

18 августа Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Башҡорт телендә КВН кубоктары лигаһының "Йәйге музыкаль кубок" уйыны үткәрелә. Ул күсмә фестиваль рәүешендә бара.
Былтыр сарала ҡатнашыусылар Учалы районына сыҡҡайны. Быйыл төньяҡ-көнсығышты һайланылар, юл ыңғайы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған яғын күреп ҡайтырға ниәт иттеләр. Эйе, Салауат районының Арҡауыл ауылына ла барасаҡтар.
Фестиваль өс көнгә һуҙыла. Тәүге ике көндә командалар ярышҡа әҙерләнә, тирә-яҡтағы матур урындарҙы ҡарап йөрөй. Һуңғы көндә иһә сәхнәлә өс конкурста көс һынашасаҡтар. Һөҙөмтәләр буйынса иң зирәк һәм күңелле команда миҙгелдең финалына сыға һәм декабрҙә 100 мең һумлыҡ приз өсөн дәғүәләшеү хоҡуғын ала.
Тамаша Дыуан районының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә киске сәғәт 7-лә башлана. Билет хаҡы – 150 һум.