Йәмғиәт
13 Август 2021, 11:37

Тырыштар тормошта үҙ урынын таба

Фәйзуллиндар йәшелсә үҫтереү серҙәрен белә.

Бер кемгә лә сер түгел: күмәк хужалыҡтар тарҡалғас, колхоздар бөткәс, бик күптәр эшһеҙ ҡалды.

Улай ғына ла түгел, төшөнкөлөккә бирелеп, үҙҙәрен ете юл сатында ҡалған кеүек хис иттеләр. Шул ваҡытта билдәһеҙлектән сығыу юлын таба алғандар ҙа байтаҡ булды. Ундайҙар араһында бөгөн тырышлығы, уңғанлығы менән етеш тормошта йәшәүселәр, үҙ эшен булдырыусылар бихисап. Ҡоҙаш ауылынан Фәйзуллиндар – нәҡ шундайҙарҙан.

Тыуған ауылы Ҡоҙашта ата-әсә нигеҙен һаҡлап ғүмер итеү теләге менән ауылда ҡалған, колхозда ветеринар булып эшләгән Илфир заман ағышына инеп китеү юлын йәшелсә үҫтереүҙән башлай. Баҡсаларының майҙаны шаҡтай ҙур – 30 сутый. Шунда ул ҡатыны Флүрә менән күпләп бәрәңге, кәбеҫтә ултыртып, йәй буйы тәрбиәләп, көҙ ғаилә бюджетын тулыландыра. Биш йыл буйы эш шулай ҡул көсө менән башҡарыла. Әммә Илфир ҙа, Флүрә лә бирешә торғандарҙан түгел, һәр саҡ алға ҡарап йәшәргә, ике баланың киләсәген ҡайғыртҡан кешеләр булараҡ, шәхси эшҡыуар булып теркәлеү кәрәклеген аңлайҙар. Махсус грант отоп, йәшелсә үҫтереү өсөн техника тағылмаһының төрлөһөн һатып алалар.

Әлеге көндә Фәйзуллиндарҙың 82 гектарлыҡ ерҙәре бар. Унда бәрәңге, кәбеҫтә ултыртыла, бер аҙ өлөшөнә бойҙай сәселә. Шулай уҡ 35 метр оҙонлоҡта, алты метр киңлектә теплица төҙөп, уны полиэтилен менән ҡаплап, төрлө йәшелсә үҫтерергә яйлап ҡуйғандар.

– Кәбеҫтә үтә елде ярата. Теплицаны заманса поликарбонат менән тышлау уны үҫтереү өсөн яҡшы түгел. Полиэтилен менән тышлау күпкә отошлораҡ. Әлбиттә, кәбеҫтә үҫтереүҙең үҙ яйы, үҙенсәлектәре бик күп. Уларҙы кешеләр менән аралашыуҙан, төрлө сығанаҡтарҙан, интернет селтәренән өйрәнәбеҙ. Беҙ махсус рәүештә һуң өлгөрә торған сорттарын ғына ултыртабыҙ, сөнки ул яҡшы һаҡлана, – тип һөйләй Флүрә.

Орлоҡто Өфө ҡалаһынан барып алалар икән. Теплицаға сәсеп, ужым тышҡа күсерелер ваҡыт еткәс, баҫыуға махсус техника ярҙамында ултыртыла. Унан йәй буйы уны тәрбиәләп үҫтереп, көҙөн баҙарға һатыуға сығаралар. Нефтекама ҡалаһындағы күмәртәләп ҡабул итеү базаһына ла тапшыралар. Көҙҙән һатылып бөтмәгән кәбеҫтәне һаҡлар өсөн бина төҙөп ҡуйғандар. Уны утын яғып, мейес менән йылытып, даими температурала тоталар.

– Беҙҙең кәбеҫтә бик аҙ күләмдә генә көҙҙән һатылмай ҡалырға мөмкин. Ундай осраҡта февраль-март айҙарына ҡәҙәр шул йәшелсә һаҡлағыста тора. Серемәй, ҡоромай. Һаҡланышы һәйбәт булған сорттарҙы махсус һайлайбыҙ. Аллаға шөкөр, үҙ клиенттарыбыҙ бар, көҙөн күпләп ала алмаған кешеләр яҙын һорап килә, – ти хужалар.

Әлеге ваҡытта Фәйзуллиндар 210 квадрат метр майҙанды биләгән теплицаларын кәбеҫтә ужымлатырға әҙерләп ҡуйған. Ябылған, ере ҡаҙылған, тырматылған, ашланған. Йылы тупраҡҡа орлоҡ һалаһы ғына ҡалған.

– Хәҙерге ваҡытта ауылдан район үҙәгенә йәки башҡа ауылдарға йөрөп эшләүселәр күбәйҙе. Улай ҙа йәшәп булыр ине, әлбиттә. Әммә бер тәүәккәлләгәс, 10 йылдан ашыу ошо эш менән шөғөлләнгәс, улай итке лә килмәй хәҙер. Балалар ҙа үҫте. Ҡыҙыбыҙ 10-сы класты, Айнурыбыҙ 7-не тамамланы. Күҙ теймәһен, атайҙарының да, минең дә уң ҡулыбыҙ улар. Атай менән бергә йәшәйбеҙ, йортобоҙға, хужалыҡҡа беҙ өйҙә булмаған саҡта күҙ-ҡолаҡ булып тора, баҙарға сығып китһәк тә, ғөмүмән, ошо эшебеҙ буйынса күп “сабабыҙ” бит инде, ярай ул бар тибеҙ, күңел тыныс, – ти Флүрә ҡайнатаһы Фәғит ағай һәм балалары тураһында.

Фәйзуллиндарҙың, был эштәре­нән тыш, шәхси хужалыҡтары ла ҙур ғына. Аҙбарҙа дүрт һыйыр, һарыҡ­тар, ҡош-ҡорт аҫрала. Әле ҡайһы берәүҙәр ауыл ерендә йәшәп тә мал көтмәй. Әлеге көндә дүрт баш һыйыр аҫраған уңғандарҙың булыуы уларҙың бары тик булдыҡлылығына ғына ишаралай. Илфир ҙа, Флүрә лә тырыш, бөтмөр, улар­ҙың бөгөнгө көн менән генә түгел, киләсәкте лә ҡайғыртҡан кешеләр икәнлегенә инандыҡ. Нисек йәшәһәң дә була. Әҙерҙе көтөп кенә ултырһаң да асҡа үлмәйһең. Әммә үҙ ҡулдарың менән үҫтергәнде ашау, һатып аҡсаһын алыу, үҙең һауған һөттө йылы сағында күтәреп эсеү бәхетен тойғандар ғына быны аңлайҙыр.

Ә ауыл ерендә эш юҡ, нисек йәшәргә, тип зарланыусыларға ер эшкәртеп, йәшелсәселек менән ныҡлап шөғөлләнгән, табышын алған, һөнәрҙәре буйынса береһе юрист, икенсеһе ветеринар булған Флүрә һәм Илфир Фәйзуллиндарҙы өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

 

- Венера АРЫҪЛАНОВА.

 

Борай районы.

Читайте нас