Йәмғиәт
18 Август 2021, 08:12

Күпте күргән, күпте кисергән...

Азат Рәхмәтуллин фотоһы.Азат Рәхмәтуллин фотоһы.
Фото:Азат Рәхмәтуллин фотоһы.

Ҡариҙел ауылында йәшәүсе 90 йәшлек Фәниә Әғзәмова – күптәр өсөн аҡыл, сабырлыҡ өлгөһө.

 Оҙон ғүмерле ке­шеләр менән ара­лашҡан һайын улар­ҙың аҡылына, са­быр­лығына һоҡла­нып бөтә алмайһың. Фәниә Мөғли ҡыҙы 1930 йылда Бай­ҡыбаш ауылында ете бала тәрбиә­ләнгән крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бөйөк Ватан һуғы­шы башлан­ғанда ҡыҙға 11 йәш тула. Атаһы фронтҡа киткәс, әсәһе дүрт ҡыҙ бала менән яңғыҙы ҡала. Иң кесеһенә ни бары дүрт ай була. Иң өлкәне Фәниә әсәһенә туғандарын тәрбиәләргә ярҙамлаша, өй эштәрендә булыша.

Ҡыҙ етенсе класты тамамлағас, артабан уҡыр­ға мөмкинлеге булмай. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ул колхозда келәт мөдире, иҫәпсе булып эшләй.

– Аслыҡ йылдарын күрҙек. Ондо карточка буйынса ғына бирҙеләр, – тип иҫкә ала ветеран.

1954 йылда Яугилде ауылы егете Ғәднанға кейәүгә сыға. Улар ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән. 1956 йылда Фәниә Мөғли ҡыҙын ул саҡта Байҡыбаш районының социаль тәьмин итеү бүлегенә эшкә саҡыралар. Райондарҙы үҙгәртеп ҡороу уңайынан бүлекте яңы район үҙәге – Ҡариҙел ауылына күсергәс, Әғзәмовтар ғаиләһе унда юллана. Фәниә ханым бер ойошмала 30 йыл эшләй. Тәүҙә бухгалтер, унан һуң өлкән инспектор итеп күсерелә, пенсияға булек мөдире вазифаһынан сыға. Тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны Фәниә Әғзәмова бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, “1941 – 1945 йылдар­ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.

Люция КАРАМОВА.

Читайте нас