

Йылайыр районында йәшәгән Марина Грунина 100 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Был хаҡта урындағы хакимиәт башлығы Борис Мелкоедов “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яҙҙы.
“Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Марина Грунинаға 20 йәш була. Йәш ҡыҙ кейәүгә сығыр, балалар үҫтерер сағында фронтҡа киткән ир-аттың ауыр хеҙмәтен үҙ иңенә ала. Ҡулына салғы тотоп бесән саба, аттар көтә, хатта “тимер ат”ты ла йүгәнләргә тура килә уға. Әммә ауырлыҡтар ҡыҙҙы һындырмай, киреһенсә, көслө рухлы, ныҡ, һау-сәләмәт итә. Уға ҡарап, бер быуат йәшәгән инәй тип тә әйтмәҫһең! Әле лә дәртле, гел йылмайып тора, зиһене яҡты. Тик ултырырға ла яратмай, түтәлдәрҙә сәскәләр үҫтерә, уларҙы утай. Баҡсала ярҙам итергә бик ярата ул.
Бәхетле өләсәйҙең дүрт ейәне, ике бүләһе бар. Бөгөн улар янында изгелек-хөрмәттә йәшәй. Марина Николаевнаның күкрәген “Хеҙмәт ветераны”, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн бирелгән бик күп миҙалдар биҙәй”, – тип яҙҙы Борис Николаевич.
Беҙ ҙә Йылайыр ағинәйен оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да бәхетле тормошта, һау-сәләмәт йәшәргә яҙһын.
- Кәримә УСМАНОВА.