

Йәйҙең йәмле бер көнөндә Белорет районының Ҡолмас ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы гөрләп үтте. Әлеге мәлдә ундан ашыу ғына кеше йәшәгән төйәк бер нисә көнгә шат тауыштарға күмелде. Был байрам шуныһы менән үҙенсәлекле – унда беҙҙе шатлыҡ менән һағыш тойғоһо бергә оҙатып йөрөнө...
Бай ҙа, аяныслы ла тарихлы ауыл
...Халыҡта “ике күсенеү бер янғынға тиң” тигән әйтем бар. Ҡолмас – янғынын да, күсенеүен дә, хатта йәшәгән еренән ҡыуылыуын да кисергән башҡорт ауылдарының береһе. Был төбәктән заманында күп кенә күренекле кешеләр сыҡҡан – старшиналар, яу башлыҡтары, башҡорт ғәскәренең зауряд-чинлы ғәскәриҙәре, башлыҡтары, кантон начальнигы писары һ.б. Шуғалыр ҙа 1740 йылдың йәйендә башҡа баш эймәҫтәр йәшәгән ҡатай ауылдары менән бергә ул да утҡа тотолған.
Тау-завод колонизацияһы башланғас, ер аҫты байлыҡтарына бай беҙҙең төбәк күптәрҙе үҙенә ымһындырған. “Инйәр завод урыны” тип тарихҡа инеп ҡалған ҙур майҙан Матвеев, Демидов, Твердышев, Мясников, Левашов, Пашковтар, Кайзер һымаҡ байҙарҙың ҡулы аша үтә. Был аҫаба башҡорт ерҙәрен алдаҡ юл менән үҙләштереү арҡаһында мөмкин була. Оҙаҡ йылдар дауамындағы көрәш барышында беҙҙең ата-бабалар, тейешенсә тәртиптәргә, закондарға таяна алмайынса, ерҙәренән яҙа, уны заводчик Пашковтар үҙләштерә һәм 35 кеше йәшәгән урындан аҫабалар ғәскәр ярҙамында ҡыуыла.
Әлеге Көньяҡ Урал заповеднигы территорияһында урынлашҡан Сопханғол, Дауыт һәм Айысаҡ ауылдары бер тирәгәрәк килеп ултыра. Сопханғол икегә бүленә: бер өлөшө Елмерҙәктең көнбайыш итәгендә урынлаша, ә ҡалғандар, старшина Мөхәмәтйән Игзәков етәкселегендә көнсығыш битләүҙә тороп ҡалып, Арышпар ауылына нигеҙ һала. Дауыт менән Айысаҡ берләшеп, Ноҡат ауылын барлыҡҡа килтерә. Көнбайыштағы Сопханғол ауылын Рәүәт йылғаһы буйында булғаны өсөн Урман Рәүәте тип йөрөтә башлайҙар.
Икенсе күсенеү 1921 йылдың аслығына тура килә. Аслыҡтан ҡотолоу өсөн Урман Рәүәттән дүрт ир-уҙаман әлеге Ҡолмас ауылы еренә килеп төпләнә. Улар – Фәтхулла Абдуллин, Нәбиулла Ғимранов, Ильяс Фәйзуллин һәм Шафиҡ Хәйруллин. Улар Ҡолмас яланына тары сәсә. Һуңынан бында Урман Рәүәттең яртыһынан күберәк халҡы күсенә. Бына шулай, ауылға бер тапҡыр тулыһынса яныу, ике күсенеү кисерергә тура килә.
1925 йылда инде ауылда 18 хужалыҡ булып, 36 ир кеше, 48 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Ҡатай ырыуы тураһындағы томға ингән 1926 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре булған таблицала хата киткән: “18 хужалыҡта 18 кеше йәшәй” тип күрһәтелгән, шуға күрә Ҡолмас утар булараҡ билдәләнгән, ә уны шул йылда уҡ ауыл тип иҫәпләргә булыр ине. Ауылды рәсми теркәтеү өсөн уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Фәтхулла Абдуллин тырышлыҡ күрһәтә (ул 1937 йылда золом ҡорбаны була).
Ауыл бик тиҙ киңәйә, ҙурлығы буйынса Нуҡат ауыл советында икенсе биләмәгә әүерелә. Халыҡ яҡты киләсәккә өмөт менән йәшәй, әммә һуғыш башлана. Ауылдан һуғышҡа киткән 19 ир яу яландарында ятып ҡала, ҡайһылары хәбәрһеҙ юғала.
Һуғыштан һуң ауыл тағы ла ҙурая, төҙөкләнә, башланғыс мәктәп, магазин, “Союзпищетара”ның Ҡырташ бүлексәһе, һуңынан Ҡолмас бүлексәһе гөрләп эшләй. Тик 60-сы йылдар уртаһында ағас киҫелеп бөтөү менән эш тә бөтә, биләмә күрше Уҫаҡлыға күсә һәм халыҡ тағы ла тыуған яғын ташлап китергә мәжбүр була. Ауылда ҡарт-ҡоро һәм эше булған элемтәсе Бәйтулла Исхаҡов менән урман ҡараусы Зыяитдин Солтанбәков ҡына тороп ҡала.
Ауыл терелерме?
Автомобиль юлын һалыу ҡайһы бер ҡыйыу һәм тәүәккәл ҡолмастарға кире күсеп ҡайтыуға булышлыҡ итә. Ғөбәйҙулла Исхаҡов әрменән һуң ауылына ҡайтып төпләнә, өйләнә. Юл һалынғас, ул ауылды тергеҙеү мәсьәләһе менән төрлө ергә мөрәжәғәт итеп ҡарай, 1999 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреүгә өлгәшә. Бының ыңғай һөҙөмтәһе – дизель ултыртып, ауылға ут индереүгә өлгәшәләр, тик ул үҙен аҡламағас, ут мәсьәләһе ул саҡта хәл ителмәй. Өмөтө өҙөлгән Ғөбәйҙулла күсеп китергә мәжбүр була...
Икенсе бер ҡыйыу, тәүәккәл ир-уҙаман – Ленин, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры, Белорет урман хужалығының данлыҡлы эшсеһе Бәйтулла Абдуллин хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайтып, фермер хужалығы ойоштороу теләге менән яна. Әммә ауырыу сәбәпле, кире ҡайтып китергә мәжбүр була. Уға ярҙамға килгән Фуат улы ла вафат булып ҡуя.
Унан һуң ауылға Хәбир Сибәғәт улы Абдуллин ҡайтырға йөрьәт итә. Ул башлаған эште хәҙер уның балалары, ейәндәре дауам итә. Юл ситендә бәләкәй генә бер мангалдан башлап ебәргән эш хәҙер ярайһы уҡ үҫешкән, тиергә була.
Зәлиә Хәбир ҡыҙы, Заһир Хәбир улы юл буйында үҙ кафеларын асып, юлаусыларҙың тамаҡтарын туйҙырып, ял иттереп оҙата. Йәй көнө уларға Хәбир ағайҙың мәрхүм улы Рәмилдең ҡатыны Марина ла ҡушыла, уның да матур ғына йәйге кафеһы бар.
Хәбир ағайҙың апаһы Ғәлиә лә ҡайтып төпләнеп, мал аҫрап, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнде. Бик ҡыйыу, тәүәккәл булды. Уның әңгәмәһе интернет селтәрен бер аҙ шаулатып алғайны. “Ике ҡарсыҡ йәшәгән ауылға ут нимәгә, улары ла ситтән килгән”, – тип яуаплағайны элекке түрәләрҙең береһе, ут мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иткәс...
Әйткәндәй, Зифа апайҙың ҡыҙҙары, Зәлиә һәм Заһир Абдуллиндар төрлө инстанцияларға электр мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап, күп яҙҙы. Телевидение, гәзиттәр ҙә йәлеп ителде был маҡсатҡа. Ниһайәт, үткән йыл ауылға ут килде! Күрше Уҫаҡлы ауылынан электр линияһы һуҙылды, өйҙәргә яҡтылыҡ үткәрелде.
Ошо көндәрҙә Ҡолмаста ауылдың яңырырына өмөт уятҡан ике ҙур ваҡиға булды. Тәүҙә уларға алып килгән ваҡиғаларҙы бер аҙ барлап үтәйек.
Ғөбәйҙулла ағайҙың башланғысы менән үткәрелгән тәүге байрам халыҡ хәтеренән һаман да онотолмаған. Ул сараға инде 20 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ағай миңә мөрәжәғәт итте: әйҙә, тағы ойошторайыҡ байрамды! Был идеяны Зәлиә Хәбир ҡыҙына әйткәс, ул ихлас күтәреп алды. Әңгәмә барышында: “Мин һуғышта ятып ҡалған олатайҙар иҫтәлегенә бәләкәй генә бер обелиск яһатып ҡуйырға әллә ҡасандан хыялланам”, – тип тә өҫтәне.
Шунан һуң төп ауылдан Ҡолмасҡа күсеп килеүгә 100 йыл тулыуҙы билдәләп, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәреүҙе интернет селтәре аша илдең төрлө төбәктәренә таралған ауылдаштарға еткерергә булдыҡ. Осрашыуға һыуһаған халыҡ был тәҡдимде күтәреп алды. Унан һуң обелиск асыу мәсьәләһе лә күтәрелде.
Ойоштороу комитеты төҙөп, ошо йылдың башында әҙерлек эштәрен башлап ебәрҙек. Ҡолмастар шул тиклем әүҙем булып сыҡты, байрам үткәреүгә лә, обелиск асыуға ла аҡса йыйыу бик йылдам барҙы. Исемлек төҙөлдө, аныҡланды, бер нисә тапҡыр район, баш ҡала архивтарына барып ҡайтылды, интернет сайттарындағы архив материалдары тикшерелде.
Ауыл тураһында документаль материал электән дә байтаҡ тупланғайны, ике туған һеңлем Рәйлә Мөхәмәт ҡыҙы: ”Ағай, ниңә ошоларҙы китап итеп сығармайһың, байрамға өлгөртә алһаң, ҡайһылай шәп булыр ине!” – тигәс, был идея ла төркөмгә тәҡдим ителде. Халыҡ уны ла хуплап ҡаршы алды.
Һәйкәлдәр тереләр өсөн кәрәк
Бар ниәттәрҙе лә тормошҡа ашырыу юлында гел изге күңелле яҡташтар осрап торҙо. Дуҫым Дим Йомағужин аша Азамат Мәсөғөт улына сыҡтым. Улар икеһе лә – былтыр тыуған ауылдарында ауылдаштары хөрмәтенә обелиск төҙөүгә етәкселек итеп, шәп эш атҡарып сыҡҡан тәжрибәле кешеләр. Дим плитәләр әҙерләгән ойошма табышты. Азамат Мәсөғөт улы Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, скульптор Мәүлетбай Рамаҙан улы Хәлилов менән таныштырҙы. Ҙур рәхмәт уларға. Скульпторыбыҙ дөйөм идеяны тормошҡа ашыра алды, уға рәхмәтлебеҙ!
Исемдәр яҙылған стелаларҙы әҙерләүҙе Инйәр ауыл хакимиәте үҙ өҫтөнә алды, ҡырсынташ килтереүҙе лә хәстәрләне. Альберт Айрат улы Азаматовҡа ҙур рәхмәт барыһы өсөн дә!
Ә башҡа эштәр күмәкләп башҡарылды: нигеҙ эшләнде, уның өҫтөнә өс постамент ҡойолдо. Был эштә бағыусыларыбыҙ Марс Зиннур улы Йомағолов менән Роберт Вәли улы Ғәбитовтың ярҙамдары сикһеҙ булды. Шулай уҡ аҡсалата ярҙам күрһәткән барлыҡ ҡолмастар маҡтауға лайыҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы хәленән килгәнсә ярҙам итте, афариндар!
Шулай уҡ Зәлиә Хәбир ҡыҙы менән ире Хәмит булмаһа, ошо тиклем ҙур эштәрҙе тормошҡа ашырыу ныҡ ауыр булыр ине. Зәлиә Хәбир ҡыҙы эшселәрҙе туҡландырыуҙы ойошторҙо. Хәмит инструмент, техника менән ярҙам итте, улар үҙ эшселәрен дә йәлеп итте. Заһир Хәбир улы ла ҡатыны Рәфиҙә Ғәли ҡыҙы менән эшселәрҙе ашатыуҙа ярҙам итте, Мәүлетбай Рамаҙан улына эш барышында көнкүреш шарттары тыуҙырҙы. Илдар Абдуллиндың да эскерһеҙ ярҙамын көн һайын күрҙек. Оло йәштәге Зифа Хәмзә ҡыҙы, көн дә тиерлек эш барышын килеп ҡарап, доғалар уҡып йөрөнө. Үҙе өсөн генә түгел, апаһы Заһиҙә өсөн дә айырым ете мең һум күсереп, башҡаларға өлгө күрһәтте.
Эш ҡыйынлығы шунда – ҡолмастар төрлө яҡҡа һибелгән, шуға күрә күптәр аҡсалата өлөш индереүҙән, интернет аша дәртләндереүҙән тыш, ҡул ярҙамы күрһәтә алмай. Шуға ла Йөйәктә йәшәгән Айрат Иҡсанов, Тимерхан Солтанбәков, Нурулла Исхаҡовтың ярҙамы ҙур булды. Тағы ла Фаил Рәхмәтуллин, Ғәлинур һәм апаһы Земфира Нурғәлиндәр, Гөлфинә Мөхәмәтова һәм ире Зиҡаф Ғәйнуллиндар ихлас ярҙам итте. Уҫаҡлынан – Хәйруллиндарҙың, Мөхәмәтшиндарҙың, Солтанбәковтарҙың, Вәлиевтәрҙең нәҫелдәре, “Приуралье” станцияһынан Хәйруллин, Шафиҡовтар, Хөббихужиндар нәҫеленән Тәлғәт Данйәнов, Өфөнән Фәрит Фәйзуллин, Мансур Әхиәров ейәндәре Вадим һәм Ринат Әхмәтовтар менән, Ленар Әхиәровтар йыраҡ булыуға ҡарамай, өмәгә килде. Хатта Силәбе өлкәһенән Лоҡман Хәбрахманов ейәнсәре Тәслимә һәм уның ире менән килеп ярҙам итеп китте. Рәхмәт барыһына ла! Кемдәрҙелер телгә алмағанмын икән, ғәфү итһендәр. Һеҙ барығыҙ ҙа, был изге эште йырып сығыуға өлөш индереп, сауаплы булдығыҙ.
Инде дуҫыма әүерелгән Тәлғәт Әхтәм улы Данйәнов тураһында айырым әйтмәй булмай. Элек аралашыуыбыҙ “иҫәнме-һаумынан” уҙмай ине, хәҙер көн һайын хәл-әхүәл һорашмай ҡалмайбыҙ, яңылыҡтар менән уртаҡлашабыҙ. 4 майҙан 17 июлгә тиклем беҙ көн дә тиерлек Ҡолмаста булдыҡ, тыуған ауылын шундай яратҡан, эшкә яуаплы ҡараған, бар эшкә лә оҫта кеше булып сыҡты Тәлғәт.
Ҡыш көндәре, яҙ башы исемлек төҙөү һәм китап яҙыу менән үтте. Уны русса яҙыуымды һоранылар, бик теләмәһәм дә, ризалашырға тура килде, сөнки төрлө яҡҡа һибелгән ҡолмастарҙың вариҫтарының күбеһе туған телдә белем ала алмаған...
Китап өсөн аҡса йыйылды, тиҙ арала меңгә яҡын фото тупланды. Һуғыштан һуңғы осор, ауылдың һүнә башлаған ваҡыты, ҡолмастарҙың хәҙерге көндәге тормошо тураһындағы фотолар айырым бүлектәргә бүлеп ҡуйылды. Халыҡтан йыйылған аҡса етмәгәс, “Медтехника” йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Айрат улы Әминев ярҙам бүлде, ҙур рәхмәт уға!
Китапты баҫтырыуға әҙерләүҙе Ҡолмаста участка начальнигы булып эшләгән Ишбулды Дәүләт улы Туғулбаевтың ҡыҙы – Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Клара Әһлиуллина тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Шулай уҡ Гөлнара һәм Рәйлә туғандарыма, һеңлем Әлмира Әмирсәниеваға, Фәрит Фәйзуллинға, Рөстәм Хәбиәхмәтовҡа һәм ошо изге эшкә өлөш индергән барлыҡ ҡолмастарға ҙур рәхмәт! Әйтергә кәрәк, тыуған ауылыбыҙға арналған китап төҫлө, офсет ҡағыҙҙа баҫылған, бик сифатлы килеп сыҡты.
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Байрамдан бер көн алда кис башланған ямғыр төн буйы тиерлек яуғас, борсолоу тойғоһо көслө генә булды. Әммә иртәнсәккә ул туҡтаны, күк йөҙөндә ҡояш көлә ине. Күпер аша талдан арка ҡоролған, уның ситтәрендә кескәй флагтар елберҙәй. Кистән әҙерләп ҡайтҡан баннерҙар, яҙыуҙар ямғырға бирешмәгән. Халыҡ килмәҫ, тигән хәүеф тә юҡҡа сыҡты, машиналар рәт-рәт булып, “Ҡолмас” кафеһы янында теҙелгәйне.
Район хакимиәте башлығы Андрей Иванович Иванютаны тантаналы ҡаршылағас, байрам башланып китте. Ауылға нигеҙ һалыусыларға бағышланған мемориаль таҡта, ырыу атрибутикаһы ырылған таш, Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, еңеп ҡайтҡан, тылда фиҙакәр эшләгән ҡолмастарға, золом ҡорбандарына арналған һәйкәл комплексының таҫмаһын киҫеү хоҡуғы район хакимиәте башлығына һәм эштәрҙе ойоштороусыға бирелде.
Һәйкәл комплексынан япмаларҙы асыуҙы скульптор Мәүлетбай Рамаҙан улы, Ринат Гәрәй улы һәм Фәрит Хөсәйен улы башҡарҙы. Өс һындан торған һәйкәл өҫтөнән япма килеп төшөүгә, бар майҙан алҡыштарға, шат тауыштарға күмелде. Ҡараштарын көнбайышҡа төбәгән һалдат, башын аҫҡа эйеп, уға һыйынған ҡатынын бер ҡулы менән ҡосаҡлаған, янында улы баҫып тора. Ҡатындың моңһоу күҙҙәре аҫҡа ҡараған, икенсе ҡулы менән ҡорһағын тотҡан. Малай киләсәккә өмөт менән төбәлгән, әммә ҡатын менән ир уның һәм әле тыумаған сабыйҙарының яҙмышы өсөн борсола. “Хушлашыу” тип аталған һәйкәл һуғыштың ни тиклем ҙур афәт икәнен киләсәк быуындарға иҫкәртеп тора һымаҡ.
Ҡотлау һүҙе менән район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Инйәр ауыл советы хакимиәте башлығы Альберт Азаматов сығыш яһаны. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев ҡотлау һүҙен еткерҙе. Байрамға килеүселәр исеменән Салауат Шафиҡ улы Хәйруллиндың ейәнсәре – педагогия фәндәре кандидаты, БДУ доценты Гөлшат Ғинәт ҡыҙы һәм подполковник Азамат Хәйруллиндың тормош иптәше тәбрикләү һүҙҙәре әйтте. Артабан һәйкәл венок, сәскәләр менән күмелде. Митинг тамамланып, байрамдың төп өлөшө асылыр алдынан да, аҙаҡтан да көн буйы һәйкәл янында фотоға төшөү туҡтаманы. Ҡолмас өсөн ғәҙәти булмаған сараны күреү өсөн юлаусылар ҙа күпләп туҡталды.
Байрамдың төп өлөшөндә сығыштар йыр-бейеү менән алмашып барҙы. Район етәкселеге Т.А. Данйәнов, Ғ.Б. Исхаҡов, З.Х. Юлбарисова һәм Р.Г. Шәйбәковҡа Почет грамотаһы тапшырҙы. Ҡолмасына тоғро ҡалған 87 йәшлек Зифа Хәмзә ҡыҙы Юлбарисова, һәйкәл төҙөүҙә иң әүҙем ҡатнашҡан Тәлғәт Әхтәм улы Данйәнов, 1999 йылдағы байрамды ойоштороусы, әлегеһенең дә инициаторы булған Ғөбәйҙулла Бәйтулла улы Исхаҡов һәм Зәлиә Хәбир ҡыҙы Ғәлийәнова “Кесе ватанының патриоты” миҙалына лайыҡ булды.
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев та бүләктәр менән килгәйне. Артабан Инйәр ауыл биләмәһе башлығы Альберт Азаматов төҙөлөш эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға, китап әҙерләүҙә ярҙам иткәндәргә, байрамға әҙерлек эштәрен башҡарыусыларға почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ә Зәлиә Хәбир ҡыҙы, ойоштороу комитеты рәйесе булараҡ, Марс Зиннур улы Йомағоловҡа – ҡамсат бүрек, Тәлғәт Әхтәм улына Данйәновҡа һәм төҙөлөш эштәрен етәкләүсегә “Ҡолмас” исеме яҙылған футболкалар бүләк итте. Башҡортостандың халыҡ артисы Илсур Хәбиров сараны шиғырҙар, йырҙар менән биҙәне.
Зәлифә Фәйзуллинаның “Ҡолмасым” йыры ла байрамдың сағыу биҙәге булды. Ул ижад ителеп, төркөмгә ҡуйылыу менән, бик популяр булып китте. Йырҙы гармунда уйнап башҡарғанда башҡалар ҙа уға ҡушылды. Әсәһе яғынан тамырҙары Ҡолмастан булған Йөйәк ҡыҙы Эльвира Исхаҡова, төбәк-ара конкурстарҙа еңеү яулаған Артур Туҡаев, Айзилә Зәкирова, Асынан Розалия Сөнәғәтова, Гөлнур Солтанбәкова, Руслан Ғилманов, Ғөбәйҙулла Исхаҡовтың тыуған төйәккә бағышланған йырҙары, дәртле бейеүҙәре байрамға йәм өҫтәне.
Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сараны бик матур итеп алып барҙы, Йөйәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, милли кейемдә килеп, ҡунаҡ ҡаршылау йолаһында, башҡа өлөштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Аҙаҡтан ҡолмастарҙың һәр ғаиләһе үҙ ҡоро менән табын ҡорҙо, күңел асты. Ҡолмас ауылы, шулай итеп, сағыу байрам ойошторҙо, халыҡ рәхәтләнеп аралашты ла, йырлашты ла, илашты ла...
Хәҙер ауыл халҡына өмөт итергә генә ҡала. Байрамға арналған мәҡәләмде китапҡа ингән “Ҡомартҡы” повесымдағы геройҙың халыҡҡа мөрәжәғәт һүҙҙәре менән тамамлағым килә: “Инде ауылдың яңырырына өмөт ҙур. Туғандар, кемдәр ауыл яҙмышына битараф, бошмаҫ йән түгел, атай-олатайҙар рухына тоғро ҡалған – һәр кемгә юл асыҡ...
Аңлайым, тыуған ергә һөйөү ике яҡлы була, тиер күптәр. Бына хакимиәттән килгәндәр был яғына ҡайтырға теләүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ. Тыуған ил әсә кеүек. Әсәләр ҙә ҡайһы ваҡыт ауырый. Әсә кеше ауырый, тип унан баш тартып булмай бит. Тыуған илдең дә төрлө ваҡыты була. Унан сығып китергә лә мәжбүр булаһың, тик мин әлегә тиклем бик һирәктәрҙең генә унан бөтөнләй баш тартҡанын беләм, унда ла ирекһеҙҙән, мәжбүри... Һеҙ йәшәргә сара ҡалмағанлыҡтан ауылығыҙҙы ташлап китергә мәжбүр булдығыҙ, дөрөҫөрәге, һеҙҙе мәжбүр иттеләр.
Кеше ағас түгел, шулай булһа ла тамырҙарынан һурып алынһа, ул ҡорой – йәне ҡорой... Ситкә киткәндәрҙең бәләкәй тыуған иленә ҡарата һағышын Сыңғыҙ Айытматовтан да яҡшыраҡ әйтеүсене мин белмәйем. Иҫегеҙгә төшөрәйемме? Бына ни тигән ул: “Тыуған илде үҙең менән алып китеп булмай, уға булған һағыш ҡына үҙең менән китә. Ватанды тоҡсай һымаҡ ҡына күсереп йөрөтөп булһа, ул һуҡыр бер тин дә тормай”.
Икенсе бер сит ил аҡыл эйәһе һүҙҙәрен дә ҡабатлайым әле һеҙгә: “Әгәр кеше тыуған ерендә бер квадрат дюйм булһа ла ере булмаһа, нисек итеп, уның Тыуған иле бар, тип әйтәһең инде!” Был һүҙҙәр башҡорт халҡына ят булһа ла, ерҙе һатыу тураһында ҡанун әллә ҡасан ғәмәлдә. Шулай булғас, беҙгә ерһеҙ тороп ҡалмаҫ өсөн, яңыса йәшәй башларға күптән өйрәнергә ваҡыт!
Ринат ШӘЙБӘКОВ.