

Урындағы мәҙәниәт ирекмәндәре һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары берлектә Балтас район мәҙәниәт һарайында атайҙарға арналған күркәм байрам ойошторҙо.
Сара Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә уҙҙы. Килеүселәрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова, район Атайҙар советы рәйесе Дамир Хаматов сәләмләгәндән һуң, ҡыҙыу ярыштар башланды.
Байрамда ун атай үҙҙәренең ҡыйыулығын һәм батырлығын һынаны, балалар менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Филүс Камалетдинов һәм уның улы Әмир – беренсе, Максим Әхтәриев улы Эдуард менән – икенсе һәм Марат Моратов улы Эмиль менән өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Гөлназ ҒӘЛЛӘМОВА.