

Кисә Саҡмағош районында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте. Урындағы халыҡ төрлө аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән икмәк-ҡалас, кондитер ризыҡтары, йәшелсә, емеш-еләк һатып алып ҡыуанды. Умартасылар ҙа был көндө үҙ продукцияһын арзаныраҡ хаҡҡа тәҡдим итте. Теләүселәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтелде. "Бындай йәрминкәләр беҙгә – үҙ продукциябыҙҙы һатырға, ә халыҡҡа сифатлы тауар алырға яҡшы мөмкинлек бирә", – ти уңғандар оҫтаханаһы етәксеһе Азат Фәтҡуллин.
Саҡмағош районы кешеләренә Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптарына күренеү мөмкинлеге лә булды – иртә менән районда күсмә диагностика үҙәге ҡабул итә башланы. Тәгәрмәсле поликлиника медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, унда пациенттарҙы ҡабул итер өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. "Был бик уңайлы, сөнки, үҙәктән ҡырҙа йәшәгәнлектән, ундағы белгестәргә тап була алмайбыҙ. Бындай мөмкинлек булдырғандары өсөн ҙур рәхмәт. Үҙем табип-неврологка күрендем", – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Зөһрә исемле апай.
Ғаилә һәм ял паркында ла йәнлелек күҙәтелде был көндө. Бында балалар, йәштәр һәм спорт майҙансығы ойошторолған: китап күргәҙмәһе, өҫтәл уйындары, аквагрим, мольбертҡа һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, музыка ҡоралдары менән таныштырыу һ.б. Ә кисен башҡорт эстрада артистарының сығыш яһауы саҡмағоштар өсөн көтөлмәгән ҙур бүләк булғандыр, моғайын.
Сәләмәтлек һәм әүҙем тормош йылы сиктәрендә Саҡмағош районының "Уңыш" стадионында Физкультурниктар көнөнә арналған спорт саралары үтте. Тренер-уҡытыусыларға спортты үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡандары, уңыштары өсөн район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды. Уларҙы район хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев ҡотланы.
Күмәк физкультура сараһында 250 кеше ҡатнашҡан. Ярыш алдынғылары район спорт комитетының грамоталары менән бүләкләнде. Әйткәндәй, киләһе йыл 9 миллион һумға "Уңыш" стадионын йүнәтеү ҡаралған. Анығыраҡ әйткәндә, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль проектына ярашлы турниктар ҡуйыу, йүгереү өсөн юлды төҙәтеү, өлкәндәр һәм балалар өсөн ял зонаһы булдырыу, балалар уйын майҙансығына резина япма түшәү һ.б. планлаштырыла. Был турала райондың спорт комитеты рәйесе Илһам Ғәлләмов белдерҙе.
Саҡмағошҡа килгән Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев та, үҙенең йәш саҡта футбол һәм волейбол менән мауығыуын билдәләп, былай тине:
– Яңыртылған стадион урындағы халыҡты сәләмәт тормошҡа күпләп йәлеп итеү өсөн яҡшы урын буласаҡ. "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" программаһы бөтә ил буйынса ауыл биләмәләрен күркәмләндереүгә лә ныҡ ярҙам итә. Стадион урындағы һәм йәйҙәрен олатаһы-өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән бала-саға өсөн генә түгел, ололарға ла ҙур бүләк булыр.
Павел Качкаев сараны ойоштороусыларға – яҡшы профессиональ әҙерлектәре, ә ҡатнашыусыларға әүҙем тормош алып барыуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Фото: район хакимиәте сайтынан.