

Район һәм республика агросәнәғәтенең танылған етәкселәренең береһе Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғәлим Сәлимов – тыуған төйәген үҫтереүгә күп көс һалған абруйлы шәхес. Уның барлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы тыуған ауылы Таулыҡай менән бәйле.
Хәүефле булһа ла...
Урындағы мәктәптең 8-се класын тамамлағас, колхозда механизатор, бригадир, баш агроном булып эшләгән атаһы Булат Тажетдин улы менән бала саҡтан ауыл хужалығы тармағы серҙәрен үҙләштергән егет Баймаҡта яңы асылған 29-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Тракторсы-машинист һөнәренә эйә булып, ул хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға ҡәҙәр бер йыл туған колхозында эшләп тә өлгөрә. Артабан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының әҙерлек курсына уҡырға инә һәм “Ауыл хужалығын механизациялау” факультеты студенты булып китә.
Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес тыуған еренә – Ленин исемендәге колхозға эшкә ҡайта һәм шунда уҡ баш инженер итеп тәғәйенләнә. Был яуаплы вазифаны Ғәлим Булат улы ун дүрт йыл дауамында уңышлы атҡара, хужалыҡтың матди-техник базаһын нығытыуға, һәләтле кадрҙар әҙерләүгә, ауыл хужалығы кампанияларын тейешле кимәлдә ойоштороуға тос өлөш индерә. Ошо йылдарҙа ул бай тәжрибә туплай, агросәнәғәт комплексы тармағының бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен үҙ иңендә күтәрә һәм барлыҡ участкаларҙағы эш нескәлектәрен үҙләштерә.
2002 йылда үҙен һәләтле белгес һәм оҫта ойоштороусы итеп танытҡан, коллективта хаҡлы ихтирам менән файҙаланған Ғәлим Сәлимов Ленин исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана. Был иһә тап ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре башланған осорға тура килә: илдә хужалыҡтар күпләп тарҡала, ауыл хужалығы көрсөккә терәлә, баҫыуҙар һәм фермалар етемһерәп ҡала.
Бына ошондай хәтәр шарттарҙа яңы етәксегә дилбегәне үҙ ҡулына алырға тура килә. Тап шул мәлдән колхоз тормошоноң яңы осоро башлана. Алдынғы ҡарашлы, бай тәжрибәле һәм һәләтле, тыуған еренең ысын патриоты булған йәш етәксе хужалыҡты, төп фондтарҙы, коллективты һаҡлап ҡалыу юлын барыбер ҙә таба һәм колхоз базаһында Ленин исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы ойоштора.
Ғәлим Булат улы илдең, республиканың агросәнәғәт комплексы тормошо менән яҡындан танышып бара, яңы дәүләт программаларында ҡатнашып, хужалыҡты күтәреү уйы менән яна. Заманса фекерләй һәм яңы шарттарҙа эшләй белгән етәксе шул осорҙа “Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө милли программа” федераль проектына иғтибар итә һәм унда ҡатнашып ҡарарға йөрьәт итә. Был программа ауыл хужалығы предприятиеларына 5 йыл ваҡытҡа техника һатып алыуға кредит бүлеүгә билдәләнә, процент ставкаһы иһә дәүләт тарафынан субсидиялана.
Бер яҡтан, хәүефле аҙым булһа ла, икенсе яҡтан, шундай ҡарарға килмәү ҙә мөмкин түгел, сөнки һуңғы ун йылда хужалыҡта техника-агрегаттарҙы яңыртыу мөмкинлегенең булмауы кампанияларҙы тейешле кимәлдә ойоштороуға ҡамасаулай.
Яңы маҡсаттар
Дәүләт программаһында ҡатнашыу, производстволағы эштәрҙе заман шарттарына ярашлы ойоштороу, коллективты яңы үрҙәргә рухландырыу үҙенең һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай. 2006–2010 йылдарҙа кооперативтың техника һәм автомобиль паркы 20 миллион һумлыҡ трактор һәм автомобилдәр менән тулылана. Атап әйткәндә, дүрт берәмек “Нива-Эффект” комбайны, төрлө маркалы 10 трактор, “Полесье”, “ДОН-680” мал аҙығы әҙерләү комбайндары, КамАЗ автомашинаһы һатып алына. Шул уҡ ваҡытта 7 миллион һумға ауыл хужалығы машиналары – урғыс, сәскес, сапҡыс, тырма, пресс-йыйғыс һәм башҡалары алына. Шулай итеп, ул осорҙа парк 90 процентҡа яңыртыла һәм был, әлбиттә, етештереү күрһәткестәрендә сағылыш таба.
Билдәле, матди-техник базаны яңыртыу һәм байытыу ауыл хужалығы кампанияларын тейешенсә ойоштороуға этәргес көс бирә. Баҫыуҙарҙа иген, мал аҙығы һәм техник культураларҙан уңыш алыу ҙа йылдан-йыл арта бара. 2002 йылда иген культураларының тулайым йыйымы 43683 центнер тәшкил итә, 2016 йылда иһә 49923 центнерға етә. Ашлыҡтың төшөмө лә арта һәм 23-25 центнерҙан кәм булмай. Был иһә үрҙә телгә алынған программаны урында уңышлы тормошҡа ашырыуға һәм хужалыҡтың финанс-иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртыуға мөмкинлек бирә.
Тәжрибәле етәксе артабан малсылыҡ тармағын яңы кимәлгә күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был өлкәнең хужалыҡ иҡтисадында төп ролде уйнауын иҫәпкә алып, иң беренсе сиратта малсылыҡ базаларын яңыртыу күҙ уңында тотола. Ошо маҡсатта кооператив 2012 йылда Башҡортостанда тормошҡа ашырыла башлаған “500 ферма” республика программаһында Урал аръяғы төбәгенән иң беренсе булып ҡатнашырға йөрьәт итә. Һөҙөмтәлә 2013 йылда Таулыҡай һөтсөлөк фермаһында 400 баш һыйыр малына иҫәпләнгән 16 миллион һумлыҡ һөт йыйыу урыны менән ике һыйыр аҙбары төҙөлә. Бер үк ваҡытта 8 миллион һумға һөт үткәргес, 5 тонналыҡ һыуытыу ҡоролмаһы, аҙыҡ таратҡыс һәм башҡалары һатып алына.
Төп фондтарҙы яңыртыу менән бер рәттән, хеҙмәтсәндәрҙең эш шарттары ла бермә-бер яҡшыра, айырым ял бүлмәһе барлыҡҡа килә. Бындай ыңғай үҙгәрештәр, тәбиғи, хеҙмәт күрһәткестәрендә лә сағылыш таба һәм Таулыҡай фермаһында һөт етештереү 40 процентҡа арта. Әлбиттә, быға мал аҙығы культуралары сәсеүлектәрен даими яңырта барыу ҙа булышлыҡ итә һәм йыл да мал ҡышлатыу миҙгеленә хужалыҡтың ныҡлы аҙыҡ базаһы менән аяҡ баҫыуы етештереү күрһәткестәрендә ҙур роль уйнай.
Бер үк ваҡытта йәйге лагерҙарҙа ла хәтһеҙ эш башҡарыла. Таулыҡай һәм Сыңғыҙ йәйләүҙәренә һөт үткәргес урынлаштырыла, уларҙа йыл да малсылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.
Тәүәккәл аҙымдар
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы – төбәктә элекке коллектив хужалыҡты һаҡлап ҡала алған, бөгөнгө хәтәр шарттарҙа ла төп тармаҡтарҙы тотороҡло үҫтереүгә өлгәшкән, 100 кешене эш менән тәьмин иткән берҙән-бер предприятие. Был, әлбиттә, тәжрибәле, абруйлы етәксе, оҫта ойоштороусы Ғәлим Булат улы Сәлимовтың йылдар буйы алып барған ныҡышмалы хеҙмәте тураһында һөйләй. Йыл да тиерлек ҡабатланып килгән ҡаты ҡоролоҡ шарттарында ла кооператив үҙ йөҙөн һаҡлап ҡала алды, әле бында 2500 гектар майҙанда төрлө ауыл хужалығы культуралары үҫтерелә, уларҙан районда иң яҡшы төшөм алына, 1000 баш самаһы һыйыр малы аҫрала. Хужалыҡта социаль гарантияларҙың һаҡланыуы, һәр кампания ваҡытында хеҙмәт ярыштары ойоштороу һәм аҡсалата премиялар түләү бында кеше факторының беренсе планда тороуы тураһында һөйләй. Был, әлбиттә, һоҡланыу тойғолары ғына уята.
Хәйер, район кимәлендәге үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса семинар-кәңәшмәләрҙең күп осраҡта тап Ленин исемендәге хужалыҡта үткәрелеүе лә юҡҡа түгел – бында өйрәнәһе тәжрибә байтаҡ. Әйткәндәй, предприятиела ауыл хужалығы өсөн яуаплы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙарының, ауыл хужалығы министрының йыш булыуы һәм башҡаларға өлгө итеп ҡуйыуы ла ыңғай тәжрибәне раҫлай.
Тыуған еренең ысын патриоты булараҡ, Ғәлим Булат улы Таулыҡай ауыл биләмәһенең социаль инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ул оҙаҡ йылдар инде урындағы мәғариф учреждениеларына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, көтөүҙе ойоштороуға, ҡыш юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға күп көс һала.
Республиканың, райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергәне, фиҙакәр хеҙмәте, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн Ғ.Б. Сәлимов “Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә, Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлыҡтарының, Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарына, “Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәһенә, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булды. Ул етәкселек иткән предприятие район хеҙмәт ярыштарында күп тапҡыр еңеп сыҡты, агросәнәғәт комплексында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн бер нисә тапҡыр Башҡортостан Хөкүмәтенең Дипломы менән бүләкләнде.
Шәхси тормошонан да уңды Ғәлим Булат улы: Венера Борхан ҡыҙы менән (ул Таулыҡай мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡты) матур ғаилә ҡороп, үҙҙәре кеүек уңған, алдынғы ҡарашлы өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өлкәндәре Гүзәл, БДАУ-ны уңышлы тамамлап, Сибайҙа йәшәй һәм эшләй, тормош иптәше Наил менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Ғәлиә иһә БДМУ-ла, Ғәзинур БДУ-ның Сибай институтында белем ала.
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Был һүҙҙәр тап Ғәлим Булат улына төбәп әйтелгән кеүек. Барлыҡ ғүмерен тыуған төйәген үҫтереүгә арнаған, коллективтың, халыҡтың һөйөүен яулаған етәксе ысын мәғәнәһендә ир-егеттең аҫылы булып, ил эшендә танылды, ҙур абруй ҡаҙанды.
Азамат МӨХӘМӘТШИН.