

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрө ҡалаһында булды. Бал Спасы көнөнә арналған “Ҡырағай бал” ярыммарафоны 600-гә яҡын кешене йыйҙы.
Республика Башлығы байрамды асыуҙа ҡатнашты һәм ҡаланың үҙәк өлөшөн төҙөкләндереү барышы менән танышты.
– Бөгөн һеҙгә ҙур теләк менән ҡунаҡҡа килдем һәм шуны билдәләгем килә: Бөрө ысынлап та сәскә ата. Уны Башҡортостандың иң матур ҡалаларының береһе итеү өсөн бөтә күңелегеҙҙе һәм ҡеүәтегеҙҙе һалаһығыҙ. Киләсәктә лә йәмәғәт киңлектәрен үҫтерәсәкбеҙ, матур майҙандар булдырасаҡбыҙ, йорттарҙы һәм юлдарҙы яҡшыртасаҡбыҙ. Афарин, Физкультурниктар көнөндә ошондай матур сара ойошторғанһығыҙ! Бөрөлә игелекле һәм ярҙамсыл кешеләр йәшәй, уларға мин тыныслыҡ һәм именлек теләйем, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк Башлығы яңы төҫ алған тарихи Октябрь майҙанын ҡараны. Мәғлүм булыуынса, 2019 йылда муниципалитет “Бөрө ваҡыты” архитектура-парк ансамбле” проекты менән уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы проекттар конкурстында еңеүгә өлгәшкәйне. Ҡала проектты бойомға ашырыуға 75 миллион һумлыҡ федераль грант алды. Төҙөкләндереү барышында социаль-мәҙәни киңлекте, урамдарҙы һәм йәйәүлеләр зонаһын яңыртҡандар, тарихи ҡоролмалар һәм мәҙәни мираҫ объекттары ипкә килтерелә.
Төҙөүселәр “Йәшел баҙар”ҙы берҙәм стилдә яңыртҡан һәм биҙәгән, эскәмйәләр һәм урамды яҡтыртҡыстар ҡуйған, ағын һыуҙарға канализация үткәргән, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеүсе инженер селтәрҙәрен алмаштырған. Һөҙөмтәлә заманса амфитеатр, “ҡоро фонтан”, балалар майҙансығы һәм бәүелсәктәр, Wi-Fi үткәрелгән берҙәм йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килгән.
Яңырған майҙанда байрамға ҡарата һөнәрмәндәр йәрминкәһен ойошторғандар, унда Бөрө ҡалаһы һәм районы оҫталары үҙҙәренең эштәрен ҡуйған. Радий Хәбиров сауҙа рәттәре буйлап уҙҙы һәм урындағы халыҡ менән аралашты.
Артабан республика Башлығы Октябрь майҙаны эргәһендә урынлашҡан Ленин паркына барҙы. Муниципалитет планында – борон сауҙагәрҙәр урамы булған Ленин урамын Октябрь майҙанынан алып Ағиҙел йылғаһына тиклем реконструкциялау. Был ғәмәл дә Рәсәй кимәлендәге уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсына тәҡдим ителәсәк.
– Бөрөлә төҙөкләндереүгә комплекслы ҡарағандар – урамдарҙы ремонтлағандар, фасадтарҙы матурлағандар, яңы балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән. Бөтәһен дә сифатлы һәм ваҡытында эшләгәндәр. Хәҙер майҙанда тормош ҡайнап торорға тейеш. Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов менән артабан ҡаланы нисек үҫтереү тураһында һөйләштек, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Белешмә:
“Ҡырағай бал” ярыммарафоны “Bashrun”, “Ivanov team” йүгереү йәмәғәттәре һәм “Башспорт” компанияһы менән берлектә ойошторолған. Сарала ҡатнашыусылар биш, ун һәм 21,1 саҡрым дистанцияла үҙен һынап ҡараны.
Фото: glavarb.ru