Йәмғиәт
14 Август 2021, 03:00

Ратмир Мәүлиевты ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары араһында Ратмир Рәфил улы – иң йәш етәксе.

Ратмир Мәүлиевты ҡотлайбыҙ!Ратмир Мәүлиевты ҡотлайбыҙ!
Ратмир Мәүлиевты ҡотлайбыҙ!

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәр аша Игорь Лимды (элек ул Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы булды) тыуған көнө менән ҡотлаған. “Нефтекама ҡалаһының маҡтаулы гражданы Игорь Лим – халыҡ араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған кешеләрҙең береһе. Изге күңеллелек, әүҙем тормош позицияһы, ихласлыҡ – быларҙың барыһы ла Игорь Николаевичҡа төбәп әйтелгән. Уҙаманға рух ныҡлығы һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!” – тип яҙған Ратмир Рәфил улы.

Әйткәндәй, бөгөн Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев үҙе тыуған көнөн билдәләй! Шул иғтибарға лайыҡ: Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары араһында Ратмир Рәфил улы – иң йәш етәксе, уға 32 йәш. Форсаттан файҙаланып, беҙ, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре, Ратмир Мәүлиевты күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, тынғыһыҙ эшендә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

 

Фото: Ратмир Мәүлиев.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас