

Мишкә ауылында йәшәгән Гөлнара менән Эльмир Ҡорбановтар күптәргә өлгө. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған, тырыш, уңған пар быйыл гәлсәр туйҙарын билдәләгән.
Эльмир менән Гөлнара икеһе лә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йәшәгән төбәктән – Мишкә районынан. Бер-береһенән башҡа тормошто күҙ алдына килтермәгән ике йәш йөрәк 2005 йылда туй үткәреп, матур итеп донъя ҡорған. Йәш ғаилә ололарға, туған-тыумасаға иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл була.
Эльмир Римма менән Рәзиф Ҡорбановтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Уның Илгиз исемле ҡустыһы ла бар. Ата-әсәһе улдарына яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. Хәҙер инде икеһе лә башлы-күҙле булған, Илгиз ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй.
Эльмир мәктәпте тамамлағас, Өфө юридик техникумына уҡырға ингән. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын район хакимиәтендә граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлек белгесе булып башлаған. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Бөрө социаль-педагогия академияһында белем алған. 2011 йылда урындағы кадастр палатаһына эшкә күскән. 2015 йылда республика буйынса Күп функциялы үҙәктәр асыла башлағас, яуаплы, тырыш хеҙмәткәрҙе Мишкә бүлексәһенә мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Әлеге ваҡытта бында Эльмир Ҡорбанов етәкселегендә тәжрибәле, яуаплы белгестәр уңышлы эшләй. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы Күп функциялы үҙәк” номинацияһында уларҙың лауреат исемен яулауы – быға асыҡ дәлил.
Гөлнара Башбайбаҡ ауылында Әлфинә менән Ғәсимйән Вәлиевтәр ғаиләһендә тыуған, Илшат ҡустыһы менән бик татыу үҫкәндәр. Ата-әсәһе икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам иткән.
Гөлнара Камай туғыҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Мишкәнең 1-се урта мәктәбендә белем алған. Уҡытыусы булыу теләге уны Бөрө педагогия институтына алып килгән. Студент йылдарында Мишкә ҡыҙы үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә, бар сараларҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. 1998 йылда дипломлы белгес Камай мәктәбендә пионервожатый булып хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙ эшләгәс, ул район үҙәгенә күсә. Өҫтәмә белем биреү үҙәгендә дүрт йыл методист булып эшләгәс, Пионерҙар йорто директоры итеп тәғәйенләйҙәр.
Был вазифала ла һынатмай Гөлнара Ҡорбанова. Уның етәкселегендә педагогтар, тәрбиәләнеүселәр республика конкурстарында призлы урындар яулай. Һәр байрам һайын саралар ойоштороу, мәктәптәр буйлап смотрҙар үткәреү, балалар менән походтар, экскурсияларға сығыу кеүек сағыу мәлдәр хәтерҙә уйылып ҡалған, ти ул. Әммә бала саҡ хыялы күңеленә тынғы бирмәй, үҙен башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ һынап ҡарарға була. Шулай итеп, 2011 йылдан бөгөнгәсә Мишкәнең 2-се урта мәктәбендә балаларға белем бирә ул. Уҡыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таба Гөлнара Ғәсимйән ҡыҙы. Һәр балаға иғтибарлы. Уның дәрестәре һәр саҡ юғары кимәлдә, йәнле, ҡыҙыҡлы, фәһемле үтә. Уҡыусылары район конкурстарында, олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Үҙе лә һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә, хеҙмәттәштәре менән ихлас тәжрибә уртаҡлаша, район кәңәшмәләрендә сығыш яһай. Юғары категориялы уҡытыусыны район аттестация комиссияһы составында эшләргә саҡыралар.
– Уҡытыусы булыуыма бер ҙә үкенмәйем. Һайлаған һөнәрем яуаплы, ҡатмарлы булһа ла, балалар менән эшләү миңә рухи ҡәнәғәтлек бирә. Тик шуны оноторға ярамай: һин өйҙә лә, ҡунаҡта ла, урамда ла, интернет селтәрендә лә уҡытыусы булып ҡалырға тейешһең. Ул – балаларға ғына түгел, барыһына ла өлгө, – ти Гөлнара Ғәсимйән ҡыҙы.
Гөлнара менән Эльмир Ҡорбановтар Регина һәм Диана исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Улар мәктәптә “биш”ле билдәләренә генә өлгәшә, төрлө сараларҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Икеһе лә район олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Регина, “Республикамды данлайым” конкурсының район этабында еңеү яулап, республика этабында ҡатнашты. 2019 йылдың декабрендә уға Мәскәүгә төп Шыршы байрамына барыу бәхете тейҙе. Кескәйҙәре Диана 6-сы класта уҡый, бейеү түңәрәгенә йөрөй, уҡыу алдынғыһы. Өйҙә лә ата-әсәләренә ҙур ярҙамсы улар. Каникулда ауылға өләсәй-олатай янына ярҙамлашырға ҡайталар. Ғаилә башлығы балыҡсы булғанға күрә, буш ваҡыттарында бергә балыҡҡа йөрөйҙәр.
Гөлнара ҡыҙҙары менән гөл-сәскә үҫтерергә ярата. Баҡсаларында йәшелсә, еләк-емеш ишелеп уңа. Бөтмөр хужабикә әҙерләгән тоҙланмалар, ҡайнатма-компоттар оҙон ҡышҡа етә.
Бына шулай Ҡорбановтар үҙҙәренең тырышлығы, татыулығы менән ауылдаштары араһында ихтирам яулаған. Ғаилә нигеҙҙәре киләсәктә лә ныҡлы булһын. Матур ғаилә ил ҡото икәнлеген онотмайыҡ!
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Мишкә районы.