Йәмғиәт
13 Август 2021, 08:30

Урман янған райондарҙа ирекмәндәр штабы булдырыласаҡ

Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Бөрйән райондарына ирекмәндәр штабы булдырыу өсөн тейешле ҡорамалдар тейәлгән автомобилдәр юлланды.

Урман янған райондарҙа ирекмәндәр штабы булдырыласаҡУрман янған райондарҙа ирекмәндәр штабы булдырыласаҡ
Урман янған райондарҙа ирекмәндәр штабы булдырыласаҡ

Бөгөн Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Бөрйән райондарына янғын ҡоторған урындарҙа ирекмәндәр штабы булдырыу өсөн тейешле ҡорамалдар тейәлгән автомобилдәр юлланды. Талап ителһә, ошондай уҡ штабтар башҡа райондарҙа ла асыласаҡ.  

– Республиканың ирекмәндәр төркөмө янғын һүндереүҙә ярҙам итеү эшен көсәйтеүҙе дауам итә. Янғындар барлыҡҡа килгән ваҡыттан бирле район үҙәктәрендә беҙҙең стационар ирекмәндәр штабтары эшләй. Аныҡ үҙ-ара хеҙмәттәшлек һәм ярҙам системаһы өсөн өҫтәмә рәүештә штабтар асырға булдыҡ. Ошондай саралар ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуғанда оператив рәүештә булдырыласаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук.

Мобиль штабта ирекмәндәргә инструктаж үткәргән, туҡланыу, һыу, ҡорамалдар, медицина ярҙамы менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләрҙе көйләгән координатор буласаҡ.

– Минең ойоштороусылыҡ һәм ирекмәнлек тәжрибәм бар. Шуға ла янғын һүндереүҙә ярҙам һорап саҡырыуға битараф ҡалманым, һәм бөгөн мобиль штаб координаторы булып торам, – тип һөйләне Денис Серов.

Урман янғындарын һүндереүҙә ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр йыйыу дауам итә. Әле 18-ҙән 55 йәшкә тиклемге, һаулығы буйынса сикләүҙәр булмаған граждандар ирекмәндәр сафын тулыландыра ала. Бының өсөн түбәндәге һылтанма буйынса ғаризаны тулытырырға кәрәк: https://forms.gle/8zgtKvFpgoMFb9By7.

Бәйләнеш өсөн: Владислава Пальчиковская – Республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәгенең ирекмәндәр менән эшләү буйынса координаторы – 8 (996) 402-18-08.

 

Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.

Урман янған райондарҙа ирекмәндәр штабы булдырыласаҡ
Урман янған райондарҙа ирекмәндәр штабы булдырыласаҡ
Урман янған райондарҙа ирекмәндәр штабы булдырыласаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас