

Башҡорт дәүләт медицина университетында билдәле сәйәхәтсе, штурман, яҙыусы, ғалим Валериан Албанов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БДМУ ректоры Александр Цыглин, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов, Башҡортостандағы Рәсәй география ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.
“Беҙ бөгөн изге эш ҡылабыҙ – мәшһүр шәхес, Арктиканы өйрәнгән Валериан Албанов иҫтәлегенә таҡтаташ асабыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ҡыҫҡа ваҡыт арауығында мәктәп экспозицияһынан алып Арктиканы өйрәнгән полярниктарға арналған музейға тиклем оло юл үттек. Башҡортостандан Арктиканы өйрәнгән ғалимдарҙың күп булыуы иғтибарға лайыҡ, шуға күрә уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, исемдәрен яңы быуынға танытыу – беҙҙең бурысыбыҙ. Рәсәй географик ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан тарихының быға тиклем билдәле булмаған яңынан-яңы биттәрен асырға тейешбеҙ”, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров, йыйылғандарҙы сәләмләп.
“Тап хәҙерге БДМУ урынында элек ир-егеттәр гимназияһы торған, ул көслө белем биреү үҙәге булып һаналған. Бында һәләтле балалар уҡыған, уларҙың күптәренә гимназия киләсәккә юл асҡан. Был бинала күп буласаҡ билдәле ғалимдар белем алған, бында Ҡазан университетының тәүге ректоры, Томск университеты ректоры, Совет иммунологияһына нигеҙ һалған академик Смородинцев уҡыған. Валериан Албанов та беҙҙең гимназияны тамамлағас, хәрби, сәйәхәтсе, ғалим һөнәрен һайлаған. Ул төньяҡ диңгеҙ юлына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ, Рәсәйҙең төньяҡ биләмәһенең үҫешенә ҙур өлөш индерә. Беҙҙең өсөн билдәле дәүләт, фән эшмәкәрҙәрен ошо ваҡиға айҡанлы ҡабул итеү – ҙур баһа”, – тине Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Александр Цыглин.
Радий Хәбиров менән Александр Цыглин тантаналы рәүештә таҡтаташтан аҡ япманы төшөргәс, йыйылғандар сәскәләр һалды, республика етәксеһе Рәсәй географик ойошмаһы ағзалары менән аралашты.
Валериан Албанов Рәсәйҙең географик үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Ул 1882 йылдың 26 майында Өфө ҡалаһында донъяға килә. Атаһы бишенсе Ырымбур казак полкында ветеринар була. Ғаиләләре менән йыш ҡына күсенеп йөрөү сәбәпле, Валериан күп гимназияларҙа уҡый.
1890 йылда буласаҡ сәйәхәтсе Санкт-Петербург алыҫ йөҙөү училищеһына уҡырға инә. Атаһын иртә юғалтыу сәбәпле, мәғрифәтселек, кораблдәрҙең моделен эшләп һатыу менән шөғөлләнеп, аҡса эшләй. Йәйгелек сауҙа судналарында матрос булып йөрөй.
Училищены тамамлағас, Валериан Албанов штурман булып күп диңгеҙҙәр гиҙә, Балтийск флоты кораблендә хәрби хеҙмәтен үтәй, ике йыл дауамында Төньяҡ диңгеҙ экспедицияһы капитаны ярҙамсыһы була, төрлө экспедицияларҙа ҡатнаша.
Автор фотоһы.