Йәмғиәт
17 Август 2021, 16:00

Инвалид ҡатындың төндәре подъезда үтә...

"Был ҡыҙға бер ниндәй йүгән юҡ. Тәүҙә олатаһын ҡыуа торғайны, хәҙер - өләсәһен... Бына ярты йыл инде оло ҡатын йә ихатала, йә подъезда йәшәй..."

Инвалид ҡатындың төндәре подъезда үтә...Инвалид ҡатындың төндәре подъезда үтә...
Инвалид ҡатындың төндәре подъезда үтә...

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән 65 йәшлек Леонид Федоровтың тарихын хәтерләүселәр барҙыр: полицияла һәм психиатрҙа иҫәптә торған 17 йәшлек ейәнсәре фатирҙан ҡыуып сығарғас, ул подъезда йоҡлап йөрөй, күршеләре биргән аҙыҡ менән туҡлана. Сетерекле хәлгә тарыған оло кеше тураһында ишеткән ирекмәндәр ярҙамға килеп, иргә ололар өсөн тәғәйенләнгән учреждениеға урынлашырға ярҙам иткәйне.

Шундай уҡ хәл ошо йортта йәнә ҡабатлана: был юлы инвалид ҡатын менән. Күршеләре һөйләүенсә, әлеге ейәнсәр бына инде ярты йыллап төнгөлөккә үҙаллы йөрөй алмаған өләсәһен фатирҙан ҡыуып сығара. Йорт эсенә ҡуйылған видеокамера күрһәтеүенсә, коляскалағы ҡатын төндәрен шунда үткәрә, кесе ярауын да ултырған ерендә башҡара. "Был ҡыҙға бер ниндәй йүгән юҡ. Тәүҙә олатаһын ҡыуа торғайны, хәҙер - өләсәһен... Бына ярты йыл инде оло ҡатын йә ихатала, йә подъезда йәшәй. Беҙ аҙыҡ-түлек йә кейем-һалым менән ярҙам итештерәбеҙ. Ҡыҙҙың әсәһе электән айырым йәшәй, тәрбиә менән бөтөнләй шөғөлләнмәй. Подъезда түҙеп торғоһоҙ еҫ", - ти бында йәшәүселәр.

Участка полицияһы йә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор был фатирға көн дә тиерлек килеүгә ҡарамаҫтан, көндөҙ ишекте астырыуға өлгәшкәндәре юҡ. Өләсәй булған кеше ишек аша "ейәнсәрем өйҙә түгел, ул яҡшы ҡыҙ, мине ҡыуғаны юҡ" тип яҡлаша һәм бар бәләләрендә ҡыҙҙың әсәһен ғәйепләй.

Көндөҙ был өйҙә хәлдәрҙе шулай яйлы күрһәтергә тырышалар, ә кистәрен инвалид ҡатындың подъезда төн үткәреүҙәре һаман ҡабатланырмы? Әле ярай ҙа төндәр ярайһы йылы, тик оҙаҡламай һыуыҡтар төшһә, ул саҡта оло кешегә ни эшләргә?..

Фото: видеонан скриншот.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас