Йәмғиәт
15 Август 2021, 17:00

Ҡала мөхите йылдан-йыл яҡшыра

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем федераль проект буйынса 130 йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк.

Ҡала мөхите йылдан-йыл яҡшыраҠала мөхите йылдан-йыл яҡшыра
Ҡала мөхите йылдан-йыл яҡшыра

Башҡортостанда "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль проектында ҡатнашыу өсөн 2022 йылға ғаризалар алыу тамамланды.

2021 йылға иҫәпләнгән федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу әле дауам итә. Республикала йыл аҙағына тиклем 130 йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк һәм өҫтәмә рәүештә бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе йәшәү өсөн уңайлы итеү буйынса 13 проект тормошҡа ашырыласаҡ. Өфөләге "Ҡашҡаҙан" паркын программа буйынса яңыртыуҙы Республика көнөнә тамамлау күҙаллана.

"Башҡортостан ҡала мөхитен яҡшыртыу буйынса илдә алдынғы биш төбәк араһында. Йыл һайын республикала 350 – 400 ихата һәм йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә, – тип хәбәр итте Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, "Ҡала мөхите" проекты координаторы Павел Качкаев. – Пандемияға ҡарамаҫтан, программаны тормошҡа ашырыу буйынса эштәр үткән йылда ла, быйыл да туҡталманы, әлбиттә, сикләүҙәр арҡаһында башҡарылған эш күләме бер аҙ кәмене".

Парламентарий иҫәпләүенсә, ихаталарға, парктарға ҡарағанда, иғтибар күберәк булырға тейеш.

– Парктарҙы матурлау, бәлки, 15-ләгән ихата менән сағыштырғанда, еңелерәктер ҙә. Тик паркка кеше аҙнаһына бер-ике тапҡыр килә, ә үҙ ихатаһында көн һайын булырға тура килә. Ошо позицияны мин һәр власть кимәленә еткерергә тырышам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ихаталарҙы төҙөкләндереү йылдан-йыл кәмей бара, – тине ул.

2017 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Рәсәйҙә программаға ярашлы 63,5 мең ихата һәм 19 мең йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Бының өсөн 242 миллиард һум аҡса тотонолған (быйылғыһы иҫәпкә инмәгән). Шуның 6 миллиарды – шәхси эшҡыуарҙарҙыҡы, миллиардтан ашыуын халыҡ үҙе йыйған. Былтыр, пандемияға ҡарамаҫтан, "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проекты буйынса Башҡортостан 1 миллиард һумға яҡын аҡса алған.

"Программа буйынса бөтә һатып алыуҙарҙы, объекттарҙы төҙөкләндереү сифатын да йыл һайын апрелдә тикшерәбеҙ. Төҙөкләндереләсәк ихаталарҙың һәм майҙансыҡтарҙың торошон шулай уҡ алдан ҡарайбыҙ. Ҡаланың йөҙөн яҡшыртыуға күп кешене йәлеп итеү – уңыштың нигеҙе", – ти Павел Качкаев.

Ул шулай уҡ был программаның башланыу тарихын һөйләп үтте. Партия "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу"ҙы 2016 йылдың аҙағында тәҡдим иткән. Халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға туранан-тура ҡағылғас, программаны ил етәкселеге тиҙ арала хуплаған һәм уға федераль статус биргән.

 

Фото: dima.gov.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас