Йәмғиәт
16 Августа 2021, 14:40

Өфөнөң йәш дизайнерҙары гимназияла махсус киңлек булдырасаҡ

Баш ҡаланың Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһына капиталь ремонт эшләнәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнөң йәш дизайнерҙары гимназияла махсус киңлек  булдырасаҡӨфөнөң йәш дизайнерҙары гимназияла махсус киңлек  булдырасаҡ
Өфөнөң йәш дизайнерҙары гимназияла махсус киңлек булдырасаҡ

Өфөнөң Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһына капиталь ремонт эшләнәсәк, ә буш торған мәктәп яны биләмәһе матур йәмәғәт киңлегенә әүереләсәк. Был бер ата-әсәнең Рәсәй Президенты, Дөйөм халыҡ фронты лидеры Владимир Путин менән тура бәйләнеш ваҡытындағы мөрәжәғәтенән һуң мөмкин булды.

 

2021 йылдың июлендә халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше Елена Шмелева Өфөгә килгән саҡта ата-әсәләр һәм уҡытыусылар менән осрашты. Ата-әсәләр 140-сы гимназияны яратыуын, төплө белем биргән көслө уҡытыусылар эшләүен, әммә уҡыу учреждениеһы бинаһының һәм биләмәһенең матди һәм рухи яҡтан иҫкереүе тураһында һөйләй. Өфө ҡалаһының Калинин район хакимиәте вәкилдәре киләһе уҡыу йылына гимназияға капиталь ремонт эшләнәсәге, ә билмәһе төҙөкләндереләсәге тураһында белдерҙе.

 

Елена Шмелева әйтеүенсә, Халыҡ фронты мөрәжәғәттәр менән ентекле эшләй, анализ яһай һәм улар Дөйөм халыҡ фронты, хакимиәт һәм йәмәғәтселек көсө менән хәл ителһен өсөн бар сараларҙы ла ҡуллана. Елена ханым Константин Радиковичҡа битараф ҡалмағаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Халыҡ фронты гимназиялағы ремонт барышын контролдә тотасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 

– Быйыл гимназияға 25 йыл тула. Киң күләмле ремонт бында бер ваҡытта ла үткәрелмәгән. Бары уҡыу кабинеттарын яңыртыу сиктәрендә һәм ата-әсәләр көсө сиктәрендә генә ремонт алып барылған. Бөгөн төп мәсьәлә – һыуыҡ үткәргән ағас тәҙрә рамы. Был мәсьәләне тәүҙә хәл итәсәкбеҙ. Капиталь ремонт өсөн смета төҙөү эштәре башланған, – тип уртаҡлашты гимназия директоры Фәнил Бүләков.  

 

Мәктәп биләмәһе матур йәмәғәт киңлегенә һәм балаларҙы үҙенә тартып торған урынға әйләнһен өсөн сағыу һәм ҡалыпҡа һалынмаған ҡараш талап ителә. Дөйөм халыҡ фронты эксперттары мәктәптең дизайн-проектын булдырыуҙа ярҙам һорап Өфө дәүләт нефть техник университетына мөрәжәғәт итте.

 

“Беҙгә мәктәп музейын һәм биләмәһен биҙәргә тәҡдим иттеләр һәм беҙ ҡыуанып ризалаштыҡ. Үлсәп сыҡтыҡ инде, унан һуң махсус программа буйынса “төҙөп”, дизайнға тотонасаҡбыҙ. Бөтә эштәрҙе 1 сентябргә тамамларға планлаштырабыҙ”, – тип һөйләне ӨДНТУ-ның дизайн һәм сәнғәт фәне кафедраһы студенты Родион Хисаметдинов.

 

Дөйөм халыҡ фронты эксперты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, 140-сы гимназия – көслө йололары һәм уҡытыусылары булған уҡыу йорто, Өфө милли мәктәптәренең иң көслөләренең береһе.

 

 – Мәктәп халыҡ тығыҙ йәшәгән биҫтәлә урынлашҡан. Ата-әсәләр уны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа буш ваҡыттын файҙалы үткәрерлек урын итеп эшләүҙе һорай. Дөйөм халыҡ фронты рәйестәше Елена Шмелева менән осрашыуҙа улар ошо хаҡта һөйләне. Шул саҡта уҡ был биләмәне үҙгәртеп ҡороу буйынса ҡыҙыҡлы эшкә нефть университеты студенттарын йәлеп итергә ҡарар иттек. Ректорға мөрәжәғәт иттек, баҡтиһәң, бындай тәжрибәләре бар икән. Техник бурыстарҙы ата-әсәләр менән бергә төҙөгәндәр, проект бөтәһенең дә мәнфәғәттәрен яҡлаһын һәм биләмә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алһын өсөн кәрәк был. Капиталь ремонт мәсьәләһен федераль һәм төбәк программалары ярҙамында хәл итәсәкбеҙ, әлбиттә, муниципалитет та ҡушыласаҡ. Тәҙрәләрҙе һәр кәртәне алмаштырыу эштәрен быйыл уҡ уҙғарыу планлаштырыла, – тип уртаҡлашты Эльвира Айытҡолова.

 

Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.  

Автор:Рәмилә Мусина