

Иҫке Балтас ауылының иң өлгөлө парҙарының береһе – Әнфисә менән Тәфкил Сәхиповтар татыу ғүмер итә, фиҙакәр хеҙмәттәренең, ҡорған тормоштарының емештәрен, балаларының, ейәндәренең игелеген, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының хөрмәтен татып йәшәй.
Әнфисә Шәйнур ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағас, тыуған ауылы Түбән Ҡарышта китапхана мөдире булып эшләгән. Бер ваҡыт, апрель айының бысраҡ юлдарына ҡарамай, район үҙәгенә китаптар алырға барған. “Беларусь” тракторы менән ярты юлды үткәс, артабан барыу, бигерәк тә Ҡарыш йылғаһы аша сығыу хәүефле булыуын аңлап, кире борола. Көн кисләп киткәнгә, Иҫке Балтастағы берҙән-бер таныштарына ҡунырға бара ҡыҙ. Яҙмыш ҡушыуы, күрәһең: әлегә тиклем бында булмаған Тәфкил дә нәҡ шул ваҡыт был ҡапҡаны асып инә. Йәштәр тиҙ уртаҡ тел таба, бергәләп киноға баралар...
– “Аты-баты, шли солдаты” исемле фильм ине, әлегеләй иҫемдә, – ти Әнфисә апай.
Бер-береһенә ғүмерлеккә ғашиҡ Тәфкил ағай менән Әнфисә апайҙың күҙҙәренә ҡараһаң, 50 йыл үтмәгән дә кеүек: хистәре өр-яңы, күҙҙәре яна, осрашыуҙарының һәр минутын хәтерләп, ҡәҙерләп һөйләйҙәр. Икенсе осрашыу бер нисә көндән һуң була. Атаһы фалиж менән ауыр хәлдә ятыу сәбәпле, хужалыҡтағы бөтә ир-ат эше Әнфисәнең елкәһенә төшә. Тирмән тарттырып ҡайтып барғанда, тоҡтар тейәлгән йөктө бысраҡ юлдан тарта алмай, аты киреләнгән саҡта юлдан машина менән сигнал биреп, Тәфкил уҙып китә.
“Төҙөлөш ойошмаһы директоры Хәмәт Рәхим улы Борхановтың водителе булып эшләгән саҡ ине. “Бына, исмаһам, уңған ҡыҙ был, донъя көтә торған!” – тине етәксем, ат дилбегәһен ышаныслы итеп тотҡан Әнфисәне күреп”, – тип иҫкә ала Тәфкил ағай, ошо минуттарҙы хәтергә алып. Өсөнсө тапҡыр ҙа шул апрель айында осрашалар һәм яҙмыштарын ғүмерлеккә бергә бәйләйҙәр.
Йәшлек тойғоларын балҡытып Әнфисә апай һөйләй: “Китапханала инем, Тәфкил килеп инде. “Әйҙә, ҡайтарып ҡуям”, – ти. Ә ҡайтырға йыраҡ. Ауылдың түбән осонда йәшәйем. Ул ваҡыттағы “69”-сы машина хәҙерге “Мерседес” кеүек инде. Эйәреп кенә сығып ултырырға тырышам, ә ауыл егеттәре китапхананан сыҡмай. Йәнәһе лә, эш сәғәте бөтмәгән. Сығыуыбыҙға машинаның тәгәрмәсе тишек... Әсәйем бик уҫал ине, ҡайтып еткәс, башта, ғәҙәттәгесә, ашығып ҡапҡаны асып индем. Ниндәйҙер хис туҡтатты. Инеп китһәм, иң яҡын кешемдән айырылам кеүек. “Әнфисә, ашыҡма, тағы йөрөп киләйек...” Тәфкилдең тауышы бик тә йәл булып ишетелде. Кире боролдом. Шунда Тәфкилдең дуҫ егете Фәрхәт Фәйезов: “Минең дә яратып йөрөгән ҡыҙым бар. Әйҙәгеҙ, 1 Май байрамына тиклем өйләнешегеҙ!” – тип әйтеп һалмаһынмы. “Мин риза”, – тинем. Ауыл советы секретарына барып, хәлде аңлаттыҡ. Атай-әсәйемдән рөхсәт һорарға бергәләп барыуын үтендек. Әғзәм ағай Ғәлиханов, атай-әсәйем алдында Тәфкилдең ғаиләһен маҡтап, беҙҙең бәхетле йәшәйәсәгебеҙгә ышаныс белдерҙе...” Атай-әсәй ҡыҙҙарын, берҙән-бер таянысын, кинәт кенә кейәүгә сығыу уйынан кире ҡайтара алмай, аптырашып тороп ҡала.
Егеттең ата-әсәһе – Насар ауылында йәшәгән Шәмситаб менән Вәлидийән Сәхиповтар иһә йәштәрҙе бик йылы ҡаршы ала. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһында төҙөлөштә эшләп, водитель һөнәренә эйә булып, ике йыл армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан, шул осорҙа Чехословакияла булған ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан, хәҙер инде райондың төҙөлөш ойошмаһында эшләп йөрөгән улдарының етди ҡарарын хуплай өлкәндәр. Туғандарын саҡыралар, һөйөнөстәрен уртаҡлашалар. “Етәксе водителе өйләнә!” – тигән хәбәр тиҫтәләгән кеше эшләгән ойошмала тиҙ тарала. Машина кабинаһындағы Әнфисәне күреү теләге менән теҙелеп үтә уның буласаҡ хеҙмәттәштәре.
Әнфисә Сәхипованың артабанғы 40 йыллыҡ хеҙмәт биографияһы район төҙөлөш ойошмаһы менән бәйле. Шуның 35 йылы – баш бухгалтер вазифаһында. Шул уҡ ваҡытта “Башсельстрой” ойошмаһының ревизоры булараҡ, төрлө райондарға сығырға ла өлгөрә ул. Әнфисә Шәйнур ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте “Рәсәйҙең маҡтаулы төҙөүсеһе” тигән исем менән билдәләнгән.
...Яҙмыш был. Бер күреүҙә үҙенең ғүмерлек йәре икәнен аңлап, Тәфкил Сәхиповҡа кейәүгә сыҡҡанда Әнфисә, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Башҡортостан дәүләт медицина университетына ингән була. Төҙөлөш ойошмаһында иҡтисадсы булып эшләгән Роза Борханова, ауылдағы уҡытыусы Наилә Туйкина йәш ҡатынды уҡыуын ташламаҫҡа өгөтләй. Әнфисә иһә ғаиләһен өҫтөн күрә: иренә бер-бер артлы ике ҡыҙ бүләк итә, почтала, төҙөлөш ойошмаһында иҫәпсе, база мөдире, үҙәк район дауаханаһында бухгалтер булып эшләп тәжрибә туплай ҙа Өфөлә финанс техникумына уҡырға инә. Һис тә үкенерлек түгел: әсәһенең йәшлек хыялын ҡыҙы Светлана тормошҡа ашырған, ул үҙәк район дауаханаһында “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең өлкән фельдшеры булып эшләй, 30 йылға яҡын тырыш хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” исеме менән лайыҡлы билдәләнгән. Был хыялын ейәндәре лә тормошҡа ашырыуын дауам итә: Лиананың ҡыҙы Диана медицина университетының бишенсе курсында белем ала.
Тәфкил Сәхиповтың оҙон хеҙмәт юлы гел машина рулендә, юлда уҙа: еңел машинанан йөк автомобиленә күсеп ултыра, артабан коммуналь хужалыҡта эшләй, хаҡлы ялға туҡтағансы Нефтекама ярҙамсы станцияһында оператив водитель була. Ғаилә архивында һаҡланған бихисап маҡтау грамоталары уның өлгөлө хеҙмәте тураһында һөйләй. “Тәфкил ғүмер буйына ныҡлы терәгем булды. Сабырлығы, уңғанлығы, йорт һәм ғаилә өсөн янып-көйөп тороуы – ысын ир-егеттәргә хас сифаттар”, – ти тормош иптәше тураһында Әнфисә Шәйнур ҡыҙы.
Ғаилә йолаларын ҡыҙҙары Светлана менән Лиана, уларҙың ғүмер юлдаштары Сәлих һәм Илдар, инде үҫеп өлгөргән ейәндәре дауам итә. Ынйы – ғаиләле, ҡыҙы Сафия ла олатай, өләсәйҙәренә ейән-бүләсәр йылыһы бүләк иткән. Быйыл был күркәм ғаиләлә ике туй көтөлә: Ләйлә менән Диана ла тиң йәрҙәрен тапҡан. Лиана менән Илдарҙың ике балаһы – Артур менән Илария әлегә мәктәп уҡыусылары.
Пенсияла ла һис кенә ҡул ҡаушырып ултырмай өлкәндәр. Балалар-ейәндәргә ярҙамға ашыға, баҡса ҡарай, йәмәғәт тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уның уртаһында ҡайнай. Икәү бергәләп дини белем алғандар, бының менән бик ғорурланалар. Тәфкил ағай дини йолаларҙы үтәй, Әнфисә апай Насарҙа, тыуған ауылы Түбән Ҡарышта өс йыл рәттән дини уҡыуҙар ойошторған. Ғүмере буйына теүәл һандар менән эш итеп, яуаплы вазифа биләһә лә, күңеле бик нескә уның. Былтыр район гәзитендә Ленинград блокадаһын үткән әсәһе тураһында яҙмаһын халыҡ илап уҡыны, күп фәһем алды. Ғәзиз кешеһенең кисерештәрен, хәтирәләрен ул һаман да ҡәҙерләп күңелендә һаҡлай. Тәфкил ағайҙың атаһы Вәлидийән – 97, әсәһе Шәмситаб 101 йәшкә тиклем йәшәгән. Әнфисә апайҙың әсәһе Бибисәүҙәне оҙаҡ йылдар ҡәҙерләп тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатҡандар. Йөҙйәшәрҙәр нәҫелен дауам итеп, тыныс тормошоғоҙҙа балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр шатлығын күреп, оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәгеҙ, өлкәндәр! Һеҙ – йәштәргә өлгө.
Гөлнара ШӘЙМӨХӘМӘТОВА.
Балтас районы.