

Хәйбулла районының Ураҙбай ауылы янындағы янғынды һүндерешергә ирекмәндәр килеүен дауам итә.
Берәүҙәр хәленсә ярҙам күрһәтеп, китеп тора, икенселәре, уларҙы алмаштырып, шунда уҡ янғынға ҡаршы көрәшкә тотона. Кемдәрелер туранан-тура утты ауыҙлыҡлауҙа ҡатнаша, икенселәре уларҙы ашатыу хәстәрен үҙ иңенә алған.
Һуңғы көндәр янғындың иң үҙәгендә һүндереүҙә ҡатнашҡандар өсөн, ә улар йөҙләгән кеше, тура мәғәнәлә бик ҡыҙыу булды. Оператив штабта әйтеүҙәренсә, быҫҡыған урын-ерҙе тулыһынса зарарһыҙландырыу өсөн утты ауыҙлыҡлағандан һуң да ирекмәндәр ярҙамы кәрәк буласаҡ әле.
Сығышы менән Бөрйән районынан булған Руслан Насиров әлеге мәлдә Өфөлә йәшәй. Ул, социаль селтәрҙәр аша янғын тураһында уҡып белгәс тә, ярҙамға килергә ашыҡҡан.
– Иң мөһиме – утты һүндереү буйынса эш юғары кимәлдә ойошторолған. Һәр ҡайһыһы ығы-зығыһыҙ, тыныс эшләй. Быға тиклем ундай ҙа ҙур күләмле сарала ҡатнашҡан юҡ ине әле. Тыуған районымда ла янғындар бара, унда күбеһе һүндерелгән, – ти ул.
Фото: социаль селтәрҙән.