

Бөгөн Өфөлә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы “Газпром газораспределение Өфө” компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Был документ Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк. Газ үткәрелгән ауыл һәм ҡасабаларҙа "зәңгәр яғыулыҡ" торбаларын әле индерелмәгән йорттарға тиклем еткереү тураһында һүҙ бара.
"Был килешеү яҡын арала үҙ һөҙөмтәһен бирер, тип ышанам. Газды халыҡҡа еткереү республика ғына түгел, ә бөтә илебеҙ буйынса ла өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров килешеүҙең барлыҡ шарттарын ҡарап сығыу һәм участкалар биреү ваҡытын мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу өсөн ҡуйылған талаптарҙы үтәү бурысын ҡуйҙы", – ти республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Фото: pravitelstvorb.ru