

 

Һуңғы тиҫтә йыл дауамында Асылыкүлдең һайығыуы, күлдең өҫкө майҙаны һиҙелерлек бәлә­кәйеүе, йәғни элек һыу алҡынып ятҡан урындарҙың ярға әйләнә барыуы тураһында йәмәғәтселек күптән саң ҡаға. Күлдең ярҙары буйлап оҙайлы, ентекле экскурсия үткәргән “Асылыкүл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре Ильмира менән Салауат Фазуллиндар ошо хаҡта борсолоп һөйләне.

Башҡортостандың хозур тәбиғәт ынйыһы булған күлде ҡотҡарыу мәсьәләһен экологтар, гидрологтар һәм ғалимдар ҙа өйрәнә. Белгестәр Асылыкүлдең һайығыуының төп сәбәптәрен экология мәсьәләлә­ренә бәйләй. Уға 10-лап шишмә ағып төшә. Шишмәләр ҡороуы күл һыуы кәмеүенең тәүге сәбәптә­ренең береһе, тип фаразлай ғалимдар. Икенсе сәбәп – Асы­лыкүл менән бер экосистемала торған Берҡаҙан һаҙлығында мелиорация эштәре, ти экологтар. Тағы ла бер сәбәп: Асылыкүлдә ағым юҡ. Шуға ла йәйге эҫе көндәрҙә һыу ныҡ йылый. Был үҙ сиратында һыу төбөнә ләм йыйылыуға сәбәпсе. Асылыкүлгә ҡойған берҙән-бер йылға – Шарлама – ла иғтибарға мохтаж. Ул – бәләкәй йылға һәм ҡайһы бер урындарын ләм ҡаплауы арҡаһында Асылыкүлгә килеп етә алмай. Тәбиғи парктың сафлығын һәм таҙалығын һаҡлау эше дәүләт кимәлендә алып барылырға тейеш, тигән фекерҙә экологтар.

Ильмира һәм Салауат Фазуллиндар күл яҙмышына бәйле бихисап ыңғай мәлдәрҙе дә бил­дәләне. Белеүебеҙсә, Асылыкүл – Башҡортостанда булдырылған айырым һаҡланған биш тәбиғи биләмәнең береһе. Хәҙер унда инеү түләүле: бер кешегә – 250 һум. Йыйылған аҡса күл ярҙарын тәртиптә тотоуға, ял итеүселәр өсөн шарттар булдырыуға – кон­тейнерҙар, биобәҙрәфтәр һатып алыуға, усаҡ яғыу урындары эшләүгә, экологик акциялар үткәреүгә тотонола. Мәҫәлән, быйыл да күлдең ярҙары буйлап өҫтәмә рәүештә яңы контейнерҙар һәм биобәҙрәфтәр урынлаштырылған.

– Халыҡтың үҙ төбәгебеҙҙә ял итергә тырышыуы, республика­быҙҙың матур урындары менән танышыуҙың модалы күренешкә әйләнә барыуы, әлбиттә, шатландыра. Әммә бәғзе берәүҙәрҙең, айырыуса йәштәрҙең, “Аҡса түләгәс, ни ҡыланһам да ярай” тигән ҡарашта булыуы борсоуға һала. Нисек кенә тырышмайыҡ, экологик акцияларҙы ни тиклем йыш үткәрмәйек, күл буйында ташлап кителгән сүп-сарҙы беҙ таҙалап өлгөрә алмайбыҙ. Ташлап кителгән ҡалдыҡтар ямғыр, ҡар һыуҙары менән күлгә ағып төшә, уның бысраныуына килтерә, шуға күрә һәр кем ял иткән урынын йыйыштырып китеүҙе матур ғәҙәткә әйләндерһен ине, – тигән теләген еткерҙе парк инспекторҙары.

Был һыу ятҡылығын күп һанлы ҡоштар үҙ итә, заманында уны берғаҙандар (пеликандар) ҙа төйәк иткән. Алыҫ булмаған ерҙәге һаҡлыҡтың атамаһы ла тап ошо ҡоштар исеменән алынған. Асы­лыкүлдә йыл һайын 100-ҙән ашыу төрлө ҡош оя ҡороп, бала сығара. Сама менән 600-ҙән ашыу аҡҡош, ҡыр ҡаҙҙары һәм өйрәктәр төйәк­ләнгән. Шулай уҡ күп кенә ҡоштар көҙгөһөн йылы яҡтарға, яҙғыһын тыуған төйәгенә осҡан ваҡытта был һыу ятҡылығын ваҡытлыса туҡталҡа итеп файҙалана. Улар араһында һирәк осраған, закон тарафынан һаҡланған төрҙәр ҙә байтаҡ.

Бына шундай үҙенсәлекле, аҫыл төбәк ул Асылыкүл! Күлдең үҙе һәм эргә-тирәләге хоҙур тәбиғәт мөйөштәре хаҡында беҙгә Дәүләкән район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Әхмәт­рәхимов та мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ул сығышы менән Асылыкүлдән алыҫ булмаған Мәкәш ауылынан. Рәфис Вәкил улының алыҫта күгәреп ятҡан Балҡантау, “Алпамышаның итек­тәре эсендә йыйылған ҡом-тупраҡтан хасил булған” Һанай­һары һәм Шайтан­һары, Заятү­ләктең һөйгәне Һыу­һылыу ултырып сәсен тараған серле таш тураһында һөйләгән легендаларын ҡыҙыҡһынып тың­ланыҡ.

 

Әлбәк һыуҙары тәмле!..

 

Артабан юлыбыҙ Буранғол ауылына илтте. Беҙҙе ауыл ситендәге Әлбәк шишмәһе янында клуб мөдире Резеда Ҡорбанғәлиева ҡаршы алды. Ул шишмәнең легендаһын да һөйләп ишеттерҙе. “Бына ошо ҡалҡыулыҡта Ислам динен таратыу өсөн ебәрелгән Әлбәк тигән кеше ерләнгән. Ваҡыт үтеү менән тау аҫтынан шишмә урғылып килеп сыҡҡан, тип һөйләйҙәр. Әлбиттә, был фараз ғына, әммә тарихта ундай кеше булғандыр, сөнки Әбйәлил яҡтарында ла тап беҙҙәгесә ер-һыу атамаһы – Әлбәк яланы бар.  Шулай уҡ унда ла Буранғол ауылы барлығын беләбеҙ. Шишмәбеҙҙең һыуы ныҡ тәмле, сәй өсөн яҡшы”, – ти Резеда Тимерғәле ҡыҙы.

Эйе, бейек булмаған тау аҫтынан урғылып ағып ятҡан шишмәнең һыуы татлы, әммә эргә-тирәһе тәрбиәләүгә мохтаж икәне күренеп тора. Уны кәртәләп, ауған ағастарҙан таҙартып ҡуйһалар, шишмә буйы хозур тәбиғәт мөйөшөнә әйләнер  ине. “Элек ауылдың өлкән кешеләре шишмәне ҡарап, тәрбиәләп, һыу алыу өсөн ҡоҙоҡ яһап торҙо. Хәҙер йәштәр әллә ни әһәмиәт бирмәй шул”, – тине Резеда апай.

Бөгөн республикала шишмәләрҙе төҙөкләндереү, ауыл биләмәләренә яңы һулыш биреү йәһәтенән бихисап программалар, проекттар булдырылған. Уларҙа ҡатнашып, матур өлгө күрһәтеүселәр ҙә етерлек. Был йәһәттән буранғолдарға уйланырға урын бар.

Резеда Тимерғәле ҡыҙы  беҙгә Әлбәк шишмәһенә арналған шиғырын да уҡып ишеттерҙе.

Көйәнтәмә биҙрә элеп,

Һыуға барҙым Әлбәккә.

Әлбәк һыуҙары бик тәмле,

Ҡеүәт бирә йөрәккә.

Эх, Әлбәк шишмәһе!

Йәнгә – рәхәт, тәнгә – сихәт

Шишмәһенең шифаһы!

Әлбәк шишмәһе урғыла –

Көмөштәй саф һыуҙары.

Күңелдәргә дәрттәр өҫтәй

Бер барып ҡайтыуҙары!

Әлбәк ситендә йәш ҡайын

Әсе елгә бөгөлә.

Сит ерҙәрҙә үтте йәшлек,

Шуға эсем өҙөлә.

Сылтырап аға һалҡын шишмә,

Борма-борма юлдары.

Күҙ асып, күҙ йомған кеүек

Үтте ғүмер йылдары.

Әлбәк шишмәһе аға ла

Барып төшә ҡойоға.

Ҡойоһоноң өҫтөн ҡаплап,

Алтын япраҡ ҡойола.

Турҙың өсөнсө көнө Дәүләкән ҡалаһында урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы менән танышыуға арналды. Юлда барғаныбыҙҙа район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Виктория Дамир ҡыҙы Шәүәлиева беҙҙе был төбәктең һәм Дәүләкән ҡалаһының тарихы менән таныштырҙы. Ил күргәнде күргән, ауыр һуғыш йылдарын кисергән Дәүләкән ҡалаһының һәм райондың данлы-шанлы тарихы тыуған яҡты өйрәнеү музейында ентекле сағылыш тапҡан. Райондың ғына түгел, республикабыҙҙың ғорурлығы булған әҙиптәрҙең – Әхиәр Хәкимовтың һәм Рәсимә Ураҡсинаның (музейҙа уның яҡты хәтеренә арналған бүлмә булдырылған) ижадына ҡағылышлы ҡомартҡыларҙы, иҫтәлектәрҙе лә ҡәҙерләп һаҡлай дәүләкәндәр. Был төбәккә юлығыҙ төшһә, мотлаҡ ошо ике музей менән дә танышып сығырға кәңәш итәбеҙ.

 

Кемдәр улар – йәш блогерҙар?

 

“Республика” блог-турының төп маҡсаты төбәгебеҙҙең үҙенсәлекле урындары, хозур мөйөштәре тура­һында тап йәштәрҙән һөйләтеү, улар ярҙамында социаль селтәрҙәрҙә ошо темаға арналған контентты арттырыу, Башҡортостаныбыҙҙы үҙебеҙҙең халыҡҡа ла, сит төбәктәргә лә киңерәк танытыу, туризм йәһәтенән ылыҡтырғыс итеүгә булышлыҡ күрһәтеү, тип билдәләп үткәйнек. Ошо маҡсатҡа тоғро ҡалып, йәш блогерҙар Дәүләкән районы, данлыҡлы Асы­лыкүл, Шарлама шарлауығы һәм башҡа урындар тураһында социаль селтәрҙәрҙә постар, стористар, вайндар эшләне.

Тур барышында улар менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге лә булды. Мәҫәлән, Булат Иманғолов, блогер булараҡ, “You­Tube” сервисында эш башлап ебәргән, әле “Инстаграм”, “Тик-ток” селтәрҙәрендә үҫешә. “Мин һәр төрлө насар һүҙҙәрҙән азат, йәғни матур йөкмәткеле контент булдырыу яҡлымын. Үҙем күрше Бәләбәй районынан булһам да, Асылыкүлде тәүге тапҡыр күрҙем. Әлбиттә, тәьҫораттар иҫ киткес! Был хаҡта яҙылыусыларыма ла һөйләнем. Блог-турҙа икенсе тапҡыр ҡатнашам, бик оҡшаны!” – тине Булат.

Әлзирә Заһиҙуллина – Һамар ҡыҙы, бейеүсе. “Инстаграм”дағы аккаунтына 20 мең кеше яҙылған. Уның да, блогер булараҡ, төп йүнәлеше – кешене изгелеккә, яҡшылыҡҡа әйҙәгән контент булдырыу.

Көйөргәҙе егете Илсур Боҫҡанов социаль селтәрҙәрҙә “Шаҡмаҡ” исеме менән билдәле. Ул, мәктәп йылдарында “Шаҡмаҡ” тип аталған КВН командаһында уйнап, бил­дәлелек яулаған. Артабан “Бәй­ләнештә” селтәрендә, “Инстаграм”­да, “Тик-ток”та үҫешеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Илсурҙың видео­яҙмалары, вайндары рухлы, милли асыллы булыуы менән айырыла.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Динара Ғәлләмова “Инстаграм”да үҙ блогын алып бара. Был шөғөлгә тотоноуына күп ваҡыт та үтмәгән, әммә үҙ ау­диторияһын булдырыуға өлгәшкән. Динара билдәле йырҙарҙы башҡортсаға тәржемә итә, йәки берәй билдәле көйгә үҙе шиғыр ижад итеп, шуны йыр итеп яҙҙыра.

Вилена Колеганова – рус ҡыҙы. Саф башҡорт телендә вайндар төшөргән ҡыҙҙың ижад емештәре күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, “Тик-ток”та уның 18 мең яҙылыусыһы бар. “Инстаграм”да ла әүҙем эшләй.

Шулай уҡ блогерҙар араһында музыканттар, продюсерҙар, төрлө проекттарҙы уңышлы алып барған йәш эшҡыуарҙар ҙа булды.

 

Рәхмәт һүҙе

 

“Республика” блог-туры – Башҡортостан Башлығының грантына тормошҡа ашырылған проект. Әле әйтеп үтеүебеҙсә, быға тиклем унда ҡатнашыусылар республи­кабыҙҙың өс хозур төбәгендә булып өлгөргән ине. Алда – тағы дүрт маршрут. Дәүләкән районына турҙы ойоштороуға Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәрҙәре Фәнзилә Ғәзизова, Наҙгөл Ғәлиева (проекттың авторы), шулай әлеге башланғысҡа булышлыҡ итеүсе, йәғни проекттың координаторы Мөхәмәт Йосопов ҙур өлөш индерҙе. Ә инде сираттағы блог-турҙы ихлас ҡабул итеп, унда ҡатнашыусыларға һәр йәһәттән уңайлы шарттар булдырған Дәүләкән районы етәк­селегенә – хакимиәт башлығы Илгиз Фәнил улы Мөхәмәтйәновҡа, уның социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Юрий Андреевич Кузнецовҡа, өс көн дауамында беҙҙе хәстәрләп, оҙатып йөрөгән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимовҡа, мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Виктория Дамир ҡыҙы Шәүәлиеваға, спорт комитеты рәйесе Артур Марат улы Хәсәновҡа айырыуса ҙур рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы иҫ киткес тәмле ризыҡтары менән һыйлаған “Дәүләкән комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге” йәмғиәтенә (директоры – Ынйы Ревиль ҡыҙы Әхмәҙуллина), шәхсән Гүзәл Фәғим ҡыҙы Исаковаға, өс көнгә беҙҙе һыйындырған “Тәбиғәт дуҫы” ял лагеры хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе һәм маҡтау һүҙҙәрен еткермәһәк, яҙыҡ булыр.

Ә инде ошоноң ише үҙенсәлекле проекттар уйлап сығарып, уларҙы тормошҡа ашырған, халыҡ, айырыуса йәштәр араһында туған телебеҙгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙы, уның ҡулланылыу даирәһен киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондына, гранттар яулауға юлдар асҡан Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондына уңыштар ғына теләйбеҙ! Туған телебеҙ мәнфәғәтендә башҡарылған изге эштәрҙә һәр ваҡыт берҙәм булайыҡ!

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас