

Ошо көндәрҙә Асҡын районының Олойылға ауылында йәшәгән абруйлы ғаиләләрҙең береһе – Хәтимә менән Сәлихйән Махатовтарҙың иңгә-иң терәп, бер-береһен хөрмәт итеп, тормош һуҡмағынан парлап атлауына 60 йыл тулды.
Улар гәүһәр туйҙары айҡанлы ҡотлауҙар һәм бүләктәр ҡабул итте. Хәтимә Аллаяр ҡыҙын һәм Сәлихйән Махат улын оло ғүмер байрамдары – гәүһәр туйҙары менән ҡотларға Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Ғатин һәм эштәргә идара итеүсе Эльвира Зарипова килде. Илфат Хәлфәт улы юбилярҙарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы һәм ололарға киләсәктә лә оҙон-оҙаҡ парлап ғүмер итеүҙәрен, һау-сәләмәт булыуҙарын, балаларының изге хәбәрҙәр менән һөйөндөрөп тороуын теләне.
Хәтимә Аллаяр ҡыҙы һәм Сәлихйән Махат улы, 1961 йылдың майында ғаилә ҡороп, фиҙакәр хеҙмәт юлы үтеп, ауылдаштарына матур өлгө күрһәтеп ғүмер итә. Улдарына яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Хәҙер улар биш ейән-ейәнсәренә, ике бүлә-бүләсәренә һөйөнөп ғүмер итә. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ пар баҡса тултырып йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, ҡош-ҡорт, һарыҡтар аҫрай.
Илһөйәр ҒАЯНОВА.