

Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов тыуған көнөн билдәләй! Ошо уңайҙан Венер Фәрит улын күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ, тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ!
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Венер Насретдиновтың түбәндәге яҙмаһына тап булдыҡ.
– “Атайсал” проекты сиктәрендә Ҡоро Иҙәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә һәйкәл астыҡ, – тип яңылығын еткергән Венер Фәрит улы. – Был һәйкәл халыҡтың көсө менән төҙөлдө, ул барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ символы булыр тип өмөтләнәбеҙ. Барыһын да йыл һайын ошо изге урынды төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү йәһәтенән үҙ өлөштәрен индерергә саҡырам.
Фото: Венер Насретдинов.