Йәмғиәт
17 Август 2021, 05:00

Иван янғындан кешеләрҙе ҡотҡарған

Атай кеше икенсе ҡаттан һикерә. Иван һәм уға ярҙам итеүселәр түшәк тотоп, өҫтән ырғытылған баланы тота. Янғын һүндереүселәр килгәндә, батыр егет китеп өлгөргән була.

Иван янғындан кешеләрҙе ҡотҡарғанИван янғындан кешеләрҙе ҡотҡарған
Иван янғындан кешеләрҙе ҡотҡарған

Урындағы "Восход" гәзите хәбәр итеүенсә, Ишембай ҡалаһынан Иван Соболев бик ҡыйыу батырлыҡ эшләгән. Ул янғындан бер нисә кешене ҡотҡарған, ҡайһыларын сығарырға ярҙам иткән.

 

Ул ҡаланың Совет урамынан үтеп барышлай күп ҡатлы йорттарҙың береһендә төтөн сыҡҡанын күрә. Асыҡланыуынса, беренсе ҡаттағы ремонт барған фатирҙа ут сыға. Иван үҙенең ғүмерен аямай, уның асыҡ тәҙрәһенән инә һәм төҙөүсене сығара. Асыҡланыуынса, ут һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөгән сыҡа, тәүҙә диван яна башлай, артабан фатирға тоҡана.

 

Ивандың янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға телефонының көсө бөткән була, шулай ҙа ул юғалып ҡалмай, күрше фатирға туҡылдатып, уларҙы уята. Икенсе ҡатта өс фатир урынлаша, уларҙың береһендә бер йәшлек балалары булған ғаилә лә була. Атай кеше икенсе ҡаттан һикерә. Иван һәм уға ярҙам итеүселәр түшәк тотоп, өҫтән ырғытылған баланы тота. Янғын һүндереүселәр килгәндә, батыр егет китеп өлгөргән була. Әммә фатирҙа йәшәгәндәр үҙҙәрен янғындан ҡотҡарған егеттең исемен белә һәм Иванға ҙур рәхмәттәрен еткерә.

 

Арабыҙҙа Иван Соболев кеүек кешелекле һәм ауыр саҡта юғалып ҡалмаған егеттәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Афарин, батыр йөрәкле егет!

 

Фото: "Восход" гәзитенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас